Эстәлеккә күсергә

Бидинск (ҡасаба)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бидинск
Нигеҙләү датаһы 1960
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Кузнецк ауыл биләмәһе[1]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 80 кеше (2002)[2],
64 кеше (2010)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 305 метр
Почта индексы 456891
Карта

Бидинск — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Арғаяш районындағы ҡасаба. Кузнецк ауыл биләмәһе составына инә.

Арғаяш районының төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Биҙа күле буйында, урынлашҡан. Район үҙәге Арғаяш ауылына тиклем 22 км, ауыл биләмәһенең үҙәге Кузнецк ауылына тиклем 4 км.

Тораҡ пункты башҡорт ҡәбиләләренең тарихи ерҙәрендә төҙөлгән. 1930 йылға тиклем ауыл Арғаяш районына инә (Башҡорт АССР-ы), 1934 йылда район Силәбе өлкәһе ҡарамағына тапшырыла. 1960 сы йылдарҙа ҡасаба элекке утар урынында төҙөлә[4].

Исеменең килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атама тарихы асыҡланмаған. Ҡасаба исеме күл исеменән алынғаны билдәле. Боронғо башҡорт ерҙәрендәге географик атамалары танымаҫлыҡ булып үҙгәргәненә күрә, тарихи Башҡортостан ерҙәре топонимикаларын асыҡлау өсөн, һис шикһеҙ, төрки телле (башҡорт телле) белгестәр кәрәк. Күлдең атамаһы урыҫ вариантында Бида тип бирелә. Башҡорт академик һүҙлегендә биҙа һүҙенең бер нисә мәғәнәһе бар: Биҙа I (урыҫса беда). 1. биҙаға ҡалыу; 2. Мәшәҡәтле, насар нәмә. 3. Биҙа һалыу (ғауғалау); Биҙа II. Ҡайһы бер сифат һәм рәүеш менән килеп, уның мәғәнәһен көсәйтә. Биҙа күп. Биҙа һәйбәт.; Биҙа III. Биҙа ҡороу (скандалить), Биҙалаланыу (капризничать), Биҙасыл (ноющий по пустякам) һәм башҡа бик күп варианттар[5].

Башҡортостандың Яңауыл районында Беҙ йылғаһы бар (икенсе варианты Биҙ), Күгәрсен районында ла Биҙ йылғаһы аға. Топонимдар һүҙлегендә фин-уғыр vis (һыу, йылға) һүҙенән барлыҡҡа килеүе ихтимал, тип бирелә[6].

Ошоларҙан сығып, йылғаның исемен аныҡлап булыуы бар.

Халыҡ иҫәбе
2002[7]2010[8]
8064

1970 йылда— 214 кеше, 1983 йылда — 89 кеше, 1995 йылда 77 кеше йәшәй.

— Иркен

— Ҡояшлы

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
  3. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
  4. Челябинская область. Энциклопедия. В 7 томах. www.encyclopedia.ru. Дата обращения: 26 август 2019.
  5. Башҡорт академик һүҙлеге, Өфө, 2011, 252-се бит
  6. Топонимдар һүҙлеге
  7. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
  8. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.