Грязнов Иван Никифорович
Грязнов Иван Никифорович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 1725 |
Тыуған урыны | Ульяновск, Ҡазан губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 26 июль (6 август) 1774 |
Вафат булған урыны | Ҡазан, Ҡазан губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Үлем сәбәбе | яуҙа һәләк була[d] |
Иван Никифорович Грязнов (1725 йыл— 15 июль 1774 йыл) — 1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Иҫәт провинцияһында ихтилалдың етәксеһе. 1773 йылдың ноябрь—декабрендә Е. И. Пугачевтың армияһы өсөн пушкалар һәм боеприпастар етештереүҙе ойоштороусыларҙың береһе. 1774 йылдың ғинуарынан баш күтәреүселәр хәрәкәте менән Силәбене ҡамауға алыу һәм баҫып алыу менән етәкселек итә.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ихтилалға тиклем
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығышы менән сауҙагәрҙәр ғаиләһенән, бер мәғлүмәттәр буйынса — Семберҙән, икенселәре буйынса — Екатеринбург тау ведомствһынан. Пугачев ихтилалы башлағанға тиклем Грязнов сауҙагәр булараҡ бөлгөнлөккә төшә һәм үҙенең сауҙа эше булмай, һуңғы бер нисә йылда Урал металлургия заводтарында приказчик булып хеҙмәт итә. Силәбе властарына һәм халҡына яҙылған хаттарынан һәм өндәмәләренән Грязнов белемле булыуы һиҙелә, илдәге хәлдәргә үҙ ҡарашы, үҙ фекере була. Кәүҙәһе ныҡ, ҡуңырыраҡ йөҙлө, һаҡалы һәм сәстәре ҡара, әммә пеләш булған[1][2].
Пугачев ихтилалында ҡатнашыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1773 йылдың сентябрендә Ырымбур губернаһында Яйыҡ казактарының ихтилалы башлана, ихтилал өсөн сәбәп тә табыла — «император Петр Федоровичтың мөғжизәле ҡотҡарылыуы» тураһында хәбәр ителеүе. Октябрь башында Ырымбур тирәһенә пугачевсыларҙың килеүе менән уларға татарҙар, Уралда заводтар-ҡәлғәләр төҙөү өсөн үҙҙәренең урман һәм ер биләмәләрен юғалтҡан башҡорттар ҡушыла башлай. «Петр III» армияһына ҡушылған башҡорт отрядтары, тәү сиратта, үҙ ерҙәрендә заводтарҙы һәм тораҡ пункттарын юҡ итергә тырышалар. Был шарттарҙа ҡәнәғәт булмау өсөн үҙ сәбәптәре булған завод крәҫтиәндәре[3], «император Петр Федоровичҡа» әүҙем ҡушылалар, шул иҫәптән пугачевсыларҙан башҡорттарҙың һөжүмдәренән яҡлау эҙләү маҡсатында ла[4].
Иван Грязнов пугачевсыларға ихтилалдың иң башында, 1773 йылдың октябрендә, беркетелгән завод крәҫтиәндәр отряды составында ҡушыла һәм Ағиҙел йылғаһындағы Стәрлетамаҡ пристаненың һәм Табын ҡаласығын баҫып алыуҙа ҡатнаша. В. В. Мавродин һәм Ю. А. Лимонов уны башҡорттарҙың, завод крәҫтиәндәренең һә Иҫәт казактарының берләштерелгән отрядтарының етәксеһе итеп күрһәтәләр[5], шул уҡ ваҡытта тарихсы М. И. Минеев дөйөм етәкселек атаман Хлопушала булған тип һанай[6], башҡорт тарихсыһы С. У. Таймаҫов фекеренсә, отрядтар менән башҡорт старшинаһы Ҡасҡын Һамаров етәкселек иткән[7].
