Ҡаракүлмәк (Арғаяш районы)
Ҡаракүлмәк | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Аяҙғол ауыл биләмәһе[1] |
Почта индексы | 456885 |
Ҡаракүлмәк — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Арғаяш районындағы ҡасаба. Аяҙғол ауыл биләмәһе составына инә.
Ҡасаба Куйбышев исемендәге колхоздың 4-се һөт етештереү һәм эшкәртеү фермаһы эргәһендә нигеҙләнә[2]
Исеменең килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡаракүлмәк топонимы Арғаяш, Ҡонашаҡ һәм Сосновка райондарында осрай: ауыл, ҡасаба, ике күл, һаҙлыҡ.
Ике башҡорт һүҙҙәненән ҡоролған: ҡара һәм күлмәк. Н. И. Шуваловтың һүҙлегендә әлеге атамаға бына ниндәй аңлатма бирелә:
С башкирских слов: кара — в значении «опасный», «страшный», кульмяк — «озерцо», означает «водное окно», «остаток водоема, участок открытой воды на поверхности болота, зарастающего озера», «трясина со стоячей водой», «бездонная болотная топь».
Башҡорт теленең академик һүҙлегендә күлмәк һүҙенең 2-се варианты — Р. — окно в болоте; үлән баҫҡан күлдең асыҡ урыны, тип бирелгән. Ҡара һүҙенең мәғәнәләре бик күп, шулар араһында 18. күсм. Үҙе эйәреп килгән исемдәрҙең мәғәнәһенә ҙур кимәл, көслө дәрәжә төҫмөрө бирә тигән аңлатма Ҡаракүлмәк гидронимына тап килә[3].
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡасаба Арғаяш районы үҙәгендә, Ҡаракүлмәк күле буйында, урынлашҡан. Исеме лә күл атамаһынан алынған. Ҡасаба район үҙәге Арғаяш ауылынан 2 км төньяҡ-көнбайыштараҡ ята.
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[4] | 2010[5] |
7 | ↘6 |
(1970 — 17, 1983 — 7, 1995 — 6)
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Фермер урамы
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр территориялары классификаторы (ОКТМО)
- ↑ Челябинская область. Энциклопедия. В 7 томах. www.encyclopedia.ru. 26 август 2019 тикшерелгән.
- ↑ [Башҡорт теленең академик һүлеге. IV том.Өфө, 2012, 808-се бит]
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 13 февраль 2016. 13 февраль 2016 тикшерелгән.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Тәүге сығанаҡтан архивланған 13 февраль 2014. 13 февраль 2014 тикшерелгән.