Ҡолой (ауыл)
Уҡыу көйләүҙәре
| Ауыл | |||||
| Ҡолой | |||||
| |||||
| Ил | |||||
|---|---|---|---|---|---|
| Федерация субъекты | |||||
| Муниципаль район | |||||
| Координаталар | |||||
| Климат тибы |
уртаса континенталь | ||||
| Милли состав | |||||
| Һанлы танытмалар | |||||
| Автомобиль коды |
74, 174 | ||||
| ОКАТО коды | |||||
| ОКТМО коды | |||||
| ГКГН номеры | |||||
| Рәсми сайт | |||||
|
| |||||
Ҡолой — Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы башҡорт ауылы, Ҡолой ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Почта индексы - 456894, ОКАТО коды — 75206870001.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға Ҡолой (Мөхәмәтҡолой) Көсөков (1764 йыл — 1840 йылдан һуң) нигеҙ һала.
Топонимикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ ауыл исемен Ҡолой тип йөрөтә — бында электән килеп урынлашҡан Әйле ҡәбиләһенең көнсығыш төркөмө составына ингән башҡорт ҡолой ырыуының исеме менән атай. Ҡолой (Кулуй) — ырыу атамаһына күскән боронғо төрки ир-ат исеме.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 2764 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 1305 ир-ат һәм 1459 ҡатын-ҡыҙ[1].
2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса башҡорттар (69 %) йәшәй[2][3].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- Йәләлетдинов Вәкил Әхәр улы — йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2002) һәм атҡаҙанған (1995) артисы.
- Кинйәбулатов Уран Кәрим улы (1934—2003) — башҡорт шағиры.
- Көсөков Раил Фазыл улы — опера йырсыһы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика конкурсы лауреаты.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Челябинской области. Таблица 11 2019 йыл 2 апрель архивланған..
- ↑ База данных переписи 2002 года(недоступная ссылка)
- ↑ Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡолой ауылы 2021 йыл 21 октябрь архивланған.