Эстәлеккә күсергә

Һанау ҡалаһында күп кешене үлтереү (2020)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һанау ҡалаһында күп кешене үлтереү
Изображение
Ҡорал

9 мм калибрлы пистолет Глок 17 [1]

Урын

Германия Германия, Һанау

Координаталар

50°07′59″ с. ш. 8°54′48″ в. д.HGЯO

Сәбәп

милли һәм дини күрә алмаусанлыҡ

Дата

Шаршамбы, 2020 йылдың 19 феврале

Ваҡыты

22:00

Үлтерелгәндәр

11 (үлтереүсене лә индереп)

Яраланғандар

5

 Һанау ҡалаһында күп кешене үлтереү (2020) Викимилектә

Һанау ҡалаһында күп кешене үлтереү — 2020 йылдың 19 февралендә Һанау ҡалаһында ике ҡалъян кафеһында 9 кешене үлтереү. Фараз буйынса, милли һәм дини күрә алмаусанлыҡ[2] мотивтары нигеҙендә ҡылынған енәйәт.

19 февраль кисендә Һанау ҡалаһының үҙәк өлөшөндәге ҡалъян кафеһына бер ир атылып килеп инә лә, килеүселәргә тоҫҡап ата башлай, һәм өс кешене үлтерә. Һуңынан ул күҙҙән юғала, һәм бер ни тиклем ваҡыт үтеүгә беренсе енәйәт урынынан биш минут алыҫлыҡтағы башҡа ҡалъян кафеһында пәйҙә була. Унда ул тағы биш кешене үлтерә. Тағы бер зыян күргән кеше бер нисә сәғәттән алынған яраларынан үлә. Үлтерелгән өс кеше — Германия граждандары (икеһе — курд, береһе — сиған), икеһе — Төркиә, береһе — Болгария һәм тағы береһе — Румыния. граждандары. Һигеҙенсе ҡорбан — Босния һәм Герцеговинанан. Туғыҙынсы ҡорбандың ике гражданлығы: Афғанстан һәм Германия булған[3][4][5][6]

Бер нисә сәғәт үтеүгә, полиция фаразланған үлтереүсенең үле кәүҙәһе үҙ фатирында табыла һәм уның йәнәшендә 72 йәшлек ҡатындың, әсәһенең, кәүҙәһе лә була. Тәфтишселәр, енәйәт ҡылғандан һуң, ул әсәһен атҡан, һуңынан үҙен дә үлтергән тигән һығымтаға килә[7].

Үлтереүҙә ғәйепләнеүсе 43 йәшлек Тобиас Ратьендың һунар ҡоралына рөхсәте була, һәм уның үтә уң, неонацистик ҡарашта торғаны фаразлана. Үлтерер алдынан ул YouTube-та инглиз телендә «бөтә американдарға шәхси персональ хат» тип аталған видео һала. Әммә хатта ниндәй ҙә көс ҡулланырға йыйыныуы күрһәтелмәгән[8][9][10][11].

21 февралдә Германия эске эштәр министры Хорст Зеехофер: «Һанауҙағы енәйәт — һис шикһеҙ расистик йүнәлешле аныҡ мотивированный террористик акт»[12], тип белдерҙе.

Күпләп кеше үлтерелеү менән бәйле, Германия Федератив Республикаһы канцлеры Ангела Меркель Леопольдинаға барыу планынан баш тарта. Уның урынына министр Һендрик Һоппенштедт[13] барҙы.

2020 йылдың 20 февралендә ГФР президенты Франк-Вальтер Штайнмайер Һанауға килде һәм 9 кеше һәләк булған ике ҡальян кафеһы алдына ла веноктар һалды[14]

  1. Hanau-Attentäter bestellte Tatwaffe in Onlineshop (German), RedaktionsNetzwerk Deutschland (20 February 2020). 20 февраль 2020 тикшерелгән.
  2. Eleven dead, including suspect, after Hanau attacks – as it happened (ингл.).
  3. Что известно о теракте в немецком городе Ханау
  4. Germany, hessenschau de, Frankfurt Opfer des Anschlags: Neun junge Hanauer, mitten aus dem Leben gerissen (21 февраль 2020).(недоступная ссылка)
  5. Press, The Associated. Germany's Immigrant Community in Hanau Reeling After Attack (20 February 2020). 2020 йыл 2 март архивланған.
  6. German gunman calling for genocide kills 9 people (20 февраль 2020).
  7. Что известно о теракте в немецком городе Ханау
  8. Что известно о теракте в немецком городе Ханау
  9. Стрельба в Германии 19.02.2020 — нападающий и его мать мертвы
  10. Has Germany done enough to tackle far-right violence? (en-GB), BBC News (20 февраль 2020). 20 февраль 2020 тикшерелгән.
  11. Hume, Tim. 'Not a Classical Neo-Nazi': What We Know About the German Hookah Bar Terrorist (February 29, 2020). «Instead, judging by the material he posted online, Tobias Rathjen appears to have been driven by a toxic mix of racist, conspiracist, and incel ideology, and likely suffered from serious mental health problems, experts say.».
  12. Что известно о теракте в немецком городе Ханау
  13. Меркель отменила плановую поездку из-за стрельбы в Ханау 2020 йыл 20 февраль архивланған.
  14. Президент ФРГ назвал стрельбу в Ханау «актом террористического насилия»| Новости из Германии о Германии | DW | 20.02.2020