1773 йылдың ноябрь аҙағында Стәрлетамаҡ ҡәлғәһе тирәһенән ихтилалсылар отрядының бер өлөшө заводчиктар Твердышев һәм Мясниковтар хужа булған Богоявленск баҡыр иретеү заводына килеп етә. Мавродин фекере буйынса, «завод крәҫтиәндәре пугачевсылар отрядын ихлас күңел менән ҡаршы алалар…Был партияны Сембер сауҙагәре Иван Никифорович Грязнов етәкләгән… тип фаразларға нигеҙ бар»[8] Аҙаҡ Грязновтың отрядына киләсәктә Грязновтың иң яҡшы иптәше булып киткән Григорий туманов етәкселегендәге Воскресенка баҡыр иретеү заводы крәҫтиәндәре үҙ ирке менән ҡушылалар[9]. Таймаҫов килтергән мәғлүмәттәр буйынса, Богоявленск заводын старшина Ҡанбулат Юлдашев етәкселегендәге 500 кешенән торған башҡорт отряды алған, ә Воскресенка заводын — Чика-Зарубин отрядтары.
Богоявленск һәм Воскресенка заводтарының алыныуы 1773 йылдың ноябрь аҙағына ҡарай, шул уҡ ваҡытта, Ю. А. Лимонов фекере буйынса, Иван Грязнов Бәрҙеләге Пугачевтың ставкаһына ноябрь башында уҡ килгән һәм пушкаларҙы һәм йәҙрәләрге ҡойоуҙы эргә-тирәләге заводтарҙа ойоштороуҙы тәҡдим итә. Бәрҙелә завод крәҫтиәндәренән һәм эшселәрҙән Грязнов оҫталарҙы табып ала, улар араһында « механик фән белгән» Василий Макшонцев, «суйын ҡойоу припастарын белгән» Василий Алимпеев,һыҙмасы Логинов Василий булалар. Воскресенка заводына ебәрелгән оҫталар Пугачев ғәскәренә 11 орудие, шулай уҡ йәҙрәләр һәм бомбалар яһайҙар[10].
Иҫәт провинцияһында. Силәбене ҡамау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пугачев Грязновтың эш тәжрибәһен һәм энергияһын юғары баһалай, казактар, башҡорттар һәм завод крәҫтиәндәренән торған отряд менән уны «баш полковник» дәрәжәһен биреп, Иҫәт районына юллай — был район ихтилалсылар өсөн бик кәрәкле, ббик мөһим була, сөнки бында завод-рудниктар күп була, халыҡ та күп йәшәй. был төбәктә инде башҡорт отрядтары эш итә, ә декабрҙең уртаһынан Чика-Зарубин бойороғо буйынса Иҫәт провинцияһына атаман вәкәләттәре менән Табын казагы Иван Кузнецов килә, уның ғәмәлдәре һөҙөмтәһендә ғәскәргә Һатҡы, Златоуст һәм Ҡатау-Ивановка заводтарынан беркетелгән крәҫтиәндәр һәм эшселәр ҡушыла. Кузнецов урындағы казактарҙы ла йәлеп итә, әммә Иҫәт провинцияһына Грязнов ебәрелеүе тураһында хәбәр килә, ә Кузнецовты Чика-Зарубин ғәмәлдәрҙе бер-беренә тура килтереү өсөн Красноуфимск һәм Көңгөр райондарына ебәрә[11].
Һатҡы һәм Златоуст заводтарында үҙенең отрядын 700 кешегә тиклем еткереп, 3 (14) ғинуар 1774 йылдың 3 (14) ғинуарында Грязнов Силәбенән 70 саҡрымда ятҡан Кундравин биҫтәһенә килә, бында башҡорттарҙың һөжүменә ҡаршы торорлоҡ отряд булдырғандар һәм «император Петр Федоровичҡа» ант бирергә әҙер булалар. Шулай уҡ баш күтәреүселәргә Ҡыштым һәм Касли заводтары, Верхнеувельск биҫтәһе, Коель һәм Сыбаркүл ҡәлғәләре ҡушыла. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Грязновтың отрядтары 6 мең тирәһе кешенән торған армияға әүреләләр[12].
Грязнов Иҫәт провинцияһының административ үҙәге — Силәбелә — казактарҙың атаманы Максим Уржумцев менән бәйләнеш булдырыуға өлгәшә һәм уны «Петр III» батшаға ҡушылырға күндерә. Тыныс ваҡытта Силәбе казактары халыҡтың күпселеген тәшкил итә, әммә ихтилал башланыу менән ҡалаға 2 мең тирәһе дәүләт крәҫтиәндәрен алып киләләр, уларҙы «выписной казак» итеп яҙҙыралар, шулай уҡ ялан пушкалары булған Тубыл ҡала батальонының ротаһын күсерәләр. Грязновҡа ышанып, Силәбе казактары бола күтәрәләр, әммә Тубыл ротаһының командиры подпоручик Пушкаревтың етеҙ ғәмәлдәре боланы баҫтырыуға алып килә, казактарҙың күпселегенә ҡаланан ҡасырға тура килә[13].
