Эстәлеккә күсергә

Ҡоҙаш (Бөгөлмә районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡоҙаш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Бөгөлмә

Ауыл биләмәһе

Ҡоҙаш

Координаталар

54°44′31″ с. ш. 52°36′24″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1747 йылдан

Элекке исеме

Ҡыйҙаш, Яңы Ҡарабаш

Халҡы

842 кеше (2002)

Конфессиональ составы

мосолмандар

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Телефон коды

+7 85594

Почта индексы

423228

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

16, 116

ОКАТО коды

92 217 000 026

ОКТМО коды

92 617 430 101

ГКГН номеры

0188551

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡоҙаш (Рәсәй)
Ҡоҙаш
Ҡоҙаш
Ҡоҙаш (Бөгөлмә районы) (Татарстан)
Ҡоҙаш

Ҡоҙаш (Ҡодаш) — Татарстан Республикаһының Бөгөлмә районында урынлашҡан ауыл. Ҡоҙаш ауыл биләмәһенә ҡарай, ауыл биләмәһе үҙәге. 2002 йылға ҡарата халыҡ һаны 842 кеше.

Ауыл Ҡоҙаш йылғаһы буйында, Бөгөлмә ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Ҡоҙаш — 1748 йылдан билдәле ауыл[1]. 12-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Микул улусы составына керә.

ХХ быуат башында ауылда 2 мәсет, 2 һыу тирмәне теркәлгән[1].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Әлмәт районы, 1935 йылдан — Яңы Песмән районы, 1955 йылдан — Лениногорск районы, 1959 йылдан — Бөгөлмә районы составына инә[1].

1816 йылда ауылда ир енесле 10 башҡорт; 1834 йылда — 28 башҡорт (Ҡыйҙаш ауылында) һәм 141 типтәр (Ҡоҙаш ауылында); 1859 йылда — 770 ҡаҙна крәҫтиәне һәм башҡорт йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
1859188918971908192019261938194919581970197919892002
7708231317137816661544116110431028920672538842

Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Татарская энциклопедия.
  2. Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 577. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.


Ҡалып:Бөгөлмә районы тораҡ пункттары