Һервёр тураһында сага
Был мәҡәләлә сит телдән алынған киҫәктәр бар һәм улар тәржемә итеп бөтөлмәгән. Уның тәржемәһен тамамлап проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
| ||||
Һервёр һәм Хейдрек тураһында сага, Һервёр тураһында сага | ||||
Хауктың китабы (ҡулъяҙма AM 544 4) | ||||
Автор(ҙар) | билдәһеҙ | |||
Яҙыу ваҡыты | XIII быуат | |||
Оригиналь теле | боронғо исланд теле | |||
Һүрәтләндерә | IV—XII быуаттар | |||
Эстәлеге | һундарҙың готтар менән һуғышы тураһында, Һервёр һәм уның тоҡомдары тураһында | |||
Персонаждар | Һервёр һәм Хейдрек | |||
Тығыҙ бәйләнгән | Һервёрҙың бағымсылығы | |||
Ҡулъяҙмалар | Хауктың китабы AM 544 4to; MS 2845 4to; R:715; AM 203 fol. | |||
Һаҡланған урыны | Arnamagnæan Institute; Данияның Король китапханаһы; Упсала университеты китапханаһы; Копенгаген университеты китапханаһы | |||
Төп нөсхә | иҫке текстарҙың компиляцияһы | |||
Электронный текст произведения |
Һервёр һәм Хейдрек тураһында сага (бор.-сканд. Hervarar saga ok Heiðreks) — XIII быуатта күпкә боронғораҡ материалды эшкәртеү юлы менән төҙөлгән боронғо замандар тураһындағы боронғо исланд сагаһы. Сага үҙенең б. э. IV быуатынан башлап готтар тарихы буйынса мәғлүмәттәре менән ҡиммәтле. Саганың һуңғы өлөшө Швеция һәм швед король династияһының урта быуаттар тарихы тураһында һөйләй.
Өс изводтың иң боронғоһо XIV быуат башы пергаментына яҙылған һәм «Хауксбук» йыйынтығына инә. Ул Данияның король китапханаһында һаҡлана. Сага ике өлөштән тора. «Һервёр күрәҙәлеге» тип аталған беренсе өлөшөндә нисек итеп яугир ҡыҙ Һервёр, Ангантюрҙың ҡыҙы, атаһының ҡәберендә Сирглами исемле Гардарика конунгына гномдар (ер аҫты хазиналарын һаҡлап торған кәрләләр) сүкегән "Тюрфинг мөғжизәле ҡылысы"н ала.
Икенсе өлөшөндә эддик традицияларының боронғо ҡатламдарын ҡулланып, Днепр буйында һундарҙың готтар менән һуғышы тураһында бәйән ителә. Артабан Һервёрҙың Рейдготландта идара иткән улы Хейдрек тураһында хикәйәләнә. Сага ярым легендар швед королдәрен, Хейдректың вариҫтарын, Филипп I (1118 йылда вафат була) швед короленә тиклем, һанап сығыу менән тамамлана.
Сага, «Балдаҡтар хужаһы» («Властелин колец») әҫәрен яҙғанда, Джон Рональд Руэл Толкинға сығанаҡтарҙың береһе булып хеҙмәт итә. Уның улы Кристофер 1960 йылда саганы инглиз теленәтәржемә итә.
Эстәлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гардарика конунгы Сиргламиҙың Тюрфинг тигән мөғжизәле ҡылысы һәм Эйвура исемле ҡыҙы була. Икеһе лә Больма (Смоланд) Арнгримына эләгә. Эйвура менән Арнгримдың 12 берсерк-улы тыуған. Улдарының береһе (Хьёрвард) абруйлы швед конунгы Ингьяльд ҡыҙына өйләнергә уйлай, был иһә көндәше Хьяльмар менән Самсё утрауында бик күп кеше һәләк булған алышҡа килтерә. Әммә өлкән улының Һервёр (Hervör) исемле ҡыҙы тыуған. Ул юлбаҫар булып үҫкән. Атаһының Самсё утрауындағы ҡәберенә барғанда, ул Тюрфинг тигән фамилия ҡылысын эҙләп таба. Һервёрҙың Хёвундтан ике улы — Ангантюр, Хейдрек була.
