Эстәлеккә күсергә

Ғайса Туҡтағолов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғайса Туҡтағолов
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған урыны Иҫәт провинцияһы
Һөнәр төрө Ахун (вазифа)
Һуғыш/алыш 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы

Ғайса Туҡтағолов (тыуған йылы билдәһеҙ — вафат булған йылы 1774 йылдың декабренән һуңыраҡ) — Ҡара-Табын улусының баш старшинаһы, ахун[1]. Е. И. Пугачев етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында ҡатнашыусы, Урал аръяғы башҡорттары командаһы етәксеһе[2].

Ғайса Туҡтағолов Иҫәт провинцияһы Ҡара-Табын улусы Иҫәт ауылы (Силәбе өлкәһе Сосновка районы Туҡтағол ауылы) башҡорто[2]. Ауыл Иҫәт йылғаһына ҡойған Тинес йылғаһы буйында урынлашҡан була, һуңынан Ғайса Туҡтағолов исемен йөрөтә башлай, әммә XX быуатта йылға радиоактив ағыуланыуға дусар ителә (Ҡыштым аварияһы, 1957 йыл).

1773 йылда Пугачев етәкселегендәге ихтилал башланғас, уны баҫтырыу өсөн Иҫәт властары команда йыялар. Ғайса Туҡтағолов ошо йылдың октябрь айында яңы булдырылған башҡорт-мишәр отрядына командир итеп тәғәйенләнә[2]. Отряд баш күтәреүселәрҙе баҫтырыу маҡсатында Ырымбурға табан юллана. Командаға 286 двор инә, барыһы 800 кеше. Ошо уҡ йылдың 2 ноябрендә отряд Силәбенән тәғәйенләнгән урынға, Үрге Яйыҡ нығытмаһына, килеп етә. Нығытма коменданты полковник Е. А. Ступишин була[2], Ғайса Туҡтағолов командаһы менән уның ҡарамағына күсә. Бер аҙҙан нығытма коменданты Ғ. Туҡтағоловты, үҙен император итеп танытҡан, Дон казагы Пугачевты тотоу өсөн Ырымбур яғына ебәрә, әммә ул командаһы менән баш күтәреүселәр яғына күсә. 1773—1774 йылдың ҡышында Силәбе баш күтәреүселәр үҙәге етәкселәренең береһе булып таныла. 1773—1775 йылғы Крәҫтиән һуғышы барышында бер нисә ихтилал районы барлыҡҡа килә, шул иҫәптән Иҫәт районы, унда хәрби бәрелештәр 1774 йылдың ғинуар-март айҙарында айырыуса көслө була. Баш күтәреүселәр Златоуст, ҡыштым заводтарына һөжүм яһай[3]. 1774 йылдың ғинуарында Туҡтағолов Бродоҡалмаҡ (хәҙер Силәбе өлкәһе Красноармейск районы)[1] тирәһендә командаһы менән нығытмаларға һөжүм итә. Был нығытмалар, шул иҫәптән Бродоҡалмаҡ та, урыҫтар тарафынан башҡорттарҙан һаҡланыу өсөн төҙөлгән булған.

И. Н. Грязнов етәкселегендәге армия составында уның отряды Силәбе ҡалаһын ҡамауҙа һәм яулауҙа ҡатнаша[2]. 1774 йылдың яҙ көндәрендә көрәштәштәре Мортаза Йортомов һәм Һары Абдуллин менән берлектә Силәбе ҡалаһы тирәһендәге алыштарҙа ҡатнаша, тип фараз итеп була, сөнки 1774 йылдың 14 мартында поход атаманы Григорий Туманов баш күтәреүселәрҙән, бөтә башҡорттарға аттары менән бергә кисекмәҫтән Силәбегә килеп етеүен, талап итә. Ғайса Туҡтағолов ҡоралын тик 1774 йылдың декабрендә һала һәм властарға бирелә[2]..

1774 йылдың 5 июнендә Е. И. Пугачев үҙенең Указы менән башҡорт старшиналары-командирҙарына полковник званиеһы бирә, әммә Ғ. Туҡтағоловҡа звание бирелеүе тураһында документтар һаҡланмаған[2]. 1774 йылдың 17 декабрендәге Иҫәт провинцияһы канцелярияһында: «Элекке хәленә килтерелде» (обратился в прежнее повиновение) тигән яҙыу бар.

Ғайса Туҡтағоловтың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 Челябинская область
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Башкирские предводители Крестьянской войны 1773—1775 годов 2020 йыл 22 сентябрь архивланған.
  3. Военная история башкир. Энциклопедия. Уфа, «Башкирское книжное издательство», 2013. 225-се бит