Губернск (Силәбе өлкәһе)
Губернск | |
Нигеҙләү датаһы | 1784 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Кузнецк ауыл биләмәһе[1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны |
843 кеше (2002)[2], 751 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 456891 |
Губернск — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Арғаяш районындағы ауыл. Кузнецк ауыл биләмәһе составына инә.
Арғаяш районының төньяҡ-көнбайышында, Оло Иртәк һәм Кесе Иртәк күлдәре буйҙарында, урынлашҡан. Бер километр алыҫлыҡта Уйылды күле ята. Район үҙәге Арғаяш ауылына тиклем 24 км, ауыл биләмәһенең админстратив үҙәге Кузнецкиға тиклем 6 км.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Боронғо башҡорт ерҙәрендә 1784 йылда билдәле урыҫ сәнәғәтсеһе һәм бағымсыһы Н. Н. Демидов тарафынан, Раштыуа посы көндәрендә, нигеҙ һалынған. Крепостной крәҫтиәндәр Һарытау губернаһы Тютнярь ауылынан (хәҙер Пенза өлкәһе Кузнецк районы) күсерелгән.
Пермь губернаһы Екатеринбург өйәҙе Рождественск улусында башта Рождественск, һуңынан Тютняры ауылы булып теркәлгән[4].
1919 йылдың 27 июлендә ауыл эргәһендә Ҡыҙыл Армияның 27-се һәм 35-се уҡсылар дивизиялары һәм Колчак ғәскәрҙәренең Урал төркөмө араһында ҡаты бәрелештәр бара.
1930 йылда бында «Революция» һәм «Ударник» колхоздары ойошторола[5].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[6] | 2010[7] |
843 | ↘751 |
XIX быуат аҙағында— 6860 кеше, 1995 йылда — 924 кеше йәшәгән. Хәҙерге ваҡытта ауылда урыҫтар (82 %) һәм башҡорттар (14 %) йәшәй.
Иҫтәлекле урындар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1899 йылда Тихвин Божья матерь иҫтәлегенә сиркәү, хәҙерге ваҡытта ғәмәлдә[8].
Данлыҡлы шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы генерал-полковник В. С. Архипов (1906—1985).[9][10]
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасабала 14 урам, 3 тыҡрыҡ бар[11].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ Евгений:. Основание села Губернское | | Храм Тихвинской иконы Божией Матери, село Губернское. Официальный сайт. Тихвинский храм (20 сентябрь 2017). Дата обращения: 7 октябрь 2019.
- ↑ Челябинская область. Энциклопедия. В 7 томах . www.encyclopedia.ru. Дата обращения: 26 август 2019.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Губернское. Достопримечательности. Челябинская область | Клуб путешественников . kp74.ru. Дата обращения: 7 октябрь 2019.
- ↑ Архипов Василий Сергеевич . www.warheroes.ru. Дата обращения: 7 октябрь 2019.
- ↑ Архипов Василий Сергеевич .(недоступная ссылка)
- ↑ Регионы России → Челябинская обл. → Аргаяшский р-н → Губернское с.