Ҡарахан кәшәнәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡарахан кәшәнәһе
Нигеҙләү датаһы XI быуат
Рәсем
Дәүләт  Ҡаҙағстан
 Рәсәй империяһы
 СССР
Административ-территориаль берәмек Ямбыл өлкәһе[d]
Урын Тараз[d]
Мираҫ статусы памятник истории и культуры Казахстана республиканского значения[d]
Карта
 Ҡарахан кәшәнәһе Викимилектә

Ҡарахан кәшәнәһе (Әүлиә Ата кәшәнәһе, ҡаҙ. Әулие Ата кесенесі) - (рус. Мавзолей Карахана, ҡаҙ. Қарахан кесенесі) — Ҡараханиҙар затынан берәүҙең ҡәбере өҫтөнә ҡуйылған [1]. Памятник XI быуат архитектура ҡомартҡыһы, Ҡаҙағстандың Тараз ҡалаһы паркында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кәшәнәнең шәһәҙәт яҙылған ишек өҫтө

Риүәйәт ителеүенсә, бында Ҡараханиҙар затынан Шаһ-Мәхмүт Буғра Ҡарахан ерләнгән (Буғра-бура (ата дөйә))[2]. Кәшәнәнең тәүге күренеше беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланмаған. 1906 йылда ул һәм яңыртып төҙөлгән һәм конструкция принциптары һаҡлап ҡалынһа ла, архитектура-декоратив биҙәү рәүеше юғалған. Кәшәнә эсендә киртләсле ҡәбер ташы һаҡланған[2].

Тәүге тапҡыр мавзолейҙы билдәле совет тарихсыһы, сәнғәт, археология белгесе Денике Борис Петрович ентекле тикшергән һәм үҙенең «Урта Азия архитектураһында орнамент» китабында һүрәтләгән[3] 1982 йылда Ҡарахан кәшәнәһе Ҡаҙағстандың республика әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән һәм дәүләт тарафынан ҡурсыуға алынған [4].Совет осоронда кәшәнәлә дингә ҡаршы музей ойошторолған булған[5].

2002 йылда Тараз ҡалаһының 2000 йыллығына кәшәнәгә реставрация үткәрелгән[2].

Архитектураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡарахан кәшәнәһе

Өҫтән ҡарағанда квадрат хасил иткән портал-көмбәҙле ҡоролма. Үҙәк залдан, мөйөштәрҙә өс ҙур булмаған бүлмәнән (хүжер) тора, дүртенсе мөйөштө кәшәнә ҡыйығына сыға торған баҫҡыс биләй[1] Кәшәнәнең фасады көньяҡҡа ҡарай, ҡырҙарынан манаралар ҡуйылған. Ишек — арканың эсендә, уның ике яғынан өсәр ҡыуышлыҡ: дүртмөйөш, квадрат рәүешендә һәм өҫкә ослайтып эшләнгән[1] Кәшәнәгә ингән ерҙә өҫкө яҡҡа ғәрәп хәрефтәре менән шәһәҙәт яҙып ҡуйылған [2]. Тышҡы яҡтан кәшәнәне хәҙерге заман кирбесе менән көпләгәндәр, ә эстән көмбәҙ һәм тәҙрә яғындағы арҡа ҡыуышлыҡтары ҡараханиҙар осоро кирбесе менән һалынған [1].

Археолог Таисия Сенигова, 1850-се йылдар фотографияларына таянып, кәшәнә фасадының тәү торошон һүрәтләгән. Башта кәшәнә үҙәктән композицияланып эшләнгән булған һәм урта тоштан көмбәҙ ҡыйыҡ ҡуйылған булған. Эскә өҫкә табан ослайтып эшләнгән ишек аша үткәндәр. Арҡа Арка 3/4 колоннаға таянған, кирбесе икешәрләп түшәлгән булған. Портал өлөшө П рәүешле итеп сығара биреп янланған. Кәшәнә фасады бик бай итеп биҙәлгән булған, 30-ҙан ашыу төр һырлы кирбес табылған [2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Казахская ССР: краткая энциклопедия / Гл. ред. Р. Н. Нургалиев. — Алма-Ата: Гл. ред. Казахской советской энциклопедии, 1991. — Т. 4: Язык. Литература. Фольклор. Искусство. Архитектура. — С. 305. — 31 300 экз. — ISBN 5-89800-023-2.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Ошанов О. Ж. Тараз — Жемчужина Шёлкового пути (Краткая история города Тараз: от Гуннской Орды до Республики Казахстан). — Алматы: Таймас, 2014. — С. 178—179. — 296 с. — 2000 экз. — ISBN 978-601-264-131-8.
  3. Денике Б. П. Архитектурный орнамент Средней Азии. — М.-Л..: Изд-во Всесоюзной Академии архитектуры, 1939. — С. 14. — 228 с.
  4. Постановление Совета Министров Казахской ССР от 26 января 1982 года № 38 «О памятниках истории и культуры Казахской ССР Республиканского значения»
  5. Ахмадуллин В. А. Деятельность советского государства и духовных управлений мусульман по организации паломничества (1944—1965 гг.): анализ исторического опыта и значение для современности. — М.: Исламская книга, 2016. — С. 104.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]