Ҡыҙыҡһыныу (хис)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыҙыҡһыныу
Рәсем
Ҡапма-ҡаршыһы безразличие[d]
Өлөшләтә тура килә притяжение[d]
 Ҡыҙыҡһыныу Викимилектә

Ҡыҙыҡһыныу — ыңғай эмоциональ процесс[1] (А. Н. Леонтьев классификацияһы буйынса — хис-тойғо), ҡыҙыҡһыныу объекты тураһында ниндәйҙер яңылыҡ белеү, уға иғтибар арттырыу ихтыяжы менән бәйле[2].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был көтөлмәгән нәмәнең ышандырырлыҡ итеп күрһәтелеүе менән ҡыҙыҡ[3].

Ҡыҙыҡһыныуҙың эмоциональ һәм ихтыяри яҡтарын айыралар. Эмоциональ яҡтан ҡыҙыҡһыныу — интеллектуаль эмоция; ихтыяриһы — интеллектуаль ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуға һалынған көс менән бәйле[4].

Ябай кеше башҡа эмоциональ хәлдәргә ҡарағанда күберәк ҡыҙыҡһыныу кисерә. К. Э. Изард уны төп эмоцияларға индерә. Ул шулай уҡ уны кешенең эшндә төп мотиватор һәм ижади эшмәкәрлегенең иң мөһим элементы тип иҫәпләй[5].

Мимик сағылыш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡыҙыҡһыныуҙың мимик сағылышы

Ҡыҙыҡһыныу тойғоһо, ҡағиҙә булараҡ, ҡыҫҡа ваҡытлы (45 секундҡа тиклем) түбәндәге мимик хәрәкәттәрҙең береһендә йәки бер нисәһендә сағыла ала[1]:

  • күтәрелгән йәки бер аҙ төйөлгән ҡаштар;
  • ҡараштың объектҡа табан күсеүе;
  • ауыҙ бер аҙ асылыу йәки ирендәрҙең ҡыҫылыуы.

Кеше мимикаһында сағылыш тапмағандан һуң да ҡыҙыҡһыныуын дауам итә ала, әммә мимик күренештәрҙең оҙаҡ ваҡыт булмауы ҡыҙыҡһыныуҙың һүнә барыуы билдәһе тип ҡарала.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Изард, 2009
  2. Интерес // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. II. — ISBN 9965-9746-3-2.
  3. «Интересное» как категория культуры. Дата обращения: 24 ноябрь 2018. Архивировано 25 ноябрь 2018 года.
  4. Большой психологический словарь, 2009, с. 247.
  5. Изард, 2009, Физиологические проявления эмоции интереса, с. 114

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.