Эстәлеккә күсергә

Үрге Серге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үрге Серге
Байраҡ[d]
Нигеҙләү датаһы 1742
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Городское поселение Верхние Серги[d][1]
Административ-территориаль берәмек Городское поселение Верхние Серги[d][1] һәм Түбәнге Серге районы
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 5426 кеше (2023)[2]
Почта индексы 623070 һәм 623090
Рәсми сайт vsergi.ru
Карта

Үрге Серге (рус. Ве́рхние Серги́) — ҡала тибындағы ҡасаба, Свердловск өлкәһенең Түбәнге Серге районында урынлашҡанң

Үрге Серге ҡала биләмәһе дәрәжәһендә, был муниципаль берәмектә ул берҙән-бер тораҡ пункты.

Иң яҡын аралыҡтағы тимер юл станцияһына (Әтек) 10 саҡрым ара, 2012 йылға тиклем етештереү тәғәйенләнешендәге тупикта урынлашҡан тимер юл тармағы менән бәйле була. Әлеге ваҡытта тимер юл рельстары металл һыныҡтары итеп оҙатылған.

Ҡасаба урамдары 45, шул иҫәптән Октябрҙең 25-, 30 — 40 йыллығына арналған урамдар бар.

Тораҡ пункт булараҡ Никита Демидов Серге йылғаһы буйында нигеҙ һалған тимер етештереү заводы янында барлыҡҡа килгән. Төҙөлөш эштәренә рөхсәтте 1740 йылдың 20 сентябрендә Берг-Коллегия биргән. Башта заводты башҡорттарҙың һөжүмдәренән һаҡланыу өсөн нығытма диуарҙары менән уратып алырға йыйынған булғандар, әммә ҡәлғә төҙөлмәй ҡалған. 1742 йылда быуа һәм сүкеш фабрикаһы төҙөлә башлай. 1770 йылда заводта 2 сүкеш фабрикаһы булған. Әҙер продукция Серге йылғаһының Ҡариҙел йылғаһына ҡойған еренән йыраҡ түгел ҡоролған Өфө пристаненән Европа Рәсәйенә коломенка тип аталған баркаларғә тейәп ебәрелгән. Заводта 522 эш оҫтаһы була.

Емельян Пугачёв етәкселегендәге баш күтәреү йылдарында завод 1774 йылдың 16 ғинуарында туҡтатыла һәм, халыҡ ихтилалсыларға ҡаршылыҡ күрһәтмәһә лә, таланыуға дусар була. Шул уҡ йылдың мартында уны хөкүмәт ғәскәрҙәре яулап ала. Н. Н. Демидов васыяты буйынса, Серге заводтары 1758 йылда уның икенсе улы Иванға ҡала, ул 1789 йылдың 15 майына тиклем, Мәскәү сәүҙәгәре Михаил Павлович Губинға үҙенең бөтә тау заводы мөлкәтен һатҡанға ҡәҙәр, хужа булып ҡала. Губин иһә заводта суйын етештереү менән шөғөлләнә башлай. 1791 йылдың 13 ноябрендә домна мейесе төҙөлә. 1797 йылға заводта 781 мастер һәм ябай эшсе иҫәпләнгән; Түбән Серге заводы менән бергә 4 меңдән артыҡ беркетелгән крәҫтиән булған.

XIX быуатта завод хужаларының финанс хәле насарая, һәм хөкүмәт 1841 йылдың 25 авгусында Серге-Өпәле заводтарын ҡаҙна иҫәбенә ала.

Әммә хужалар кредиторҙарға бурыстарын ҡайтара һәм округты дәүләт опекаһынан кире ҡайтара ала.

1900 йылда заводта 1954 эшсе көс түгә; завод ҡасабаһында бөтәһе 8 мең самаһы кеше йәшәй.

Октябрь революцияһынан һуң завод 1917 йылдың 27 декабрендә дәүләт ҡулына күсә, 1918 йылдың йәйендә, граждандар һуғышы ҡыҙған осорҙа, туҡтатыла. Граждандар һуғышы тамамланғандан һуң завод ярым-йорто емерек хәлдә ҡала. Руда һәм яғыулыҡ етмәү сәбәпле, домна һәм тимер эшкәртеү тармағы яңынан тергеҙелмәй.

Сым һуҙыу һәм сөй етештереү цехтары ғына эшләп тора, завод һырлы һәм сүкелгән сөй сығарыуға күсә, Түбәнге Серге заводының сым-сөй цехы сифатында эшләй. 1931 йылдың 7 ноябрендә завод нефть-газ сәнәғәте өсөн быраулау ҡорамалдары етештереүгә үҙгәртеп ҡорола.

1938 йылдан — ҡала тибындағы ҡасаба статусына эйә.

2017 йылдың 1 октябренән өлкәнең 35-ОЗ һанлы законына ярашлы эшселәр ҡасабаһы статусынан ҡала тибындағы ҡасаба тип үҙгәртелә[3].

Инфраструктураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙәк китапхана, сәнғәт мәктәбе, балалар ижады үҙәге (ЦДТ), элемтә бүлеге, «Уралбурмаш» ААЙ-ы, «Йылылыҡ селтәре» МУП-ы, ике урта мәктәп, өс балалар баҡсаһы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм башҡалар эшләп килә. «Көмөрө күпер» тигән урыны менән билдәле.

12 июндә Ҡасаба көнө үткәрелә.

Халыҡ иҫәбе
1959[4]1970[5]1979[6]1989[7]2002[8]2009[9]2010[10]
8808877483567515662962276105
2011[11]2012[12]2013[13]2014[14]2015[15]2016[16]
610159996001596759055840

1968 йылда халыҡ һаны 9500 кеше. 2007 йылда ҡасабала 6312 кеше йәшәгән.

  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2023 года (с учётом итогов Всероссийской переписи населения 2020 г.) (урыҫ)Росстат, 2023.
  3. ЗАКОН СВЕРДЛОВСКОЙ ОБЛАСТИ от 13 апреля 2017 года N 35-ОЗ "О МЕРАХ ПО РЕАЛИЗАЦИИ ЗАКОНА СВЕРДЛОВСКОЙ ОБЛАСТИ "ОБ АДМИНИСТРАТИВНО-ТЕРРИТОРИАЛЬНОМ УСТРОЙСТВЕ СВЕРДЛОВСКОЙ ОБЛАСТИ"". Дата обращения: 29 март 2018.
  4. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  5. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  6. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  7. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Архивировано 22 август 2011 года.
  8. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  9. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  10. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Свердловской области. Дата обращения: 1 июнь 2014. Архивировано 1 июнь 2014 года.
  11. Свердловская область. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2009-2014 годов
  12. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  13. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  14. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  15. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  16. Предварительная оценка численности населения Свердловской области по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год. Дата обращения: 28 ғинуар 2016. Архивировано 28 ғинуар 2016 года.