Ҡырымшамхалов Хәмзәт Басхануҡ улы
| Ҡырымшамхалов Хәмзәт Басхануҡ улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Тыуған көнө | 23 февраль 1917 |
| Тыуған урыны | Теберда, Карачаевский городской округ[d], Ҡарасай-Черкес Республикаһы, Рәсәй |
| Вафат булған көнө | 2 октябрь 1985 (68 йәш) |
| Вафат булған урыны | Нальчик, РСФСР, СССР |
| Һөнәр төрө | скульптор |
| Уҡыу йорто | Тбилисская академия художеств[d] |
| Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Ҡырымшамхалов Хәмзәт Басхануҡ улы (ҡарас.-балҡ. Къырымшаухалланы Басханукъну джашы Хамзат); 23 февраль 1917 йыл — 2 октябрь 1985 йыл) — СССР скульпторы, рәссам. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәмзәт Басхануҡ улы Ҡырымшамха́лов затлы ҡарасай кенәздәре - Ҡырымшамхалдар нәҫеленән. Ҡарт ҡартатаһы Ислам Ачахмат (Хажи-Әхмәт) улы Ҡарасай еренең ғалийы булған, 1828 йылда Ҡарасайҙең Рәсәйгә ҡушылыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйған. Атаһы — батша ғәскәре офицеры, штабс-капитан Басхануҡ Ҡырымшамхал. Ағаларының бере — ҡарасай шағиры, рәссам, мәғрифәтсе Ислам бей Ҡырымшамхал, икенсеһе — полковник Мырҙағол Ҡырымшамхал.
Хамзат Ҡырымшамхалдың әсәһе балҡар кенәздәре (Абаевтар) нәҫеленән. Әсәһе яғынан олатаһы — Рәсәй империяһының билдәле этнографы, публицист Мисост Абаев.
Хәмзәт Басхануҡ улы Ҡырымшамха́лов 1917 йылдың 23 февралендә Рәсәй империяһының Теберда ауылында тыуған.