Хейдрек насар ул булып үҫә һәм атаһы йыйған мәжлестә һуғыш сығара һәм үҙен рәнйеткән кешене үлтерә. Заманының законы буйынса, үс алырҙарын белгәәнлектән, ул ҡасып китергә тейеш булған. Әсәһе уға иҫтәлеккә Тюрфинг ҡылысын бирә. Хейдрек Рейдготаландта (Reiðgotaland) төпләнә, король Харальд һарайында уңышлы карьера яһай. Бер ваҡыт, аслыҡ ваҡытында, күрәҙәлек итеүсе кеше ҡорбаны талап ителгәнен хәбәр иткән. Хейдрек улын ҡорбан итергә риза була, әммә шунан һуң түңкәрелеш ойоштора һәм ҡайныһы Харальдты үлтерә. Хейдректың (Heiðrek) ҡатыны ҡайғыһына сыҙай алмай аҫылына. Хейдрик һундарға (Гунналанд, Húnaland) һәм сакстарға (Saxland) ҡаршы поход башлай. Һундар юлбашсыһы ҡыҙынан уның Хлёд (Hlöðr) исемле улы була. Ләкин Хейдрик саксон принцессаһында өйләнә һәм, уның хыянатынан һуң, улы Ангантюр (II) менән тыуған яғына ҡайта. Шунан һуң Хейдрик Гардарикаға барып эләгә, унда сәйер шарттарҙа һунарҙа урындағы конунгың улын үлтерә. Шуға ҡарамаҫтан, Хейдрикка Һервёр (II) исемле ҡыҙын кейәүгә бирә.
Артабан Хейдрикка алла Один килә һәм уға йомаҡтар сисергә тәҡдим итә, ахыр сиктә улар ыҙғыша һәм алла Хейдрекка ҡарғыштар яуҙыра. Ысынлап та, юғары дәрәжәле әсирҙәр, Тюрфинг ҡылысын урлап, һаҡсыларҙы ҡырып бөтөрә һәм Хейдриктың үҙен дә сабып үлтерәләр. Хейдректың үлгән урыны Харвади тауҙары (Harvaða fjöllum) кеүек билдәләнә, һәм ҡайһы берҙә Карпат тауҙары тип тә аңлатыла. Хейдректың улы Ангантюр атаһын үлтереүселәрҙе оҙаҡ эҙләй һәм Тюрфингтың ҡылысы буйынса балыҡсыларҙа таный. Ангантюр, готтар короле булараҡ, уңышлы үс алыу осрағын Днепр ярҙарындағы Археймарҙа табын менән билдәләй.
Ләкин Ангантюрҙың ҡыуанысы оҙаҡҡа бармай, үҙенең ағаһына һундарҙың ҙур урҙаһы менән Хлёд килә һәм Хейдрек мираҫының яртыһын талап итә. Ләкин һөйләшеүҙәр уңышһыҙлыҡҡа осрай, Мирквид урманы эргәһендә һундар менән готтар араһында һуғыш башлана. Һундар ҙур ғәскәр — 33 мең яугир йыйған һәм Хервёр (III) — Ангантюрҙың апаһы — ҡурғаған гот ҡәлғәһенә һөжүм итә. Ҡәлғә бирелә һәм Ормар (Ormarr) сапҡын, һағышлы хәбәрҙе еткерер өсөн, Археймарға тәүлек буйы бара. Готтарҙың ғәскәре ике тапҡыр аҙыраҡ була, һәм Дунхейдта (Dúnheiði, Дунай). яңы алыш башлана. Был юлы иһә готтар еңеп сыға, ә һундар башлығы Хлёд һуғыш яланында ятып ҡала. Недао эргәһендәге һуғыш (шулай уҡ Дунайҙа, шулай уҡ готтар менән һундар араһында, еңеү ҙә готтар яғында була) был алыштың тарихи аналогы булды. Ангантюр Рейдготаландта идара итеүен дауам итә.
