Ҡәйеп Ейәнбәтов
Ҡәйеп Ейәнбәтов — 1773—1775 йылдарҙағы Емельян Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, ихтилал полковнигы. Шулай уҡ 1771—1773 йылдарҙағы Польша походында ҡатнашыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нуғай даруғаһы Ҡара-Табын улусы башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы вазифаһын да башҡарған.
1771—1773 йылдарҙа Бар конфедераттарына ҡаршы Польша походында ҡатнаша. Был походҡа 3 мең башҡорт ебәрелә, уларҙан 300-әр кешенән торған 10 партия ойошторола. Ҡәйеп Ейәнбәтов 4-се партия менән командалыҡ итә[1].
1773 йылда Е. И. Пугачёвтың етәкселегендә Крәҫтиәндәр һуғышы тоҡанғас, ихтилалға шул уҡ фылдың көҙөндә ҡушыла.
1774 йылдың февралендә Ишҡара Арыҫланов, Ҡаранай Моратов, Ҡыҙрас Муллаҡаев, И. И. Ульянов менән берлектә Баҡалы һәм Нуғайбәк ҡәлғәләре тирәһендә һуғыша.
1774 йылдың апрель башында Өфө провинция канцелярияһына ғәйебен танып килә. 1774 йылды йәйендә йәнә ихтилалға ҡушыла.
1774 йылдың юль башында Өфө провинция канцелярияһының Стәрлетамаҡ пристане янында П. М. Голицын етәкселегендә хөкүмәт ғәскәрҙәре менән һуғышта ҡатнаша. Һуңыраҡ хөкүмәт яғына сыға.
1796 йылда Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы старшинаһы булып хеҙмәт итә.
1798 йылдан — Стәрлетамаҡ өйәҙенең Бишауыл-Табын улусы старшинаһы.
Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Гвоздикова И. М. Польша походы (1771—73) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таймаҫов С. У. Ҡәйеп Ейәнбәтов // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.