8 ғинуарға ҡараған төндә 4 меңлек отряд етәкселегендә Грязнов Силәбегә яҡыная, ҡалаға ике өндәмә ебәрә -— воевода иптәшенә ҡаршылыҡты туҡтатыу буйынса[14] һәм Силәбе халҡына «законлы батшаға» буйһоноу буйынса.
9 ғинуарҙа Грязнов Силәбе ҡәлғәһенең диуарҙарына ут аса, әммә 18 орудиенан ҡеүәтле яуабы пугачевсыларҙы сигенергә мәжбүр итә. Казактары һәм завод крәҫтиәндәре заводы, ҡыштым 10 ғинуарҙа Грязновҡа завод крәҫтиәндәренән һәм Ҡыштым заводынан выписной казактарҙан торған өҫтәмә көстәр ҡушыла һәм Грязнов ҡәлғәне штурмларға бойороҡ бирә. Һуғыш 5 сәғәттән ашыу бара, әммә Силәбе гарнизоны бөтә һөжүмдәрҙе лә кире ҡағыуға өлгәшә. Ғинуарҙың егемеләрендә Грязнов, отрядтарына тағы ла яугирҙар өҫтәп, ҡабаттан Силәбе диуарҙарына яҡынлаша. һөжүмде башламайынса ғына, пугачевсылар ысынында ҡаланы ҡамап алалар. 1 февралдә Деколонг сабауылға сығырға йөрьәт итә һәм Грязновтың лагерын һөжүмләй, әммә 4-сәғәтлек алыштан һуң ҡалаға кире ҡайта. тулыһынса блокадала ҡалыуҙан ҡурҡып, 8 (19) февраля хөкүмәт ғәскәрҙәре урындағы түрәләрһәм обывателдәрҙең бер өлөшө менән бергә Силәбене ташлап сығалар[15].
Силәбене алғандан һуң тарихи документтарҙа Грязновтың исемен телгә алынмай. Төп көстәрҙең башында Силәбелә ихтилалсылар канцелярияһының етәксеһе Григорий Тумановты ҡалдырып, үҙе ҙур булмаған отряд менән көнбайышҡа китеүе билдәлә[16]. Таймаҫов яҙыуынса, Грязнов Силәбенән Бәрҙеләге пугачевтың төп ғәскәре лагерына килә, һуңынан уның менән бергә Белорет заводынан Ҡаҙанға тиклем юл үтә һәм Михельсон отряды менән бәрелештә һәләк була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Лимонов, Мавродин, Панеях, 1974, с. 112112
- ↑ Таймасов, 2000, с. 276276
- ↑ В. Н. Бернадский Движение приписных крестьян 50 — 70-х годов XVIII в. // Вопросы истории. — 1953. — № 8.
- ↑ Андрущенко, 1969, с. 162—166162—166
- ↑ Лимонов, Мавродин, Панеях, 1974, с. 112—113112—113
- ↑ Минеев, 1993, с. 3434
- ↑ Таймасов, 2000, с. 3939
- ↑ Мавродин, т.II, 1966, с. 261261
- ↑ Лимонов, Мавродин, Панеях, 1974, с. 113113
- ↑ Лимонов, Мавродин, Панеях, 1974, с. 113—114113—114
- ↑ Андрущенко, 1969, с. 162—164162—164
- ↑ Андрущенко, 1969, с. 164—166164—166
- ↑ Андрущенко, 1969, с. 167—169167—169
- ↑ Документы ставки Пугачёва, 1975, Письмо полковника И. Н. Грязнова товарищу воеводы Исетской провинции В. И. Свербееву, с. 270270
- ↑ Андрущенко, 1969, с. 171—173171—173
- ↑ Лимонов, Мавродин, Панеях, 1974, с. 131—132131—132