Эстәлеккә күсергә

Һүррәм солтан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һүррәм солтан
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ Ғосман империяһы
Тыуған көнө билдәһеҙ
Тыуған урыны билдәһеҙ
Вафат булған көнө 15 апрель 1558[2]
Вафат булған урыны Истанбул, Ғосман империяһы[1]
Ерләнгән урыны Сөләймәниә мәсете
Хәләл ефете Сөләймән I
Балалары Шехзаде Мехмед[d], Михримах[d], Селим II[d], Шехзаде Баязид, Шаһзада Йыһангир һәм Шехзаде Абдулла[d]
Нәҫеле Ғосмандар[d]
Һөнәр төрө консорт
Биләгән вазифаһы Һасеки
 Һүррәм солтан Викимилектә

Һүррәм солтан (рус. Хюрре́м Хасеки́-султа́н, ғосман. خرم حسکي سلطان, төр. Hürrem Haseki Sultan, Европала Роксола́на (лат. Roxolana) булараҡ билдәле; ысын исеме билдәһеҙ. Һуңғараҡ яҙылған әҙәби әҫәрҙәрҙә уның исемен "Олександра/Анастасія Гаврилівна Лісовська тип атайҙар; 1502 йылдар самаһы[3] бәлки 1505 йылдыр[4] — 15 йәки 18 апрель 1558[5]) — башта кәнизәк, шунан Күркәм Сөләймән, Ҡануни́ Сөләймән ҡушаматтары йөрөткән Сөләймән I солтандың никахлы хәләл ефете булған, һасеки, Сәлим Икенсенең әсәһе[6].,.

Һүррәм Ҡануни Сөләймән солтандан 6 ул тапҡан[7]:

Улдары:

  • Шаһзадә Мәхмәт (1521—1543)
  • Абдулла (1523—1526)
  • Сәлим(28 май 1524 — 13 декабрь 1574)
  • Баязит (1525 — 25 сентября 1561)[8]
  • Шахзадә Йыһангир (1531—27 ноябрь 1553)

Ҡыҙы:

  • Миһримәһ (21 март 1522— 25 ғинуар 1578)

Күркәм Сөләймәндең бер улынан - Сәлимдән башҡаһы үҙенән алда үлеп бөтә.

Мәхмәт 1543 йылда вафат була. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, сәсәк ауырыуынан вафат булған[9], икенсе фараздар буйынса үлеме етеп вафат булған[10].

Йыһангир бәләкәйҙән сирләшкә була, 1553 йылда Шаһзадә Мостафаны язалап үлтергәндән һуң, вафат була.Ағаһын һағыныуҙан үлгән тигән һүҙҙәр ҙә тарала. Һүррәм көндәшенең улын тәхеткә ултырттырмаҫ өсөн ирен улына ҡаршы ҡуйып, үлтерттергән тигән легенда ла бар[11].

Баязит улы атаһын үлтерергә маташҡан, тик был килеп сыҡмағас, Персияға ҡасҡан. Атаһы фарсы шаһы менән солох төҙөгәндән һуң, Баязитты дүрт улы менән үҙҙәренә оҙатыу тураһында килешкән. Баязитты 1561 йылдың 25 сентябрендә язалағандар, ә уның кесе улын Бурсала үлтергәндәр.

  1. 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #119171538 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Smith B. G. The Oxford Encyclopedia of Women in World History: 4 Volume Set (ингл.)OUP, 2008. — Vol. 4. — P. 517. — ISBN 978-0195148909
  3. Смирнов Н. А. Россия и Турция в XVI—XVII вв. (в двух томах). — Т. 1. — М.: МГУ, 1946. — С. 60.
  4. Гавришков Б. М. Славянская тематика в произведениях Лессинга // Советское славяноведение. — 1982. — № 6, ноябрь-декабрь. — С. 93. — ISSN 0132-1366
  5. Bonnie G. Smith. The Oxford Encyclopedia of Women in World History: 4 Volume Set. — Oxford University Press, 2008. — P. 517. — 2752 p. — ISBN 0195148908, 9780195148909.
  6. Peirce (1993) p. 91
  7. Yermolenko G. Roxolana: «The Greatest Empresse of the East». — P. 233.
  8. Şehzade Bayezid (төр.). www.devletialiyyei.com. Дата обращения: 29 апрель 2013. Архивировано 29 апрель 2013 года. 2013 йыл 2 апрель архивланған.
  9. Öztuna, Yılmaz. Kanuni Sultan Süleyman. Babıali Kültür Yayınları, 2006. s. 174—189
  10. Uzunçarşılı, İsmail Hakkı (1951, yeni ed. 1998), Osmanlı Tarihi: İstanbul’un Fethinden Kanunî Sultan Süleyman'ın Ölümüne Kadar , Ankara:Türk Tarih Kurumu Yayınları
  11. Терещенко А. В. Бытъ русскаго народа. — Ч. II. — СПб.: Тип. Министерства внутренних дѣл, 1848. — с.5.
  • Peirce L. P. The Imperial Harem: Women and Sovereignty in the Ottoman Empire. — New York: Oxford University Press, 1993. — 374 p.
  • Roxolana in European Literature, History and Culture / ed. by Galina I. Yermolenko. — New York: Ashgate Publishing, 2010. — 318 p.
  • Yermolenko G. Roxolana: «The Greatest Empresse of the East» // The Muslim World. — 95. — 2. — 2005. — P. 231—248.