Эстәлеккә күсергә

Ҡатын-ҡыҙ батальондары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡатын-ҡыҙ батальондары
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы
 Ҡатын-ҡыҙ батальондары Викимилектә
Мария Бочкарёва, Эммелин Панкхёрст һәм Ҡатын-ҡыҙ батальоны һалдаттары

Ҡатын-ҡыҙ батальондары — Ваҡытлы хөкүмәт тарафынан ойошторолған һәм тик ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған хәрби формированиелар, башлыса пропагандистик маҡсатта — армияла патриотик хисте көсәйтеү һәм һуғышыуҙан баш тартҡан ир-ат һалдаттарҙы улар өлгөһөндә оялтыу өсөн булдырылған[1]. Беренсе донъя һуғышының хәрби хәрәкәттәрендә ҡатнашҡандар. Ойоштороу инициаторҙарының береһе Мария Бочкарёва була.

Мәскәүҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың үлем батальонын оҙатыу. 1917 йылдың йәйе
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың үлем батальоны. Петроград, 1917 йылдың июне
Петроград хәрби округы командующийы генерал П. А. Половцов 1-се Петроград ҡатын-ҡыҙҙар үлем батальонын ҡарай

Тарихы һәм һуғышта ҡатнашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй Императорының Юғарғы рөхсәте менән 1914 йылда фронтҡа киткән (хәрәкәт итеүсе армияға ҡатын-ҡыҙҙарҙы ебәреү тыйылған булған) өлкән унтер-офицер М. Л. Бочкарёва ҡаһарманлығы арҡаһында 1917 йылға билдәле шәхескә әүерелә. Апрелдә өгөт сәфәре менән Бочкарёва хеҙмәт иткән Көнбайыш фронтҡа М. В. Родзянко килә һәм уны үҙе менән Петроградҡа алып китә. Петроград гарнизоны ғәскәрҙәре һәм Петросовет һалдат депутаттары съезы делегаттары алдында «еңгәнгә тиклем һуғышырға» саҡырып сығыш яһауын үтенә. Съезд делегаттары алдындағы телмәрендә Бочкарёва беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар удар «үлем батальондарын» төҙөү фекерен әйтә. Артабан уны ошо тәҡдимде әйттерер өсөн Ваҡытлы хөкүмәт ултырышына саҡыралар.

1917 йылдың 21 июнендә Исаакий Соборы алдындағы майҙанда яңы ғәскәри часҡа «Мария Бочкарёваның Беренсе ҡатын-ҡыҙҙар үлем хәрби командаһы» тигән яҙыулы аҡ байраҡ тапшырыу тантанаһы була. Хәрби совет 29 июндә «Доброволец ҡатын-ҡыҙҙарҙан ғәскәри частр формалаштырыу тураһында» положениены раҫлай.

Ғәскәри формированиеның етәкселәре. 1917 йылдың йәйе. Фотола М. Бочкарева һулдан ситтә ултыра

Командаға фронт частарында хеҙмәт итеп йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар (Рус император армияһында бик аҙ ғына һанда хәрби ҡатын-ҡыҙҙар хеҙмәт итә, уларҙың һәр береһенең армияға барыуы Юғарғы рөхсәт менән раҫланған була), шулай уҡ граждандар йәмғиәтенән дворян ҡыҙҙар, курсисткалар, уҡытыусылар, хеҙмәткәрҙәр алына. Казак ҡатын-ҡыҙҙары ла күп була[2]:38. Милләте буйынса күбеһе рус була, башҡа милләт вәкилдәре лә (эстон, латыш, йәһүд ҡыҙҙары) осрай. Ҡатын-ҡыҙ формированиеларында хеҙмәт итеүселәр һаны 250-нән 1500-гә тиклем етә.

Бочкарёва отрядының барлыҡҡа килеүе илдең башҡа ҡалаларында ла (Киев, Минск, Полтава, Харьков, Сембер, Вятка, Смоленск, Иркутск, Баку, Одесса, Мариуполь) ҡатын-ҡыҙ отрядтары төҙөлөүгә этәргес бирә, әммә Рәсәй дәүләте тарҡалыу барышында ҡатын-ҡыҙҙар частарын төҙөү эше тамамланмай ҡала.

1917 йылдың октябренә рәсми төҙөлгән тип иҫәпләнәләр: 1-се Петроград ҡатын-ҡыҙҙар Үлем батальоны, 2-се Мәскәү ҡатын-ҡыҙҙар Үлем батальоны, 3-сө Кубань ҡатын-ҡыҙҙар удар батальоны (пехота); Диңгеҙ ҡатын-ҡыҙҙар командаһы (Ораниенбаум); Кавалерия 1-се Петроград Хәрби Союз батальоны; доброволица (доброволец ҡатын-ҡыҙҙарҙы ул саҡта шулай тип йөрөтәләр) ҡатын-ҡыҙҙарҙың Минск айырым ҡарауыл дружинаһы. Фронтта тәүге өс батальон булып өлгөрә, хәрби хәрәкәттәрҙә Бочкарёваның 1-се батальоны ғына ҡатнаша.

Ударсы ҡатын-ҡыҙҙар йәйге лагерҙа. Ялан кухняһы

1917 йылдың 9 июлендә 200 кешеле «үлем батальоны» хәрәкәт итеүсе армияға — Көнбайыш фронттың 10-сы армияһы Себер армия корпусының 1-се часына килеп етә. 1917 йылдың 8 июлендә ул беренсе тапҡыр алышҡа инә.

Бочкарёваның үҙе шаһитлыҡ итеүенә ҡарағанда, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан 170 кешенең 30-ы һәләк була, 70-ләбе яралана. Был алышта бишенсе яраһын алған Мария Бочкарёва ай ярым госпиталдә ята һәм подпоручик чинына күтәрелә[3].

Октябрь революцияһынан һуң Рәсәйҙе донъя һуғышынан сығарырға һәм Рус император армияһын бөтөрөргә тырышҡан совет хөкүмәте бөтә «удар частарҙы» тарата. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың удар формированиелары әле 1917 йылдың 30 ноябрендә үк иҫке Хәрби министрлыҡтың Хәрби советы тарафынан тарҡатылған була. Шулай ҙа күп кенә доброволицалар 1918 йылдың ғинуарына тиклем үҙ частарында ҡала. Ҡайһы берҙәре Донға сыға һәм Аҡ хәрәкәт сафтарында большевизмға ҡаршы көрәштә ҡатнаша. Иң һуңғы булып Екатеринодарҙа төйәкләнгән 3-сө Кубань ҡатын-ҡыҙҙар удар батальоны тарҡатыла — 1918 йылдың 26 февралендә Кавказ хәрби округының уны тәьминәттән мәхрүм итеүе сәбәпле тарала.

Ҡатын-ҡыҙ үлем батальондары. 1917, июнь — 1918, ноябрь. Сафта. Фото. 1917 йылдың йәйе

Бочкарёваның Ҡатын-ҡыҙҙар батальоны һалдаттары шеврондарына баш һөйәге символы төшөрөлгән була. Ҡатын-ҡыҙҙар медкомиссия үтә һәм башындағы сәсен алдырып йөрөй[4].

Яҙыусы Борис Акуниндың «Батальон ангелов» тигән детективында ваҡиғалар 1917 йылда ҡатын-ҡыҙҙарҙың үлем батальонында бара. Реаль прототиптарҙан китапта адмирал Скрыдловтың ҡыҙы (Александра Шацкая тигән исем менән) һәм Мария Бочкарёва ҡатнаша.

  1. Революция и гражданская война в России: 1917—1923 гг. Энциклопедия в 4 томах. — Москва: Терра, 2008. — Т. 4. — С. 265. — 560 с. — (Большая энциклопедия). — 100 000 экз. — ISBN 978-5-273-00564-8.
  2. Абинякин Р. М. Офицерский корпус Добровольческой армии: социальный состав, мировоззрение. 1917–1920 гг. : Монография. — Орёл: Издатель А. Воробьёв, 2005. — 204 с. — 1000 экз. — ISBN 5-900901-57-2.
  3. Дроков С. В. Мария Бочкарева: краткий очерк русского воина. — Образовательный журнал для взрослых «Новые знания online».
  4. В.Казаков. «Женский батальон смерти» Марии Бочкаревой (К 100-летию Первой мировой войны). Оф. сайт Постоянного Комитета Союзного государства. http://www.postkomsg.com/?id=39429&template=print
  • Бочарникова М. В женском батальоне смерти // Доброволицы: Сб. воспоминаний. — М.: Русский путь, 2001. — 336 с.
  • Васильев М. В. 1-й Петроградский женский батальон в событиях 1917 года // Великая, Священная, Отечественная: Россия в Первой мировой : Международная научно-практическая конференция, посвящённая 100-летнему юбилею Первой мировой войны. — 2014.
  • Революция и гражданская война в России: 1917—1923 гг. Энциклопедия в 4 томах. — Москва: Терра, 2008. — Т. 2. — С. 77. — 560 с. — (Большая энциклопедия). — 100 000 экз. — ISBN 978-5-273-00562-4.
  • Сенин А. С. Женские батальоны и военные команды в 1917 году // Вопросы истории. 1987. № 10.