Ҡолой ауыл биләмәһе
Ҡолой ауыл биләмәһе | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ үҙәк | Ҡолой ауылы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Арғаяш районы |
Халыҡ һаны | 5517 кеше (1 ғинуар 2018)[2] |
Ҡолой ауыл биләмәһе — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында муниципаль берәмек. Юридик адресы: 456894, Силәбе өлкәһе, Арғаяш районы, Ҡолой ауылы, Чапаев урамы, 19 Административ үҙәге — Ҡолой ауылы. Ҡолой ауылы муниципаль берәмегенә яҡын ауылдар — Ҡәҙер, Һәйбәт, Берёзовка һәм Ялтыр ауылдары. Ҡолой ауыл биләмәһе үҙәге «Силәбе — Яратҡол» юлында урынлашҡан. Был ауыл аша Мейәс, Ҡуянбай, Һырғайҙы йылғалары аға.
Тарихы һәм һүрәтләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡолой ауыл биләмәһенең статусы һәм сиктәре 2004 йылдың 12 ноябрендә Силәбе өлкәһе «Арғаяш муниципаль районының һәм уның составындағы ауыл биләмәләренең статусы һәм сиктәре тураһындағы» 292-ЗО Законы менән билдәләнгән [3].
Ҡолой ауыл биләмәһенә 13 ауыл ҡарай, халҡы 6631 кеше. Биләмәлә 5 ауыл хужалығы предприятиеһы һәм крәҫтиән-фермерлыҡ хужалығы эшләй, улар 1000 гектарҙан ашыу ерҙе эшкәртә.
4 дөйөм белем биреү мәктәбе, 8 төрҙәге бер мәктәп, 1 балалар йорто, 4 балалар баҡсаһы эшләй. Дөйөм практикалы табиптарҙың 2 үҙәге, тиҙ ярҙам, 1 аптека бар. Рәсәй Һаҡлыҡ банкы бүлексәһе эшләй. Ҡолой ауыл биләмәһендә дүрт «Арғаяш районының почетлы гражданы»: Хәйруллин Рамаҙан Фәтҡулла улы, Ғарипов Насир Һиҙиәт улы, Фәхретдинов Әсҡәт Фәхрислам улы, Хәйруллина Зәйтунә Ҡәйүм ҡыҙы йәшәй. Ҡолой ауыл биләмәһендә 1954 йылда төҙөлгән ауыл мәҙәниәт йорто, биш ауыл клубы, филиалдары менән Павленков китапханаһы, хореография һәм художество һәм һынлы сәнғәт бүлектәре менән сәнғәт мәктәбе филиалы эшләй.
Башҡорт халыҡ коллективы «Ҡолой моңдары» өлкәнән ситтә киң танылыу алған[4].
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
2002[5] | 2010[6] | 2011[7] | 2012[8] | 2013[9] | 2014[10] | 2015[11] |
5896 | ↘5606 | ↗5610 | ↘5598 | ↗5602 | ↘5573 | ↘5501 |
Ауыл биләмәһе составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
№ | Тораҡ пункт | Тораҡ пункты төрө | Халҡы |
---|---|---|---|
1 | Һәйбәт | ауыл | ↘254[6] |
2 | Байғаҙы | ауыл | ↘539[6] |
3 | Березовка | ауыл | ↘662[6] |
4 | Оло Иҫәнгилде | ауыл | ↘202[6] |
5 | Оло Ҡуйһары | ауыл | ↘502[6] |
6 | Оло Миҙиәк | ауыл | ↘14[6] |
7 | Дәүләтбай | ауыл | ↘152[6] |
8 | Ҡәҙер | ауыл | ↗140[6] |
9 | Калиновка | ауыл | ↘102[6] |
10 | Ҡолой | ауыл, административ үҙәк |
|
11 | Ҡолоҡай | ауыл | ↘62[6] |
12 | Ҡорамша | ауыл | ↗138[6] |
13 | Марксист | ауыл | ↘75[6] |
Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡолой ауылында архитектура ҡомартҡыһы — боронғо мәсет урынлашҡан
Билдәле һәм арҙаҡлы шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Көсөковтар — Ҡолой ауыл биләмәһенә ҡараған Оло Иҫәнгилде ауылынан кантон башлыҡтары, башҡорт дворяндары нәҫеле.
- Сиражетдинов Харис Мөхәмәтжән улы (15.09.1918 — 10.10.2006) — Ҡолой ауылы мәсәте имам-хатибы.
- Байғаҙы Ҡоҙамышев — 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһы Әйле улусы старшинаһы.
- Йәләлетдинов Вәкил Әхәр улы — йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2002) һәм атҡаҙанған (1995) артисы.
- Көсөков Раил Фазыл улы — опера йырсыһы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика конкурсы лауреаты.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Закон Челябинской области от 12 ноября 2004 года № 292-ЗО «О статусе и границах Аргаяшского муниципального района и сельских поселений в его составе»
- ↑ http://kuluevo74.ru/
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ 6,00 6,01 6,02 6,03 6,04 6,05 6,06 6,07 6,08 6,09 6,10 6,11 6,12 Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Численность постоянного населения Челябинской области в разрезе муниципальных образований на 1 января 2012 года . Дата обращения: 12 апрель 2014. Архивировано 12 апрель 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Ҡолой > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник