Үгеҙәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Үгедәй битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Угэдэй
Өгэдэй хаан
Угэдэй
Монгол империяһының бөйөк ханы (ҡағаны)
1229 — 1241
Алдан килеүсе: Сыңғыҙхан
Толуй (регент)
Дауамсы: Дорегене (регент)
Гуюк
 
Дине: Тәңреселек
Тыуған: яҡынса 1186
Үлгән: 11 декабрь 1241({{padleft:1241|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Монгол империяһы
Нәҫел: Сыңғыҙидтар
Исеме: монг. ᠣᠭᠡᠳᠡᠢ
монг. Өгөдэй
Атаһы: Сыңғыҙхан
Әсәһе: Бортэ
Ҡатыны: Дорегене
Балалары: Гуюк
Годан (Кутан)
Кучу
Каши
Кадан

Үгеҙәй, Өһөҙай, Өһөҙәй[1] (монг. Өгэдэй хаан, кит. 窝阔台; яҡынса 1186 — 11 декабрь 1241) — Сыңғыҙхан менән Бүртәнең өсөнсө улы, Монгол империяһында ҡаған (Бөйөк хан) сифатында атаһының эшен дауам итеүсе (1229—1241). Сыңғыҙхан үҙенең үлеменән байтаҡ йылдар алда уҡ Үгеҙәйҙе алмашсыһы, вариҫы итеп һайлай. 1229 йылдың сентябрендә быны ҡоролтай ҙа раҫлай. Ә был ваҡытҡа тиклем империяны Сыңғыҙхандың кесе улы Толой регент булараҡ етәкләгән була. Үгеҙәй Сыңғыҙхандың баҫҡынсылыҡ сәйәсәтен уңышлы рәүештә тормошҡа ашырып, байтаҡ административ реформалар үткәргән, шулай уҡ Сыңғыҙхандың башҡа улдары менән бергә Төньяҡ Ҡытай һәм Урта Азияға хәрби походтарҙа ҡатнашҡан.

Шәхесе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төрлө фекер алышыуҙар һәм бәхәстәр ваҡытында Үгеҙәй заманы өсөн башҡаларға ҙур йоғонто яһау көсөн үҙ иткән шәхес. Ул физик яҡтан ныҡ үҫкән, аҡыллы, тотороҡло холоҡло булған. Үгеҙәй (Оҡтай)[1] үҙенең оло ағаһы Чагтай (Джагатай) йоғонтоһо аҫтында үҫкән; һуңғыһы Төркөстандың хужаһы булған, тик ул Оҡтай һарайында йәшәүҙе үҙенә ҡулайлыраҡ тапҡан[2].

Баҫып алыуҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үгеҙәй, 1232 йылдағы Төньяҡ Ҡытай хәрби кампанияһынан һуң хәрби хәрәкәттәр менән етәкселек итмәһә лә, Монгол империяһында баҫып алыу сәйәсәте бер ваҡытта ла туҡталмаған.

  • Чормаған армияһы 1229 йылда Хорезм шаһы Йәләл-әд-Динды тар-мар иткән, ә 1236 йылда Кавказ аръяғы илдәрен тулыһынса үҙенә буйһондорған[3].
  • 1234 йылда Цзинь империяһы яуланған. Монголдарҙың ҡул аҫтына бөтөн Төньяҡ Ҡытай ингән. Корёға бер нисә поход ойошторолған, шунлыҡтан 1238 йылда Кореның короле монгол ханына баш эйеүен таныған.
  • 1236—1242 йй.:Көнбайышҡа табан (Көнсығыш һәм Үҙәк Европаға) сыңғыҙсылар Батый менән Ҡаҙан, ғәскәр башлығы Сөбөҙәй оло походҡа сыға. Был походта улар Волга буйы Болғарын, рустарҙың байтаҡ кенәзлектәрен, ҡыпсаҡтарҙың илен баҫып алып, Польша менән Венгрияны ҡыйрата. Ҡараҡоромда Үгеҙәй үлгәс, Батый үҙенең ғәскәре менән тиҙерәк яңы хан һайлауҙа ҡатнашырға тырышыуы арҡаһында, был поход туҡталып ҡала.

Реформалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Почта хеҙмәте (ям) ойошторола,
  • Халыҡ иҫәбе яҙып алына,
  • Һалым системаһы камиллаштырыла,
  • Коммуникациялар системаһы үҫешә,
  • Империяның баш ҡалаһы Ҡараҡором төҙөлөп бөтә.

Үгеҙәй, империя менән етәкселек иткәндә, урындағы власть вәкилдәре һәм түрәләрҙең ярҙамынан файҙаланған. Урта Азияға һәм Иранға ҙур йоғонтоһо булған Хорезм түрәһе Мәхмүт Ялавачты Мавераннахрҙың урындағы власть башлығы итеп ҡуйған, ә кидань династияһы вәкиле Елюй Уцайҙы Ҡытай эштәре буйынса үҙенең кәңәшсеһе сифатында эшләткән.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Монголияла хәҙерге ваҡытта Үгеҙәйгә ҡуйылған статуя
  • Үгеҙәй тарихҡа алкоголь яратыусы булып ингән. Ул ғәҙәттәге монгол эсемлеге айраҡты (әсегән бейә һөтөнән эшләнгән эсемлекте) түгел, ә шарап эсергә яратҡан. Уның ярандары медицина күрһәтмәләре буйынса хандың тәүлек әйләнәһендә эскән шараплы кубоктарын һанар өсөн махсус түрә ҡуйғандар. Түрә кубок һанын күп тип яҙмаһын өсөн, Үгеҙәй кубоктарҙы күберәк һыйҙырышлыға алмаштырған[4].
  • Үгеҙәйҙең бик ҡаты ауырыуҙан һуң бер аҙ яҡшырғанын, 1241 йылдың декабрендә табиптарҙың рөхсәтенән тыш ҡышҡы ауға сыҡҡанын, дәүләт ҡаҙнаһына һалымдар йыйыусы, мосолман диненә табынған Ғабдрахман менән байрам ойоштороп эскәне һәм шул эскенән һуң ауырыуының көсәйеп, мандый алмай үлгәне тураһында Рәшит-әд-Дин тәфсирләп яҙып ҡалдырған.
  • Үгеҙәй ике оло ағаһы һәм атаһы менән бергә «Бөтә Донъя тарихы, Банк Империал» серияһының бер ролигының геройҙары. Был яҙмала Сыңғыҙхан менән Боорчу, Борохул араһындағы диалогтар Рәшит-әд-Диндең «Йылъяҙмалар йыйынтығы» китабында яҙылғанса төшөрөлгән. Атаһының «Кеше өсөн иң татлы нимә ниҙән ғибәрәт?» тигән һорауына Үгеҙәй: «Ил тураһында ҡайғыртыу — иң татлыларҙың да татлыһы»,— тигән яуабы менән үҙ атаһын бик ныҡ шатландыра. Ә тәүге йылъяҙмаларҙа иһә Сынғыҙхан үҙ һорауына үҙе: «Ир кеше өсөн иң татлыларҙың да татлыһы — баш күтәреүсене дошманыңды баҫып алыу һәм уны төбө-тамыры менән еңеп, уның ҡулындағы бөтөн булған мөлкәтен һәм көсөн үҙ ҡулыңа төшөрөү» — тип яуап биргән.[5]

Хәтер акцияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2006 йылда Монголия Хөкүмәте һарайы алдында Сыңғыҙхан һәм Хубилайҙарҙың һәйкәле менән бер рәттән Үгеҙәйгә лә һәйкәл асылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Другие варианты — Ögädäi, Ögedäi, Ogotai, Ogtai, Oktay.
  2. Октай // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
  3. Галстян А. Завоевание Армении монгольскими войсками // Татаро-монголы в Азии и Европе : Сборник статей. — М.: Наука, 1977. — С. 170.
  4. Мэн Джон. Хубилай: От Ксанаду до сверхдержавы. Москва-Владимир. 2008
  5. Рашид ад-Дин. Сборник летописей. — Т. 1, кн. 2. — С. 265.

Сығанаҡтар һәм әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]