Эстәлеккә күсергә

Ҡотип Зиннәт Ҡотип улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡотип Зиннәт Ҡотип улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1918
Тыуған урыны Арый, Златоуст өйәҙе, Өфө губернаһы, РСФСР
Вафат булған көнө 6 июль 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Һөнәр төрө яҙыусы

Ҡотип Зиннәт Ҡотип улы (башҡ. Зиннәт Ҡотип, тыуған — Зиннат Кутипов Кутипович, башҡ. Зиннәт Ҡотип улы Ҡотипов; 1918—1944) — Башҡорт АССР-ы, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышы яугире

Ҡотип Зиннәт Ҡотип улы 1918 йылда Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Арый ауылында тыуған (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы). 1935 йылда Мәсәғүт педагогия техникумын, ә 1939 йылда — К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Һуңынан Дәүләкән педагогия училищеһында тарих уҡытыусыһы булып эшләй[1].

Ҡотиптың тәүге әҫәрҙәре 1930 йылдың икенсе яртыһында донъя күрә. Шиғырҙары «Йәш төҙөүсе» («Молодой строитель»), «Ленинсы» («Ленинец») гәзиттәрендә, «Үктәбер» («Октябрь») һәм «Беренсе йыр» («Первая песня») журналдарында баҫылып сыға. 1939 йылда Башҡортостан дәүләт нәшриәте балалар өсөн «Шиғырҙар» йыйынтығын сығара, унда испан халҡының фашизмға ҡаршы көрәше инә[1].

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Ҡотип фронтҡа китә. 1944 йылдың 6 июлендә Белоруссияны фашистарҙан азат иткәндә батырҙарса һәләк була[1].

Баҫылған китаптары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ҡотип Зиннәт. Һуғыш үтте, һуғыш ҡалды. — Өфө, 2000.

2015 йылда Өфөләге Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында Башҡорт дәүләт университетының I курс студенттары менән башҡорт яҙыусылары-фронтовиктарына арналған «Һеҙҙең ҡыйыулыҡ — мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә» исеме аҫтында асыҡ дәрес үтә. Студенттар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Башҡортостандың күп шағирҙарының: Ғәли Ахмати Зуфар М Ғәли Әхмәти, Зөфәр Мансуров, Хөрмәт Хайри, Әхмәт Шакири, Нур Исмәғилев һәм башҡалар тормошо һәм ижады тураһында доклад әҙерләй. Айырым урын Зиннәт Ҡотиптың ижадына ла бирелә[2].

  1. 1,0 1,1 1,2 Кутипов Зиннат Кутипович 2016 йыл 4 март архивланған.. Ватандаш. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «vatandash» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  2. Открытый урок, посвящённый творчеству писателей-фронтовиков 2019 йыл 6 июль архивланған.. Башкирский государственный университет.