Эстәлеккә күсергә

Ҡыҙыл байраҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыҙыл байраҡ
Атамаһы Ҡыҙыл байраҡ
Жанр шиғыр[d]
Автор Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы
Нәшер ителеү ваҡыты 1917

Ҡыҙыл байраҡ — Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури шиғыры. 9-сы кластың Башҡорт әҙәбиәте дәресе программаһына индерелгән. 1917 йылдың 18 апрелендә ижад ителә[1].

Мәжит Ғафуриҙың инҡилаптан һуңғы йылдарҙағы ижады

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Февраль революцияһынан һуңғы осорҙа Мәжит Ғафуриҙың ижад үҫешен иң тулы күрһәткән әҫәре уның «Ҡыҙыл байраҡ» шиғыры булды.

«Ҡыҙыл байраҡ» шиғыры Өфөләге «Ирек» гәзитенең 1917 йылдың 20 апреле һанында баҫылған. Ул шулай уҡ «Ҡыҙыл байраҡ» йыйынтығының ике баҫмаһына ла индерелгән. 1950 йылғы баҫмала шиғырҙың байтаҡ һүҙе үҙгәртелгән. «Ҡыҙыл байраҡ» шиғыры алты томлыҡтың беренсеһендә лә баҫылып сыҡҡан[2][3].

«Ҡыҙыл байраҡ» шиғыры

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҙыл байраҡ



Ҡара һин алға!
Күрәмһең унда
Ҡыҙыл байраҡты —
Буялған ҡанға.

Көслө эшселәр
Күтәргән уны,
Буялған уға
Шәһиттәр ҡаны.

Хөрлөк, тигеҙлек
Уның шиғары,
Һәммә байраҡтан
Тора юғары.

Шунда хәҡиҡәт,
Шунда сын иман.
Ҡуҙғал, эшселәр! —
Таң ҡалһын йыһан.


Иткән тәжәссем
Халыҡтың көсө,
Был ҡыҙыл байраҡ
Шуның билдәһе

Ҡуҙғал, эшселәр,
Дошман еңелһен,
Көс кемдикәнен
Бар донъя белһен.

Ҡара көстәргә
Ҡаршы торған ул,
Бирҙе был юлда
Миллион ҡорбан ул.

Бөтә ҡара көс
Унан еңелде,
Шуныңсөн бөгөн
Юғары эленде.


Бөгөн батша ул
Бөтә донъяға,
Уға ниндәй көс
Ҡаршы тора ала?

Йығылды инде
Башҡа әләмдәр,
Еңелде инде
Залим әҙәмдәр.

Әй, ҡыҙыл байраҡ,
Нур бир йыһанға!
Әйҙә, эшселәр,
Алға вә алға![4]

.

Төп фекере һәм художество алымдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ҡыҙыл байраҡ» шиғыры бөтә ил күләмендә оло ваҡиға итеп ҡабул ителгән әҙәби күренеш. Ул яңы заман тыуыуын хәбәр итеүсе тәүге шиғри ҡарлуғастарҙың береһе. Шағир тарихи үҫештең төп көсө — эшсе синыфы тураһында көслө поэтик һүҙ әйтә алды. Революцион күтәрелеште ошондай ҡолас менән сағылдырған шиғырҙан һуң башҡорт поэзияһының гражданлыҡ яуаплылығы тағы ла артты. Тәүге строфанан уҡ шиғырға киң һулыш, көрәш күтәренкелеге килеп инә.

Әҫәрҙә шиғриәт өсөн өр-яңы марш ритмы, замандың етеҙ ынтылышы хасил була. Үҫтерелә барыусы оран-ҡушымталарҙа урамдарға сыҡҡан халыҡ ташҡыны, эшсе демонстрацияларҙың ғәйрәте күҙ алдына баҫа. Тәү ишетеүҙән үк хәтерҙә ҡалған был һүҙҙәр замандың йөрәк тибешен бирә[5].

«Мәжит Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ» конкурсы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2020 йылда, шағирҙың 140 йәшен билдәләгән көндәрҙә, Башҡортостан мәҙәниәт минстрлығы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Мәжит Ғафуриҙың халыҡ-ара йәмәғәт фонды «Мәжит Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ» конкурсы иғлан итте. Күп кеше ҡатнашты һәм башҡорт халыҡ шағирына булған ихтирамын күрһәтте[6].

  • Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, Ҡыҙыл байраҡ, (424, 486 бб.) 496 б. / Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
  • Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. 420—421 б. ISBN 5-295-00595-X (2-се том)
  • История башкирской литературы. Т. 2: Литература советского периода (1917—1955 гг.) — Уфа: Китап, 2014. — 680 с. ISBN 978-5-295-06062-5 (т. 2)
  • Мажит Гафури — первый народный поэт Башкортостана. Деятельность музеев в увековечивании имен знаменитых личностей (к 70-летию со дня открытия Мемориального дома-музея Мажита Гафури в Уфе): Материалы Всероссийской научно-практической конференции (с международным участием, г. Уфа, 21-22 марта 2018). ‒ Уфа: Самрау-Медиа, 2018. ‒ 248 с. ISBN 978-5-9500198-8-3 Г. Х. Абдрафиҡова, М. ҒАФУРИҘЫҢ БАЛАЛАР ӘҘӘБИӘТЕНӘ ИНДЕРГӘН ӨЛӨШӨ, 7-10 бб.
  1. Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, Ҡыҙыл байраҡ, (424 б.) 496 б. / Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
  2. Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, Ҡыҙыл байраҡ, (486 б.) 496 б. / Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
  3. История башкирской литературы. Т. 2: Литература советского периода (1917—1955 гг.) — Уфа: Китап, 2014. — 680 с. ISBN 978-5-295-06062-5 (т. 2)
  4. Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, Ҡыҙыл байраҡ, (424, 486 бб.) 496 б. / Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
  5. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. 420—421 б. ISBN 5-295-00595-X (2-се том)
  6. Флешмоб "Поэты читают поэта" к 140-летию Мажита Гафури