Эстәлеккә күсергә

Һөйәрғолов Тажимөлөк Сәйфелмөлөк улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һөйәрғолов Тажимөлөк Сәйфелмөлөк улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1903
Тыуған урыны Яңы Ҡалҡаш, Иҫке Ҡалҡаш ауыл советы, Стәрлебаш районы
Вафат булған көнө 1980
Вафат булған урыны Яңы Ҡалҡаш, Иҫке Ҡалҡаш ауыл советы, Стәрлебаш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Эш урыны Колхоз
Хәрби звание ефрейтор
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Хәрби подразделение войска связи[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Һөйәрғолов Тажимөлөк Сәйфелмөлөк улы (рус. СУЯРГУЛОВ Тажимулюк Сайфулмулюкович 19031980) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ефрейтор.

Һөйәрғолов Тажимөлөк Сәйфелмөлөк улы 1903 йылда хәҙерге Башҡортостандың Стәрлебаш районы Яңы Ҡалҡаш ауылында тыуа. 1925 йылда Ҡыҙыл Армия сафына Стәрлетамаҡ район хәрби комиссариаты, 1941 йылда Стәрлебаш район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 1925—1927 йылдарҙа 8-се Төркөстан уҡсылар полкы составында хеҙмәт итә, 1941 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында: 112-се гвардия кавалерия дивизияһы составында кавалерист, 1942 йылдың ноябренән линейный надсмотрщик 246-сы айырым төҙөлөш ротаһы күҙәтеүсеһе, 1945 йылдың март-ноябрь айҙарында 251-се айырым элемтә батальонында хеҙмәт итә[1]. Һуғыштан һуң Стәрлебаш районының Мәжит Ғафури исемендәге колхозда бригадир булып эшләй. Хаҡлы ялға киткәс тә Һөйәрғолов Тажимөлөк Сәйфелмөлөк улы янғын һүндереүсе, һыу ташыусы булып эшләй.

Тажимөлөк Сәйфелмөлөк улы хөрмәтле кеше була, ауыл халҡы араһында ҙур абруй менән ҡаҙана. Даими рәүештә мәктәпкә барып, фронт, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы һәм шаһит булараҡ хәтирәләре тураһында һөйләй[2].

Ветеран 1980 йылда тыуған ауылында вафат була һәм шунда ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]