Ҡарасуҡ (ҡала)
| Ҡарасуҡ | |
| Байраҡ[d] | |
| Нигеҙләү датаһы | 1912 |
|---|---|
| Дәүләт |
|
| Административ үҙәге | Городское поселение город Карасук[d][1] һәм Карасукский район[d] |
| Административ-территориаль берәмек | Городское поселение город Карасук[d] |
| Сәғәт бүлкәте | OMST[d][2] һәм KRAT[d][2][3] |
| Халыҡ һаны | 24 890 кеше (2021)[4] |
| Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 110 метр |
| Майҙан | 30 км² |
| Почта индексы | 632860–632868 |
| Урындағы телефон коды | 38355 |
Ҡарасуҡ (төрки, сағ чулым. карасук, себертат. қарасу, южноалт. қарасуу, хак. карасуғ — ҡара һыу) — ҡала (1954 й., 1943 й. п. р.) . Рәсәйҙең Новосибирск өлкәһе ҠарасуҠ районы ҡалаһы.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡулунда далаһының көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Новосибирск өлкәһендә урынлашҡан. Новосибирск ҡалаһына тиклем ара 386 км. Ҡарасуҡ ҡалаһы XХ быуат башында Транссебер магистраленең тимер юл тармағы Татар — Славгородты төҙөгәндә барлыҡҡа килгән. 1954 йылдың 3 июнендә РСФСР Юғары Советы Президиумы указына ярашлы, Ҡарасуҡ эшселәр ҡасабаһы район ҡарамағындағы ҡала статусын ала. СССР тарҡалғандан һуң суверенлы Ҡаҙағстан менән сиктәш.
Климат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Континенталь климат өҫтөнлөк итә. Ҡыш оҙайлы һәм һыуыҡ. Эҫе йәй аяҙ була.
Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм күләме — 345 мм.2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1112[5] ҡалаһы араһында [6] 375-се урында була
Халыҡтың гендер составы
2010 йылда бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ҡала халҡы һаны даими 28 586 кеше тәшкил итә, шуларҙың 13 221 (46,2 %) ир-ат, ә 15 365 (53,8 %) — ҡатын-ҡыҙ[7].
Милли составы
1939 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса: урыҫтар — 55,8 % кеше йәки 4055, украиндар — 37,7 % кеше йәки 2735, ҡаҙаҡтар — 3,1 % йәки 226 кеше.
Сәнәғәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарасуҡ ҡалаһы — ҙур тимер юл үҙәге, ул ике станцияны үҙ эсенә ала: Карасук-1 һәм Карасук-3. Аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары бар: ЯСЙ"Ҡарасуҡ ит комбинаты", ЯСЙ "Ҡарасуҡ икмәк йорто ", ААО «Ҡарасуҡ иген продукттары комбинаты», «Комета», балыҡ заводы. Ҡарасуҡ һөт-консерва комбинаты (2010 йылда ябылған).
Белем
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалала 6 дөйөм белем биреү учреждениеһы эшләй: гимназия, лицейҙар, 3 урта мәктәп, 1 төп мәктәп. Очно-ситтән тороп урта дөйөм белем биреү мәктәбе, балалар музыка мәктәбе, балалар-үҫмерҙәр үҙәге, сәнғәт мәктәбе, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Ҡарасуҡ политехник лицейы (һөнәри: тимер юл транспорты), ПУ № 86 (һөнәри: ауыл хужалығы), Ҡарасуҡ педагогия колледжы, шулай уҡ Томск, Омск, Бердск, Новосибирскийҙың юғары һәм урта махсус белем биреү уҡыу йорттарының вәкиллектәре эшләй. 9 мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә балалар баҡсаһы эшләй.
Фән
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарасуҡтан көнбайышта, Троицк ауылы янында, Кротов күле буйында РФА СО хайуандарҙың экологияһы һәм систематикаһы институтының биологик стационары эшләй.
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Ситтә» театры
Берҙән-бер ҡала драма театры. 2005 йылдан алып эшләй.
Кинотеатрҙар
Әлеге мәлдә эшләй «Йыһан» кинотеатры эшләй.
Тыуған яҡты өйрәнеү музейы
Төп экскурсиялар:
- «Ҡарасуҡ һәм район тарихы залдары буйлап»
- «Бөйөк Ватан һуғышы залы»
- «Флора һәм фауна залы»
- «Палеонтология һәм археология залы»
- «Картиналар галереяһы»
Спорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаланың төп спорт ҡоролмалары:
|
— Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең бүлектәре:
|
— Стадион «Локомотив»; — Бассейн «Садко»; — СК «Йәшлек»; — СК «Динамо»; — Саңғы базаһы; — Ауыр атлетика залы «Һаулыҡ»; — Хоккей ҡумталары 2 (Команда: карасук «локомотив» хоккей клубы); — 3 тренажер залы. |
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юрченко Василий Алексеевич — Новосибирск өлкәһенең экс-губернаторы[8]
- Русских Леонид Валентинович — Рәсәй Федерацияһы Геройы. Осетино-ингуш конфликтында, беренсе һәм икенсе чечен һуғышында ҡатнашыусы,
- Тимонов Василий Николаевич — Советтар Союзы Геройы. Бөйөк ватан һуғышындаҡатнашҡан.
- Ландик Иван Иванович — Советтар Союзы Геройы.
- Михаил Ильич Карбышев — Советтар Союзы Геройы. М. Карбышевтың атаһы.
- Карнаущенко Марина Николаевна — Рәсәй еңел атлетсыһы, Ррәсәй спорт мастеры.
- Логинов Евгений Юрьевич — Рәсәй Федерацияһының Дәүләт думаһы депутаты.
- Сорокин Захар Артемович — совет летчигы, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы, Советтар Союзы Геройы.
- Сметанин Григорий Андреевич —10-авиация полкының айырым разведка батальонының өлкән лётчик-күҙәтеүсеһе, капитан. Советтар Союзы Геройы.
- Орлов Яков Никифорович — майор, Советтар Союзы Геройы.
- Молочков Григорий Аксентьевич — эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының лейтенанты, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы.
- Климовский Николай Афанасьевич — Совет Армияһының полковнигы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы.


Иҫтәлекле урындар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Изге апостол Андрей Первозванный ҡорамы.
- Граждандар һуғышы геройҙарына һәйкәл.
- Паровоз-ҡомартҡы Ла-3609.
- Хәрби Дан Мемориалы.
- Хеҙмәт даны мемориалы
- Мелковский ҡурғаны .
- Ҡурған (Благодатный ауылы).
- Һыу күтәргес башня, 1915 йылда төҙөлгән.
- [Тоҙло күл — ләм һәм һыу менән дауалай торған тоҙло күл.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 Федеральный закон от 09.03.2016 № 57-ФЗ (урыҫ) — 2016.
- ↑ Федеральный закон от 03.07.2016 № 271-ФЗ (урыҫ) — 2016.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ с учётом городов Крыма
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года. Таблица «31. Численность населения городов и пгт по федеральным округам и субъектам Российской Федерации на 1 января 2016 года». RAR-архив (1,0 Mб)
- ↑ Ҡалып:Итоги переписи 2010
- ↑ Новосибирск өлкәһе хөкүмәте 2013 йыл 20 декабрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
На Викискладе есть медиафайлы по теме Карасук- Карасук в энциклопедии «Мой город»
