Эстәлеккә күсергә

Байғаҙы Ҡоҙамышев

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Байғаҙы Ҡоҙамышев
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған урыны Иҫәт провинцияһы
Байғаҙы
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр, Пугачёв Емельян Иванович
Хәрби звание полковник[d]
Һуғыш/алыш 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы

Байғаҙы Ҡоҙамышев (18-се быуаттың сиреге — 1800 йылдан һуң) — Емельян Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы. Әйле улусы старшинаһы. Е. И. Пугачёв полковнигы.

Байғаҙы Ҡоҙамышев Себер даруғаһы Иҫәт провинцияһы Әйле улусы (хәҙер Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы) Байғаҙы ауылында тыуған.

Иҫәт провинцияһы Әйле улусының старшинаһы булған. Уның ҡарамағына 356 йорт ингән, улар менән етәкселек иткән.

1773 йылдың ноябрь-декабрь айҙарында Емельян Пугачёв ихтилалына килеп ҡушыла. Ул Баҙарғол Юнаев, Юламан Ҡушаев, Һары Абдуллиндар менән берлектә Урал аръяғы башҡорттарын каратель отрядтарына берләшеүгә ҡаршылыҡ күрһәтә. Ырымбур, Иҫәт провинцияһы губернаторҙары ғәскәренә ихтилалға ҡаршы халыҡты өгөтләгән указдарын таратыуға юл бирмәйҙәр. Байғаҙы Ҡоҙамышев декабрь айында И. Н. Грязнов етәкселегендәге баш күтәреүсе армия сафына күсә. Уның менән Силәбе ҡалаһын ҡамауҙа ҡатнаша. Унан һуң Ғайса Туҡтағолов менән баш күтәреүселәр армияһының айырым төркөмөн төҙөйҙәр. Силәбе ҡалаһының гарнизон хеҙмәтен башҡара.

1774 йылдың 21 майында Троицк ҡәлғәһе эргәһендә батша армияһы генерал-поручигы И. А. Деколонг, 22 май Лягушино ауылы эргәһендә подполковник И. И. Михельсон каратель отрядтары менән һуғышҡандан һуң, Пугачёв ғәскәрендә 500-ләп кенә кеше ҡала[1].

Емельян Пугачёв тәүҙә Байғаҙы ауылында старшина Байғаҙы Ҡоҙамышевта йәшеренеп тора. Бер аҙна эсендә Байғаҙы Ҡоҙамышев, Баҙарғол Юнаев, Юламан Ҡушаев, Мансур Таймасов урындағы башҡорттарҙан һәм завод крәҫтиәндәренән Пугачёвҡа яңы ғәскәр туплап бирәләр[2]. Яңы төҙөлгән Төп ғәскәр составында Ҡоҙамышев Михельсон каратель корпусы менән булған бөтә һуғыштарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Әшит ҡәлғәһен, Уҫы, Ижевск һәм Воткин заводтарын ҡамайҙар. 1774 йылдың 5 июнендә Пугачев сығарған указда Байғазы Ҡоҙамышевтың да исеме бар. Документта Пугачёвтың бөтә старшиналарҙы ла көмөш уҡалы карамзин кафтан менән бүләкләнәсәге тураһында ышандырыуы, бүләккә ҡаршы уға старшиналарҙың берәр ат бирергә вәғәҙәләшкәне теркәлгән. Баш күтәреүселәр армияһы Ҡазан янында еңелгәндән һуң, Пугачев Волга аръяғына китә, ә Байғаҙы Ҡоҙамышев Урал аръяғы ихтилал етәкселәре менән Иҫәт провинцияһына ҡайта. 1774 йылдың ҡышына тиклем батша властары менән һуғышты дауам итә. Иҫәт провинцияһы канцелярияһының урындағы власть (1774 йылдың 17 декабрь) «Ведомости» яҙмаһында Байғаҙы Ҡоҙамышевтың ғәйебен таныуы тураһында теркәлеү бар. Күрәһең, үҙ теләге менән ғәйебен таныу уны язанан ҡотҡарған. Шул уҡ ваҡытта Әйле улусының старшинаһы булып ҡалған.