Һунағара
Һунағара | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Circaetus gallicus (Gmelin, 1788) | ||||||||||||||||
Ареал | ||||||||||||||||
Бала сығарыу урындары
Йыл буйы йәшәйҙәр Ҡышлау урындары | ||||||||||||||||
|
Һунағара (лат. Circaetus gallicus, Circaetus ferox, рус. Змееяд[1]) — ыласындар отрядының, ҡарсығалар ғаиләһендәге йыртҡыс ҡош .
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бик һирәк осрай торған юҡҡа сыға барған ҡош төрө, Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабынаӨҙөмтә хатаһы: <ref>
асыу тамғаһы дөрөҫ түгел йәки мәғәнәһеҙ исем йөрөтә. һәм Беларуссияның Ҡыҙыл китабынаӨҙөмтә хатаһы: <ref>
асыу тамғаһы дөрөҫ түгел йәки мәғәнәһеҙ исем йөрөтә. индерелгән.
Ҡанатлы йыртҡыстар араһында кешегә ҡарата иң шикләнеүсән һәм өркәк ҡоштарҙың береһе.
Дөйөм оҙонлоғо — 67-72 см, ҡанат йәйеме 160-190 см, ҡанатының оҙонлоғо 52-60 см. Ата ҡоштар инәләренән ҙурыраҡ, әммә улар менән бер төрлө буялған. Ҡоштоң арҡа яғының төҫө — һорғолт көрән, йәш ҡоштар төҫө буйынса өлкән ҡоштарға оҡшаш[2][3].
Ҡаҙ ҙурлығында. Осҡанда оҙон ҡойроғо, ҡанат осондағы йәйелгән бармаҡтарға оҡшаған ҡауырһындары күҙгә ташлана.Ҡайһы ваҡыт ҡанаттарын йыш-йыш ҡағып, һауала бер урында туҡтап ҡала — «бейей». Ултырған ҡоштоң ҡауырһындары ҡабарынҡы булғанға, ул ҙур һымаҡ күренә.
Ҡатнаш урман һәм урман-дала зоналарында йәшәй. Төньяҡ-көнбайыш Африкала, Үҙәк Европаның көньяғында, Кавказда, Бәләкәй Азияла, Яҡын Көнсығышта, Ҡаҙағстанда һәм Урта Азияла, Көньяҡ-Көнбайыш Себерҙә, Монголияның төньяғында, көньяҡта Пакистанға һәм Һиндостанға тиклем оялай. Оялау өлкәһенең төньяғында (Рәсәй, Үҙәк Европа) күсмә ҡош. Төньяҡта урманда, көньяҡта ҡоро һирәк булһала ағаслы урындарҙы һайлай. Рәсәйҙә ысын барлыҡта, йәки фараз ителеүсә Башҡортостандың, Брянскийҙың урмандарында, Кавказда, Калуга ҡырҡындыларында, Мордовия, Ока һәм Хопер ҡурсаулыҡтарында һәм заказникарында оялай[4].
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Museum specimen
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. 1986.
- И. В. Карякин. Змееяд (Circaetus gallicus) // Пернатые хищники Уральского региона. Соколообразные (Falconiformes) и Совообразные (Strigiformes). Пермь: Центр полевых исследований Союза охраны животных Урала / Социально-экологический союз, 1998. — 483 с.
- Г. П. Дементьев. Змееяд (Circaetus gallicus) // Птицы Советского Союза, т.1. — М.: Сов. наука. 1951
- Галушин, В. М. — Хищные птицы леса (М., 1990)
Был орнитология тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
- ↑ Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Птицы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова — М.: Рус. яз., «РУССО», 1994. — Б. 42. — 2030 экз. — ISBN 5-200-00643-0.
- ↑ Птицы Казахстана — Обыкновенный змееяд (Circaetus gallicus)
- ↑ Клуб исследователей русских пернатых хищников
- ↑ Особо охраняемые природные территории Российской Федерации.