Ангантюрҙың улы Хейдрек Бүре Тиреһе (Heiðrekr úlfhamr) вариҫы була. Уның ҡыҙы Хильд (Hildr) — Ҡурҡыу белмәҫ Хальвдандың Hálfdanar snjalla) әсәһе, ә Хальвдандың улы Ивар Киң ҡолас (Широкие Объятья) булған. Ивар Англиянан алып Гардарикаға тиклем Төньяҡ Европаның күп кенә илдәрен буйһондорған. Иварҙың (ҡыҙы Альвхильдтан тыуған) ике ейәне — Харальд Боезуб һәм киләсәктә Дания короле Рандвер (Randvér). Харальд Яутеш (Боезуб) Гёталандтағы үҙ-ара һуғышта һәләк булғандан һуң, Рандверҙан улы Сигурд Ҡулса (Кольцо — Sigurðr hringr) хакимлыҡты мираҫ итеп ала. Дания тажын Сигурдтың улы Рагнар Лодброк, ә Швеция тажын — Харальдтың улы Эйстейн (Eysteinn) мираҫ итеп алған. Сираттағы үҙ-ара ыҙғышта Рагнар кланы еңә. Уның улдары киләһе илдәргә: Бьёрн Тимер ҡабырғалы (Железнобокий) — Швецияға, Сигурд — Данияға, Гардарика конунгы Хвитсерк (Hvítserkr) — Көнсығыш илен (Austrríki), Ивар Һөйәкһеҙ (Бескостный) — Англияға эйә була. Бьёрндың бүләһе швед короле Эрик Анундсон Норвегия короле Харальд Матур сәстең (Прекрасноволосый) замандашы була. Был Эйриктың улы — Бьёрн Эриксон, ә ейәне — Эрик VI (Эйрик Еңелмәҫ-Победоносный). Эйриктан һуң король — Олаф — славян ҡыҙы Ғорур (Гордая) Сигридтан улы тыуған. Олаф хакимлыҡ иткән осорҙа Швеция (X быуат) һыуға сумдырылған (крещение). Олаф үлгәндән һуң, тәүҙә швед тажы вариҫы уның бер улы Анунд Якоб (XI быуат), һуңынан — Эмунд Ҡарт (Старый). Эмундтан һуң Швеция короле итеп Стенкиль һайлана. Бер аҙҙан Швеция короле — Стенкилдең улы Инге I Өлкән. Сагала иҫкә алынған һуңғы швед короле — (XII быуат) Ингеның туғаны Филипп Еңелмәҫ (Победоносный).
Тарихилығы һәм ҡиммәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Һервёр тураһында сага» («Сага о Хервёр») әһәмиәтле тарихи мәғлүмәттәр бирә[1] һәм элек-электән Скандинавия филологтарының иғтибарын үҙенең боронғолоғо һәм унда һүрәтләнгән ваҡиғаларҙың боронғолоғо менән йәлеп итә. Гот исемдәренең 390 йылдан һуң әйләнештән сыҡҡан формала һәм латинизацияһыҙ файҙаланылыуын сага килтереп еткереүе (аутентичность) раҫлай. Мәҫәлән, унда латин варианты Greutungi урынына остгот Grýting) һәм латин варианты Tervingi вестгот Tyrfing телгә алынған
Сагала барған ғәмәлдәр һуғыш осорона һундар менән бергә йәшәгән урындарҙа ҡорола. Готтарҙың Днепрҙағы баш ҡалаһы — Археймар телгә алына, уға ҡарата берҙәм фекер юҡ[2].
Шулай ҙа, сагала иҫкә алынған исемдәр тарихи базистың барлығын иҫбатлаһа ла, саганың күп кенә ваҡиғалары башҡа сығанаҡтарҙан килгән дәлилдәр менән раҫланмай. Саганың шиғри дәрәжәһе лә ҙур.
Ҡулъяҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сага бик күп төрлө исемлектәрҙә бар. Саганың H, R һәм U атамалары менән өс төп версияһы:
- Н — «Книга Хаука» ~1325 йылдан (AM 544 4to). Китап Arnamagnæan Institute һаҡлана.
- R — XV быуат ҡулъяҙмаһынан ғибәрәт MS 2845 4to, Данияла Копенгаген Король китапханаһында һаҡлана.
- U — Упсаланың Университет китапханаһында (Carolina Rediviva) Копенгагенда һаҡланған R:715 ҡулъяҙмаһынан ғибәрәт.
H, R версиялары пергамент ҡулъяҙмаларҙа һаҡланған, ә U версияһы XVII быуатта Эрлендсон тарафынан яҙылған. Шулай уҡ XVII быуат күсермәләре бар: AM 281 4to (h1) һәм AM 597b 4to (h2).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сказание о мече Тюрфинге: сага о потомках Арнгрима (Авт.-сост. В. Е. Сеничев). М., 2021.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Шаровольский И.В. Древне-скандинавское сказание о битве готов с гуннами и его историческая основа // Eranos, Сборник статей по литературе и истории в честь заслуженного профессора Императорского университета св. Владимира Н.П.Дашкевича. — 1906. — С. 1.
- ↑ Richard Heinzel. Ueber die Hervararsaga. — Wien, C. Gerold's sohn, 1887. — 326 с.