Эстәлеккә күсергә

Ҡатнашыусы:Азалия2003/ Үләндә хоккей уйнау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Матч Фрагмент ИспанияГермания.

Үләндә хоккей уйнау —  командалы спорт уйын төрө (һәр команда ун бер кешенән тора) был уйында ике команда уйнай, сәкән һәм һөйәктән торған ҡаты туп  ҡулланыла. Ярыштарҙы ойоштороуы менән халыҡ-ара  үлән хоккей федерацияһы (франц. Fédération Internationale de Hockey, FIH)  шөғөлләнә. Халыҡ-ара хоккей федерацияһына 126 ашыу ил инә.

Үлән хоккейының шулай уҡ ябыҡ бинала уйнала торған  төрө бар — индорхоккей, айырым спорт төрө булып һанала һәм уларҙың айырмаһы ер ҡаплауында ғына түгел, шулай үк  бәләкәйерәк майҙансыҡ күләме һәм командала уйынсылар һаны менән дә айырыла.

 Голландия, Германия, Испания, Бельгия, Англия, Ирландия, Аргентина, Австралия, Яңы зеландия, КАР, Һиндостан, Пакистан, Малайзия  илдәрендә улән хоккейы ҙур популярлыҡ менән файҙалана.

Үлән хоккейы өсөн сәкән уйыны Загиб.

 Хоккейҙың бөтә төрҙәрендә кеүек, уйынсылар сәкән файҙаланалар. Уйындың маҡсаты —  сәкән файҙаһында тупты дәғүәсе ҡапҡаһына индереү.  Уйынсыларға, ҡапҡасынан башҡа, тупты аяҡ йәки ҡул менән тейергә ярамай. Шулай уҡ тупты сәкәндең яҫы яғы менән ғына тейергә була,ә сәкәндең түңәрәк яғы тупҡа тейһә штрафлы удар бирелә. Уйынсыларҙың аяҡтарында — ябай спорт аяҡ кейеме. Бөтә донъяла  үлән хоккейын яһалма ҡапламала уйнайҙар.

Уйын ваҡытында, дәғүәсегә ҡарағанда, күберәк гол индергән команда еңеү яулай. Тигеҙ иҫәп булһа, бер команданың да еңмәүен иғлан итәләр (ҡайһы бер турнирҙарҙа өҫтәмә ваҡыт ҡулланырға мөмкин, ә ул ваҡыт тамамланһа — буллит).

 Европа хоккей лигаһы ла (EHL) бар. Был лигала бөтә Европаның иң яҡшы командалары ҡатнаша,  бында ҡағиҙәләр ныҡ үҙгәрелгән. Ғәҙәттә, үлән хоккейның карточкалары (штрафтар) ошолай буленгән:

  •  ҡағиҙәләрҙе боҙоү бик ҙур булмаһа судья йәшел карточка ҡурһәтә-иҫкәртеү, ә EHL да йәшел карточка — ул  ҡағиҙәләрҙе боҙған уйынсыны 2 минутҡа  уйындан сығара;
  • ҡәҙимге үлән хоккейы чемпионаттарында һары карточка —  уйынсы уйын майҙансығынан судья ҡарамағына 2—5 минутҡа  сығарыла, ә EHL  5—10  минутҡа;
  • ҡыҙыл карточка, ҡәҙимге  чемпионаттарҙала,шулай үк EHL — уйын аҙағына тиклем уйын майҙанынан сығарыу һәм буласаҡ мачтарҙан бушатыуҙы аңлата,был боҙолған ҡәғиҙәләргә ҡарап билдәләнә.

Уйында 11 кешенән торған ике дәғуәсе команда ҡатнаша. Үлән хоккейы буйынса ябай чемпионаттарында  уйын  70 минут дауам итә.— 45 минутлыҡ 2 тайм һәм 10 минут тәнәфес, ә EHL да 17 минут 30 секундтан торған 4 тайм, һәм таймдар араһында 5 минутлыҡ тәнәфестәр.

Һуғыу туңәрегенән башҡарылған һуғыу гол булып һанала.

Әгәр ҙә туп һөжүм иткән команданан ялан һыҙығынан сыҡһа,ҡапҡанан һуғыу уйнала. Әгәр ҙә туп һаҡланыусылар яғынан китһә, туп мөйөштән уйнала.

Әгәр ҙә һаҡлаусылар командаһының уйынсыһы түңәрәктә һуғыу ҡәғиҙәләрен боҙһа, һөжүм иткән команда штрафлы мөйөштән һуғыу уйнатыла.

  Ҡапҡасы тупты тәненең ниндәй булһа ла өлөшө менән  йәки сәкәндең уйын яғы менән генә кире ҡаға ала. Пенальти тик бер осраҡта тәғәйенләнә- әгәр ҙә туп ҡапҡасыға ҡыҫылһа, йәки ҡапҡасы тупты  ҡулы менән махсус һуғып сығарһа.

  Пенальти ваҡытында ҡапҡасы өсөн « үлгән зона» булып һулғы аҫҡы мөйөш, ерҙән 40 сантиметрҙан 60 ҡа  тиклем (ҡапҡасының буйына ҡарап) һәм өҫкө уң «девятка» ( әгәр ҙә ҡапҡасы правша булһа).

  • Ярыштың ҡағиҙәләре. Үләндә хоккей уйнау. Рәсәй  үлән хоккейы федерацияһы, 2011 йыл, Мәскәү.