Сайма (Арғаяш районы)
Сайма | |
Нигеҙләү датаһы | 1912 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Кузнецк ауыл биләмәһе[1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны |
24 кеше (2002)[2], 37 кеше (2010)[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 300 метр |
Майҙан | 0,14 км² |
Почта индексы | 456896 |
Сайма Викимилектә |
Сайма — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Арғаяш районындағы ҡасаба. Үрге Өпәле ҡалаһы территорияһында урынлашҡан[4]. Кузнецк ауыл биләмәһе составына инә.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Елән ярымутрауынан яҡын[5][6], Уйылды күленең төньяҡ-көнсығыш яр буйында урынлашҡан. Ҡасаба янында тағы ла бер нисә күл бар: Тәрәнкүл[7], Доронькин[8] һәм башҡалар[9][10]. Шулай уҡ ҡасабаһынан алыҫ түгел Лисий утрауы бар[11].
Арғаяш районының төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Район үҙәге Арғаяш ауылына тиклем — 30 км, ауыл биләмәһе Кузнецк ауылына тиклем 12 км алыҫлыҡта.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сайма һүҙенең мәғәнәһе төрлөсә фаразлана. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр йылға атамаһын балыҡсыларҙың промысла туҡталкаһына бәйләйҙәр[12]. Силәбе өлкәһе буйынса тыуған яҡты өйрәнеүсе, топонимист Шувалов Н. И. «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области» китабында: "Саима, Сайма — распространенное у мусульманских народов арабское женское имя — «соблюдающая пост», тип яҙа[4]. Сайма исеменән ҡасаба атамаһы булыуы ихтимал.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Утар 1912 йылда Ҡыштым улусында нигеҙләнә. Башта Уйылды Саймаһы тип атала, сөнки ҡасаба ошо уҡ исемле күл буйында урынлашҡан. Һуңынан Балыҡсылар Саймаһы (Рыболовная Сайма) (халыҡ кәсебенән) итеп үҙгәртелә.
Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, 1926 йылда был урында бер генә йорт торған. 1948 йылға тиклем ҡасаба Ҡыштым районы составына инә, һуңғараҡ Арғаяш районына күсерелә.
Уның территорияһында балыҡ тотоу артеле ойошторола.
XXI быуат башында ситтән килгән кешеләр иҫәбенә ҙур ҡасабала булмаған үҫеш күҙәтелә. Балыҡсылыҡ хужалыҡтары һаҡланып ҡалған.. Ҡасаба биләмәләре тирәһе ял базалары[13][14][15][16], шулай уҡ коттедждар менән тулған.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1926 йылда бер йортта 3 кеше йәшәгән, артабан халыҡ һаны бик ныҡ үҫешә, 1970 йылға ҡарата унда 210 кеше йәшәй, әммә бер тиҫтә йылдан халыҡтың ҡырҡа кәмеүе күҙәтелә: 1983 йылда — 49 кеше, 1995 йылда — 43 кеше. Хәҙерге ваҡытта ҡасабала урыҫтар йәшәй.
Халыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[17] | 2010[18] |
24 | ↗37 |
Иҫтәлекле урындар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төп иҫтәлекле урын тип Уйылды күле иҫәпләнә.
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасаба күрше тораҡ пункттары менән шоссе юлдары аша тоташа..
Сайма ҡасабаһынан район үҙәге Арғаяшҡа автобус йөрөй[19].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасабала 5 урам бар: Курорт, Урман, Яр буйы, Сайма тыҡрығы, Ҡарағайлыҡ.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ 4,0 4,1 Топонимы Челябинской области (С_)
- ↑ полуостров Елин, Кузнецкое сельское поселение . ulitsy.openalfa.ru. Дата обращения: 13 апрель 2020.(недоступная ссылка)
- ↑ Остров Елин . wikimapia.org. Дата обращения: 13 апрель 2020.
- ↑ Wikimapia - Let's describe the whole world! wikimapia.org. Дата обращения: 13 апрель 2020.
- ↑ Озеро Доронькино Челябинской области . reki-ozera.ru. Дата обращения: 13 апрель 2020.
- ↑ Озеро Большой Биляшкуль Челябинской области . reki-ozera.ru. Дата обращения: 13 апрель 2020.
- ↑ озеро Акачкуль . Яндекс.Карты. Дата обращения: 13 апрель 2020.
- ↑ Остров Лисий . wikimapia.org. Дата обращения: 13 апрель 2020.
- ↑ сайма — Викисловарь . ru.wiktionary.org. Дата обращения: 13 апрель 2020.
- ↑ Светлана и Константин Теличко. Весенние Увильды: отдых с детьми — Наш Урал . Дата обращения: 13 апрель 2020.
- ↑ База отдыха "Жемчужина" на озере Увильды . Дата обращения: 13 апрель 2020.
- ↑ База отдыха Чайка и Волшебный городок на озере Увильды — База отдыха Чайка на оз. Увильды. Челябинск. Екатеринбург. Отдых круглый год . Дата обращения: 13 апрель 2020.
- ↑ База отдыха «Скалистый мыс» - Сайма, Челябинская область, фото турбазы, цены, отзывы . Дата обращения: 13 апрель 2020.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Автобусы Туту . Туту автобусы. Дата обращения: 13 апрель 2020.(недоступная ссылка)