Эстәлеккә күсергә

Ҡаракүлмәк (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаракүлмәк
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Карта

Ҡаракүлмәк рус. Каракульмяк - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы күл.

Күлдең атамаһы башҡортса "ҡара" һәм "күлмәк" тигән һүҙҙәрҙән барлыҡҡа килгән, тип яҙған Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнеп, китаптар сығарған географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә [1].[2].Күлмәк - үлән баҫҡан күлдең асыҡ урыны;күл мәкеһе тип аңлата 2 томлыҡ "Башҡорт теленең һүҙлеге" [3].

Географик координаттары - киңлеге: 55°30′33″N (55.509034), оҙонлоғо: 60°52′16″E (60.871092)

Ярындағы тораҡ пункттар: Силәбе өлкәһенең Ҡаракүлмәк, Арғаяш ауылдары [4]

Көнсығышынан Арғаяш урманы урынлашҡан. Көньяҡ-көнсығыш ярынан Арғаяш ауылы урамдары башлана, төньяғынан 75К-036 автоюлы үтә.

Ҙур булмаған һыу ятҡылығы, түңәрәк һыҙатланышлы. Арғаяш ауылының төньяҡ яғында, үҙе исем биргән Ҡаракүлмәк ауылына яҡын урынлашҡан.

Күл ярҙарына яҡын һыуҙы 5 метр бейеклеккә еткән һаҙ үҫемлектәре уратып алған, яр буйҙары һаҙлыҡлы.

Иң тәрән урыны - 2,5 метр. Күл һаҙға әйләнә бара [5].

Һыуы таҙа, үтәҙек.Уға шишмәләр ҡоя, ер аҫты һыуҙары ҡушыла.

Флораһы һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ярҙарында ҡамыш, екән, ҡырҡбыуын, мүк һәм башҡа һаҙ үләндәре үҫә [5] Күлдә табан табан, ротан[6]..

  1. Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  2. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  3. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 861 бит
  4. КАРАКУЛЬМЯК (АРГАЯШСКИЙ РАЙОН)
  5. 5,0 5,1 Озеро Каракульмяк
  6. Озеро Каракульмяк. Күлдә балыҡсылар балыҡ тоторға хирономус ҡарышлауыҡтарын (малинка) йыя Озеро Каракульмяк [1]
  • Шувалов Н. И. Окункул // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7.
  • Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.
  • Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 2. Тобол / под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1965. — 240 с.
  • Озеро Каракульмяк [2]</ref>
  • КАРАКУЛЬМЯК (АРГАЯШСКИЙ РАЙОН)[3]