Ҡаратамыр
Ҡаратамыр | ||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
![]() Cynoglossum officinale Сәскә атыусы үҫемлектең дөйөм күренеше | ||||||||||||
Фәнни классификация | ||||||||||||
|
||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||
Cynoglossum L. | ||||||||||||
Төрҙәре | ||||||||||||
См. текст | ||||||||||||
|
Ҡаратамыр — күгәрсен күҙе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.
Таралышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҡынса 60 төрө билдәле, уртаса һәм субтропик бүлкәттәрҙә, тропиктарҙың тауҙарында таралған. Башҡортостан Республикаһында дарыулы ҡаратамыр үҫә. Торлаҡ янында, юл буйҙарында, йырындар буйлап, ташландыҡ ерҙәрҙә үҫә.
Ботаник яҙма
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙәк тамырлы ике йыллыҡ үлән, ҡуйы йомшаҡ төк м‑н ҡапланған. Һабағы аҙ һанлы, ҡуйы япраҡ менән ҡапланған, бейеклеге 50—100 см. Тамыр яны розеткаһының япраҡтары оҙонса‑ланцет формаһында; аҫҡы һабаҡ япраҡтары һаплы, урта һәм өҫкөләре — ултырма, һабаҡты яртылаш уратып алған. Сәскәләре емештәрҙә оҙонайыусы сәскә һаптарында, ваҡ, ҡуйы ал йәки миләүшә төҫөндә, һепертке сәскәлегенә йыйылған ҡыҫҡа ҡуйы бөтөркәләрҙә. Касаһы биш бүлемле, емеш барлыҡҡа килгәндә йәйелеүсән; тажы 5 өлөшлө, ҡушылып үҫкән, тәгәрмәс рәүешле, тура көпшәле. Май—июндә сәскә ата. Емеше — 4 өлөшкә (эремалар) тарҡалыусы ценобий, июль—августа өлгөрә.
Әһәмиәте һәм ҡулланылышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Буяу, рудераль үҫемлек. Ағыулы үҫемлек, халыҡ медицинаһында файҙаланыла. Һутын һәм тамырын инсектицид сара булараҡ, сысҡан һәм ҡомаҡтарҙы ҡурҡытыу өсөн ҡулланалар.
Ҡаратамыр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Genus Cynoglossum 2012 йыл 17 декабрь архивланған.
- Ҡаратамыр GRIN сайтында мәғлүмәт (инг.) Проверено 13 ноября 2008 г.
- Чернокорень на сайте USDA NRCS (инг.) Проверено 13 ноября 2008 г.
- Ҡаратамыр — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә Проверено 10 октября 2009 г.
- Чернокорень // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
![]() |
Был ботаника буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |