Ҡатын (хатун)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Ҡатын (Хатун) (фарс. خاتون — Khātūn, төр. Hatun, тат. хатын, монг. хатан, башҡ. - ҡатын)  — ирҙәрҙең «хан» титулына тап килгән һүҙ, Төрөк ҡағанатында, Монгол империяһында һәм Осман империяһында ҡулланылған. Яҡынса көнбайыштың «императрица», «царица», «королева» титулдарына тап килә [1].

Һунат Хатун мәсете - панорама

Төрки-монгол донъяһында таралған башҡа бик күп титулдар кеүек үк, «ҡатын (хатун)» икенсе (һинд-европа) тел төркөмөнән алынған һәм согди тамырлы тип һанайҙар[2][3][4].

Ислам Үҙәк Азияға килгәнгә тиклем «ҡатын (хатун)» титулын Бохара батшаһының ҡатыны йөрөткән («Энциклопедия ислама»):[3]

« Ҡатын (Хатун) — согди тамырлы титул, Ашин хандарының һәм уларҙан һуңғы төрки хакимдарҙың ҡатындарына һәм ҡыҙ туғандарына бирелгән дәрәжәле исеме. »

Осман империяһы барлыҡҡа килгәндән һуң солтандарҙың әсәләрен Вәлидә-солтан тип йөрөтә башлағандар, ә кәнизәктәрҙе "ҡатын" тип атағандар.

Билдәле ҡатындар (хатундар)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Боракчин-ҡатын (хатун)-(Буракчин, Боракшин) (? — 1257) — Батый-хандың оло ҡатыны, кесе йәштәге Улагчи (1256—1257) осоронда Джучи Улусы регенты. Боракчин алчи-татарҙарҙан булған. Был татар ҡәбиләһе Монголияның көнсығышында күсеп йөрөгән, уларҙың күп өлөшөн Сыңғыҙ хан 1202 йылда ҡырып бөтөргән булған. Боракчиндың Бату хан ҡатыны булғаны тураһында мәғлүмәт 1250 йылғы: Галицк-Волын йылъяҙмаһында Батый хан һарайына тәүге тапҡыр барған Даниил Галицкий, хан ҡабул иткәндән һуң, « Баракчин батшабикәгә баш эйергә» ингәне әйтелә.Батый хандың үлеменән һуң уның вариҫы булып ҡалған Сартак ҡапыл вафат булғас, ҡаған Мүнкә Боракчинды улы Улагчи балиғ булғанса ханбикә итеп ҡуя. Әммә улы ла ҡапыл үлә. Быны Берке эшләгәненә шикләнеп, икенсе улына регент булырға йыйынғас, монгол аристократияһы быға риза булмай.Бораҡчин ҡағандың ҡустыһы Хулағунан ярҙам һорарға йыйынғанын белеп ҡалып, Берке уны язалата [5].
  • Гөлфәм ҡатын (хатуун) (тур. Gülfem Hatun; 1497 — 1562, Истанбул) — осман солтаны Сөләймән кәнизәге, Шахзадә Мораттың әсәһе.1562 йылда уны солтан язалатҡан [6]
  • Дайә ҡатын (Хатун) (осман.دایه خاتون төр.Daye Hatun) — солтанды бала сағында ҡараған һөт инәһе, Вәлидә Солтандың (солтан әсәһенең) шәхси хеҙмәтсеһе, һәрәмдең ҡаҙнадары (ҡаҙна хужаһы). Дайә Солтан Сөләймәндең әсәһе - Вәлидә Солтандың иң тоғро ярҙамсыһы була. Шуның өсөн уны Вәлидә Топҡапы һарайындағы баш идарасы итеп тәғәйенләй. Дайә һәрәмдәге эштәрҙе күҙәтеп торға тейеш була ( кәрәкле ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйҙыра, кәнизәктәрҙең тәртибен ҡарай, ҡаҙна эштәрен алып бара һәм башҡалар). Ул эшен ентекле һәм яуаплы башҡара. Ул мәсет (1544 - Ҡағытхан), мәҙрәсә, һамам төҙөттөрә. Мәҙрәсәлә быуаттар буйы ярлы балаларын уҡыталар. Мәсет һаман эшләп килә. Тик солтан әсәһе ҡаты ауырып китә һәм донъя ҡуя. Дайә бының өсөн үҙен ғәйепле күреп ауырыуға һабашып үлә[7].
  • Мандухай-ҡатын (хатун) - (шулай уҡ Зирәк Мандухай ; монг. Мандухай сэцэн хатан; 1449—1510/1526) — монгол императрицаһы. Төньяҡ Юань династияһынан. Ире Даян хан Бату-Мункэ менән монгол төмәндәрен берләштергән ҡатын.Ғаиләлә берҙән-бер ҡыҙ булһа ла, ирҙәргә хас шөғөлдәр үҙләштерә: уҡый-яҙа белә, һыбай йөрөй, уҡ ата. Ире үлеп ҡалғас, ул үҙе дәүләткә идара итә башлай, яу тота, еңә. Аҫрауға алған малай буй еткергәс, уға кейәүгә сыға. Мандухай хатун Монголияла Сыңғыҙ хан тоҡомдары йоғонтоһон һаҡлауға өлгәшә, иренә ярҙам итеп, уның Даян хан (даян - бөтәһенеке тип тәржемә ителә) исеме алып, халҡын берләштереүгә өлгәшеүенә ярҙам итә. Мандухай — бөгөн дә йәшәп ятҡан атай буйынса сыңғыҙ заттарының тәүинәһе. Уның тураһында 1988 йылда « Мандухай зирәк ҡатын» (монг. Мандухай сэцэн хатан) тигән монгол фильмы төшөрөлгән[8]
  • Михри ҡатын (хатун) (1456–1514) - ҡушаматы Михрүн Әнсә (Ҡатындар ҡояшы) – төрөк шағирәһе. Амасьила бай ҡаҙый (мосолман судьяһы) ғиләһендә тыуған. Бик белемле булған: ғәрәп, фарсы телдәрен, әҙәбиәтте һәм дини китаптарҙы яҡшы белгән. ШаһзадәӘхмәд һарайындағылар менән аралашҡан. Шиғырҙары Аллаһы тәғәләгә, юғары даирә кешеләренә бағышланған. Шул уҡ ваҡытта ҡатын-ҡыҙ яҙмышы өсөн һыҡраныу ҙа булған [9].
  • Сара ҡатын (хатун). Төркмән ҡәбилә конфедерацияһы башлығы Оҙон Хәсәндең әсәһе, Көнсығыш халыҡтарында беренсе ҡатын-дипломат, Аҡ Ҡуйынлы (Коенлу) дәүләт илсеһе. 1453 йылда улының ҡушыуы буйынса ул төрөк солтаны Мәхмәт II менән һөйләшергә барып, һуғыш сығыуын туҡтатыуы билдәле[10].
  • Турҡан ҡатын (хатун) - мосолман дәүләтенең ханбикәһе, был дәүләт XIII быуатта бөгөнгө Ирандың көньяғында урынлашҡан була. Уның хаҡында төрөк яҙыусыһы Бахриә Учок "Мосолман дәүләттәрендә ҡатын наибәләр һәм хөкөмдарҙар " (Bahriye Üçok — İslam Devletlerinde Kadın Naibeler Ve Kadın Hükümdarlar) тигән китабында яҙа [11]

Шул уҡ ваҡытта Теркен-хатун, Туркан-хатун (1140-е—1233) — Хорезм ханбикәһе тигән мәғлүмәттәр ҙә бар. Уның ире Текеш була, улы Әлә-әд Дин Мөхәммәд II.Атаһы - Ҡыпсаҡ ханы Йәнкиш, баят ырыуынан.Тәркән ҡатын дәүләт эштәренә ныҡ ҡыҫылған, хатта улы Мөхәммәд тә әсәһе һүҙенән сыға алмай, ҡарарҙарын үҙгәртә торған булған. Монголдар һөжүм итеп, уларҙың дәүләтен еңгәс, үҙен "Донъялар ханбикәһе" тип кенә ататып йөрөгән Тәркән ҡатын әсиргә эләгә. Шаһтың икенсе ҡатыны Ай-Сәсәктән тыуған улы уға әсирҙән ҡасырға тәҡдим иткәс, ул ғорур ғына итеп:"Ай-Сәсәк улынан ярҙам алыуға ҡарағанда минең әсирҙә булыуым өҫтөнөрәк", - тип яуап бирә. Барыһы тарафынан да онотолған ғорур ҡыпсаҡ ханбикәһе хәйерселектә, билдәһеҙлектә үлеп ҡала (1233 йыл).[12] [13][14]

*Һунат ҡатын (хатун) комплексы 1246 йылда төрөк ҡалаһы Кайсериҙа төҙөлгән. Әләәтдин Кәйҡубат солтандың ҡатыны рухына бағышлап һалынған. Һунат ҡатындың ҡушаматы Маһпери Хатун (Айҙай сихри) булған. Комплексҡа (көллиәткә) мәсет, һамам һәм төп бина инә [15]

Билдәле ҡатындарҙың төрбәләре (кәшәнәләре)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мөмүнә ҡатын төрбәһе —Төрбәне илдәгизиҙәрҙең урындағы бер хакимы - Әзербайжан Атабәге Йыһан Пәһләүән (Йыһан Пәһләүән Шәмс әд-Дунийа үә-д-Дин Әбу Жәфәр Мөхәммәд ибн Илдениз) әсәһенең рухына бағышлап төҙөткән. Ҡоролманың атамаһы ла уның исеме менән бирелгән. Ике Атабәк табып үҫтергән, Атабәк Әл-Дениздең хәләл ефете Мөмүнә ҡатын [16].

Мөмүнә ҡатын төрбәһе
  • Бабаджи хатун кәшәнәһе Ҡаҙағстандың 500 тәнгәлек аҡсаһында.2002 йыл.

Бабажы ҡатын кәшәнәһе- (ҡаҙ. Бабажы қатын кесенесі) ) — XI быуат кәшәнәһе. Әйшә-биби XI быуаттың билдәле ғалимы һәм аҡыны Хәким Сөләймән Баҡырғандың ҡыҙы була. Уға Тараз (хәҙерге Джамбул) ханы ғашиҡ була. Ҡыҙҙы һоратҡас, атаһы ризалашмай. Әйшә һөйгәне янына ҡасып китә, тик юлда йылан сағыуҙан һәләк була. Хан һөйгән ҡыҙының ҡәбере өҫтөндә кәшәнә төҙөтә, ул Джамбул ҡалаһынан 18 км алыҫлыҡта. Автор һәм төҙөүселәре билдәле түгел. Ҡыҙҙы оҙатып барған Бабажы ҡатын ғүмеренең ахырына тиклем кәшәнәне ҡарап, тәрбиәләп тота. Үҙен шунан йыраҡ түгел ерләйҙәр, ә кәшәнәгә уның исемен бирәләр. 1982 йылдан дәүләт ҡурсыуында [17]..

  • Инжи-Бәк ҡатын (хатун) төрбәһе - Ҡырым ханы ҡатыны. Ҡырымда мәсет (1314) һәм мәҙрәсә X(IV быуаттың 30-сы йылдары) төҙөткән. 1332 йыл тигән мәғлүмәттәр бар. Мәҙрәсәне ул үҙ аҡсаһына һалдыртҡан.Вафатынан һуң уның ҡәбере өҫтөндә төрбә һалынған. Беҙҙең кәндәргә ул төрбәнән харабалар ғына ҡалған [18]

