Эстәлеккә күсергә

Ҡунаҡбаев Рауил Ғибат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡунаҡбаев Рауил Ғибат улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 10 май 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны Үтәғол, Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы

Ҡунаҡбаев Рауил Ғибат улы (рус. Кунакбаев Равил Гибатович; 10 май 1956 йыл) — педагог, муниципаль хеҙмәт ветераны. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре.

Рауил Ғибат улы Ҡунаҡбаев 1956 йылдың 10 майында БАССР-ҙың Ейәнсура районы Үтәғол ауылында донъяға килгән.

Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған (хәҙерге Башҡорт дәүләт педагогия университеты), география һәм биология уҡытыусыһы һөнәре алған.

Хеҙмәт юлын 1973 йылда Ейәнсура районының Яңыбай һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә физик культура уҡытыусыһы булып башлаған.

1974 йылдан 1976-ға тиклем армия сафында хеҙмәт итә.

1981 йылдан 1985 йылға тиклем Ейәнсура районы Үтәғол урта мәктәбенең кластан тыш һәм мәктәп эштәрен ойоштороусы булып эшләй.

1985 йылда — Ейәнсура районының Самаҙы һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры.

1985—1987 йылдарҙа — КПСС-тың Ейәнсура район комитеты инструкторы.

1987—1990 йылдарҙа — Ейәнсура районының Калинин исемендәге колхозының партком секретары.

1990 йылдан — Ейәнсура районының халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире.

2000 йылда — Ейәнсура районы Яңы Павловка ауыл хакимиәте башлығы.

2000 йылда — Ейәнсура районының ауыл хужалығы идаралығы начальнигы урынбаҫары.

2000 йылдан — Ейәнсура район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге мөдире.

2002 йылдан — Ейәнсура районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы.

2003—2005 йылдарҙа — Ейәнсура районы хакимиәте башлығының кадрҙар һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары. 2005 йылда Өфөлә яҡташтар осрашыуында Рауил Ғибат улы райондың ярайһы яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүе тураһында һөйләй, шулай уҡ тап Ейәнсура районынан йәштәр юғары уҡыу йорттарына уҡырға күпләп инеүен билдәләй һәм, диплом алғас, тыуған яҡҡа эшкә ҡайтырға саҡыра[1].

2006 йылдан — Ейәнсура муниципаль районы хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре[3]