Әтек (Свердловск өлкәһе)
Әтек | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 1790 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Городское поселение рабочий посёлок Атиг[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Городское поселение рабочий посёлок Атиг[d][1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 2910 кеше (2023)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 338 метр |
Почта индексы | 623075 |
Урындағы телефон коды | 34398 |
Әтек Викимилектә |
Әтек (рус. Атиг) — ҡала тибындағы ҡасаба, Свердловск өлкәһенең Түбәнге Серге районында урынлашҡан.
Муниципаль берәмек составына ингән берҙән-бер тораҡ пункты булараҡ, Әтек эшселәр ҡасабаһы ҡала биләмәһе дәрәжәһенә эйә[3].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасаба Түбәнге Серге ҡалаһынан — 7 саҡрым һәм Екатеринбургтан 93 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Әтек аша Дружинино һәм Түбәнге Сергене тоташтырған автомобиль юлы менән Чусовская — Дружинино — Михайловск заводы — Бирҙәүеш (Әтек станцияһы) тимер юлы үтә.
Әтек Урал тауҙарының Көнбайыш битләүендә урынлашҡан. Ҡасаба аша Оло Әтек (Серге йылғаһының уң ҡушылдығы) йылғаһы аға, Әтек ҡасабаһы эсендә уның быуаһы бар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге Әтек ҡасабаһы урынында башҡорттар йәшәгән һәм уларҙың биләмәләре урынлашҡан булған тип фараз ителә. Беренсе урыҫ биләмәһе XVIII быуаттың 40-сы йылдарында Үрге Серге тимер етештереү заводын төҙөү менән бәйле барлыҡҡа килгән.
Завод эшләй башлағас, етештерелгән тимерҙе Ҡариҙел йылғаһына тиклем еткереү ихтыяжы килеп тыуа. Шуның менән бәйле Серге йылғаһы буйында юлаусылар йорттары барлыҡҡа килә башлай. Шуларҙың береһе Верхнеурал һәм Түбәнге Серге заводтары араһындағы юлдың уртаһында урынлашҡан Әтек ауылында асыла. Тәүҙә урындағы халыҡтың төп шөғөлө — йөк ташыу була, әммә 1790 йылда Әтектә М. П. Губин тарафынан тимер етештереү заводы сафҡа индерелеүе менән хәл үҙгәрә.
Шул йылдан Әтек эшселәр ҡасабаһына нигеҙ һалынған тип иҫәпләнә[4]. Артабанғы йөҙ йыл дауамында кирбес етештереү ҡасабалағы халыҡтың төп шөғөлөнә әүерелә. Әммә 1891 йылда тимер ҡойоу заводы үҙ эшен туҡтата. Уның урынында 1897 йылда метиз етештереү ойошторола, ул хатта 1964 йылға тиклем эшләп килә.
1929 йылда Әтек ҡала тибындағы ҡасаба статусы ала. 1962 йылда балалар велосипедтары етештереүсе завод эшләй башлай, тик үҙгәртеп ҡороу осоронда, 1990 йылда, ул бөлгөнлөккә төшә һәм 2002 йылда банкрот тип иғлан ителә[5]. Хәҙер ҡасабала бер нисә ҙур булмаған ағас эшкәртеүсе предприятиелар ғына ҡалған, ә ҡасаба халҡының күп өлөшө ситтә эшләй.
2017 йылдың 1 октябренән өлкәнең 35-ОЗ һанлы законына ярашлы, эшселәр ҡасабаһы статусынан ҡала тибындағы ҡасаба тип үҙгәртелә[6].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
1959[7] | 1970[8] | 1979[9] | 1989[10] | 2002[11] | 2009[12] | 2010[13] |
4220 | ↗4239 | ↗4462 | ↗4499 | ↘3906 | ↘3691 | ↘3405 |
2011[14] | 2012[15] | 2013[16] | 2014[17] | 2015[18] | 2016[19] | |
↘3391 | ↘3340 | ↘3307 | ↘3260 | ↘3217 | ↘3192 |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2023 года (с учётом итогов Всероссийской переписи населения 2020 г.) (урыҫ) — Росстат, 2023.
- ↑ Закон Свердловской области от 27 декабря 2004 года №229-ОЗ «Об установлении границ вновь образованных муниципальных образований, входящих в состав Нижнесергинского муниципального образования, и наделении их статусом городского или сельского поселения» . docs.cntd.ru. Дата обращения: 24 апрель 2018.
- ↑ Посёлок Атиг на сайте Геральдика Свердловской области 2018 йыл 15 декабрь архивланған.
- ↑ УралИнформБюро: На ЗАО «Евроазиатский машиностроительный завод» введено конкурсное производство
- ↑ ЗАКОН СВЕРДЛОВСКОЙ ОБЛАСТИ от 13 апреля 2017 года N 35-ОЗ "О МЕРАХ ПО РЕАЛИЗАЦИИ ЗАКОНА СВЕРДЛОВСКОЙ ОБЛАСТИ "ОБ АДМИНИСТРАТИВНО-ТЕРРИТОРИАЛЬНОМ УСТРОЙСТВЕ СВЕРДЛОВСКОЙ ОБЛАСТИ"" . Дата обращения: 29 март 2018.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу . Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения . Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года . Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Свердловской области . Дата обращения: 1 июнь 2014. Архивировано 1 июнь 2014 года.
- ↑ Свердловская область. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2009-2014 годов
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Предварительная оценка численности населения Свердловской области по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год . Дата обращения: 28 ғинуар 2016. Архивировано 28 ғинуар 2016 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Атиг // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Страница посёлка Атиг на портале Законодательного собрания Свердловской области(недоступная ссылка)
- Официальная символика рабочего посёлка Атиг 2018 йыл 13 декабрь архивланған.
- Почтовые индексы Свердловской области 2020 йыл 26 июнь архивланған.
- ОКАТО 2012 йыл 5 март архивланған.