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хан (титул)
  • Ханум (ханым)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Abdülkadir Özcan. Hatun // Islam Ansiklopedisi. — İslâm Araştırmaları Merkezi, 1997. — Vol. 16. — P. 499—500
  2. Carter Vaughn Findley, «Turks in World History», Oxford University Press, 2005, p. 45: «… В тюркской государственной структуре использовалось множество элементов нетюркского происхождения […] как, например, в случае с титулами „хатун“ […] или „бек“ […] оба термина имеют согдийское происхождение и до сих пор широко используются в турецком языке…»
  3. 3,0 3,1 Fatima Mernissi, «The Forgotten Queens of Islam», University of Minnesota Press, 1993. pg 21: «… „Хатун“ — титул согдийского происхождения, носимый жёнами и родственницами… последующих тюркский правителей…»
  4. Leslie P. Peirce, «The Imperial Harem: Women and Sovereignty in the Ottoman Empire», Oxford University Press, 1993. pg 312: «… О титуле „хатун“ см.: Бойль. „Хатун“, 1933., согласно ему, титул, — согдийского происхождения, носимый жёнами и родственницами различных тюркских правителей…»
  5. Почекаев Р. Ю. Батый. Хан, который не был ханом / Научный редактор А. Г. Юрченко. — М., СПб.: АСТ, Евразия, 2007. — 350, [2] с. — (Историческая библиотека). — ISBN 978-5-17-038377-1.
  6. M. Çağatay Uluçay. Padişahların kadınları ve kızları. — 2. — Türk Tarih Kurumu, 1985. — С. 37-38. — P. 220..
  7. http://idemnavostok.ru/daje_hatun/
  8. Davis-Kimball, Jeannine. Warrior Women, An archealogist’s Search for History’s Hidden Heroines. Warner Books, Inc. 2002. ISBN 0-446-52546-4 рр. 226—228.
  9. Михри Хатун. Диван. М., 1963
  10. https://dic.academic.ru/dic.nsf/ruwiki/1620732
  11. Бахрие Учок, "Женщины-правительницы в мусульманских государствах". Перевод с турецкого 3. М. Буниятова. Издательство «Наука». Главная редакция восточной литературы. Москва 1982
  12. Акишев, Кемаль Акишевич Археологические исследования в Казахстане. — Наука, 1973. — С. 66—67. — 208 с.
  13. Буниятов, Зия М. Государство Хорезмшахов-ануштегинидов, 1097-1231. — Наука, 1986. — С. 128, 149—150. — 247 с.
  14. Восток / Институт востоковедения и Институт Африки (Академия наук СССР). — Наука, 2008. — Т. Выпуски 1-3. — С. 12—14.
  15. https://www.rutraveller.ru/place/84545
  16. Саламзаде А. Аджеми сын Абу Бекра и мемориальные памятники Нахичевана. Баку. 1976.
  17. Ошанов О. Ж. Тараз — Жемчужина Шёлкового пути (Краткая история города Тараз: от Гуннской Орды до Республики Казахстан). — Алматы: Таймас, 2014. — С. 179—181. — 296 с. — ISBN 978-601-264-131-8
  18. Крамаровский М.Г., Сейдалиев Э. И. Дюрбе Инджи-Бек Хатун в Солхате. Вопросы изучения и сохранения. - Тип: статья в сборнике трудов конференции. Год издания: 2016. -Стр. 240-243.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ала ад-Дин Джувейни. История завоевателя мира // Сборник материалов, относящихся к истории Золотой Орды. — М., 1941.
  • Рашид ад-Дин. Сборник летописей / Пер. с персидского Л. А. Хетагурова, редакция и примечания проф. А. А. Семенова. — М., Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1952. — Т. 1, кн. 1.
  • Рашид ад-Дин. Сборник летописей / Пер. с персидского О. И. Смирновой,редакция проф. А. А. Семенова. — М., Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1952. — Т. 1, кн. 2.
  • Рашид ад-Дин. Сборник летописей / Пер. с персидского Ю. П. Верховского, редакция проф. И. П. Петрушевского. — М., Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1960. — Т. 2.
  • Abdülkadir Özcan Hatun // Islam Ansiklopedisi — İslâm Araştırmaları Merkezi, 1997. — Vol. 16. — P. 499—500.
  • Лебедев Вячеслав. Монумент молодой невесте (англ.). Проверено 30 октября 2008. Архивировано 20 марта 2012 года.
  • Ошанов О. Ж. Тараз — Жемчужина Шёлкового пути (Краткая история города Тараз: от Гуннской Орды до Республики Казахстан). — Алматы: Таймас, 2014. — С. 179—181. — 296 с. — 2000 экз. — ISBN 978-601-264-131-8.
  • Казахская ССР: краткая энциклопедия / Гл. ред. Р. Н. Нургалиев. — Алма-Ата: Гл. ред. Казахской советской энциклопедии, 1991. — Т. 4: Язык. Литература. Фольклор. Искусство. Архитектура. — С. 143—144. — 31 300 экз. — ISBN 5-89800-023-2.
  • Сафаргалиев М. Г. Распад Золотой Орды. — Саранск: Мордовское книжное издательство, 1960.- 1500 экз.