Әз-Зәйтүнә университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әз-Зәйтүнә университеты
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 737
Дәүләт Flag of Tunisia (1959–1999).svg Тунис
Административ-территориаль берәмек Тунис
Рәсми сайт uz.rnu.tn
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы [d]
Уҡыу йортон тамамлаусылар өсөн категория [d]
Commons-logo.svg Әз-Зәйтүнә университеты Викимилектә


Әз-Зәйтүнә университеты

Әз-Зәйтүнә университеты - (ғәр. جامعة الزيتونة‎, франц.  Université Zitouna) Монфлериҙа, Туниста урынлашҡан. Ул башлап 732 йылда һалынған булған[1]), артабан Тунис бойондороҡһоҙлоҡ алғас ҡына, 1956 йылда, замансалаштырылған, яңыса уҡыу йортона әйләнгән. Ул Тунистағы Юғары илаһиәт институтынан һәм Ислам цивилизацияһы Юғары институтынан, шулай уҡ Ислам фәнни эҙләнеүҙәр үҙәгенән тора (Кайруан).

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Университеттың атамаһы зәйтүн ағасы менән бәйле, ул шул исемдәге мәсеттә мәҙрәсә булараҡ VIII барлыҡҡа килгән булған һәм атамаһын беҙҙең көндәргәсә һаҡлаған. Риүәйәт ителеүенсә, бында ҡасандыр зәйтүн ағасы янында византия Карфагенын яулап алған Хәсән ибн-Ноғман мәсет һалған һәм ошонда вәғәз һөйләй торған булған [2].[3]

Зәйтүнә университеты 1880 йылда. 1960 йылға тиклем уның боронғо манараһы һаҡланған

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

VIII быуатта нигеҙ һалынып, башта оҙаҡ ҡына бер үк атамалы мәсет янында мәҙрәсә булып эшләп килгән. Быуаттар дауамында Кайруан Тунистағы һәм, ғөмүмән, Мәғрибтәге йәшләй уҡытыу һәм интеллектуаль шөғөлдәр үҙәге булып торған. XIII быуатта Тунис Ифрикияның баш ҡалаһына әйләнә, Әлмөһәүи һәм Хафсиҙарҙың хакимлығына буйһона. Башҡала Тунисҡа күсерелә. Шунан һуң Кайруан мәсете мәҙәни и мәғрифәт үҙеге булыуҙан туҡтай.

Был осор Әз-Зәйтүнәгә ныҡлы үҫешергә һәм Исламға өйрәтеүҙең төп үҙәктәренең береһенә әйләнергә булышлыҡ итә. Тәүге тарихсы Ибн Халдун уның беренсе емеше булып тора. Ул мәлдә сәскә атҡан университет донъяның төрлө яҡтарынан студенттар йәлеп итә. Теология (башлыса Ҡөрьән өйрәнеү) менән бер рәттән , университетта юриспруденция, тарих, грамматика, фән һәм дарыуҙар өйрәтелгән.

Китапханаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Китапханаларға килгәндә Әз-Зәйтүнә китапханалары Төньяҡ Африкалағы иң байҙарынан булған. Әл-Ғәбдәлиә тип аталған берәүһе һирәк һәм уникаль ҡулъяҙмалары менән танылған [4].

Манускриптар грамматика, логика, документация, фәнни эҙләнеү этикаһы, космология, арифметика, геометрия, минералдар, һөнәри белем кеүек фәндәрҙе лә индереп, төрлө предметтарға бағышланған булған [5] Йылъяҙмасылар Тунисҡа бәреп ингән Карла V ғәскәре 1535 йылда был китапхананы өлөшләтә яндыра тип теркәп ҡалдырған. Ахмәт Ийәр Бәй 1840 йылда китапхананы күпмелер тергеҙә, уны яңы фәнни баҫмалар менән тулыландыра.

Артабан китапхананы министр Хәйретдин яңы томдар, фәнни эштәр менән байыта [6].

Реформалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Институттың тәүге реформалары 1856 йылға тура килә, әммә бары Садиҡ Бей университет кимәлен етерлек яңылыҡтар индерә. Уның указы 1875 йылдың 26 декабрендә иғлан ителә. Унда уҡытылырға тейешле хеҙмәттәр күрһәтелә һәм әз-Зәйтүнә янында Садиҡи колледжы булдырыу хаҡында әйтелә.

ХХ быуат башында өс йәш тунис егете ассоциация төҙөй һәм яңыса уҡытыуҙы талап итеп, реформа үткәреүҙе даулай. Әз-Зәйтүндең 800 студенты реформа буйынса комиссия төҙөүҙе талап итеп, баш күтәрә.

Бындай комитет бары тик 1945 йылда ғына төҙөлә. Был комитет уҡыу пландарына заманса фәнни дисциплиналар һәм сит телдәрҙе өйрәнеү , уҡытыуҙы яңы методика ҡулланыу талабы ҡуя.

1947 йылда был университет һәм Хәлдуниә мәҙрәсәһе (ул 1896 йылдың 22 декабрендә Туниста асылған заманса уҡыу йорто була) менән физик һәм тәбиғи фәндәр, тарих, география һәм философия уҡытыуға контракт төҙөлә. Реформаторҙар шулай уҡ хәрби хеҙмәттән азат итеүҙе талап итә. Университеттағы реформалар барышы протекторат хакимиәтендә борсолоу тыуҙыра; улар йәш тунис активистарын фетнә күтәреүҙә ғәйепләй[7]..

Бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1956 йылдың 26 апрелендә Тунис бойондороҡһоҙлоҡ ала. Әз-Зәйтүнә университеты ла үҙгәреш кисерә. 1961 йылдың 1 мартынан ул Тунис университетының шәриғәт һәм теология факультетына әйләнә. 2012 йылда университетҡа Әз-Зәйтүнә исеме һәм үҙаллылыҡ ҡайтарыла [8] [9]) [10]

Билдәле шәкерттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Университетты тамамлаусылар араһында танылыу алған шәхестәр: тарихсы Ибн Хәлдүн, шағир Әбү-л-Ҡасим әш-Шәбби, яҙыусы һәм ғалим Таһәр Хәддәд, сәйәсмән Әбдел-Ғәзиз әс-Сәәлиби, ҡазый Мөхәммәт Ибн Әшүр, Әл-Әзһәр шәйехе Мөхәммәт Хәҙер Хөсәйен, шағир һәм реформатор Сәлим Бүһәжип, ғалим Мөхәммәт Нәһли, ғалим-энциклопедист Әхмәт Ибн Әбү Бәкер әт-Тифәши һәм башҡа бик күптәр.

Уҡыу-уҡытыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әлеге ваҡытта учреждениела 1200-ләп студент һәм 90 уҡытыусы, улар икегә бүленгән - Тунистағы Юғары илаһиәт институты һәм Ислам цивилизацияһы Юғары институтында, шулай уҡ Кайруандағы Ислам фәнни эҙләнеүҙәр үҙәгендә (مركز الدراسات الإسلامية بالقيروان) уҡыйҙар һәм эшләйҙәр.

Юғары илаһиәт институтында уҡыуҙар 1988/89 уҡыу йылында башлана. Бында ошондай дәрәжәләр бирелә:

  1. шәриғәт һәм Ислам фәндәре өлкәһендә бакалавр
  2. Ислам фәндәре остаҙы
  3. Ислам фәндәре кандидаты
  4. Ислам сәнғәте ғәмәли мультимедиаһында юғары техник
  5. Ислам мираҫы сәнғәтендә юғары техник

Ислам цивилизацияһы Юғары институтында 300 студент уҡый һәм 40 фәнни тикшеренеүсе эшләй. Ул Ислам өлгөһөндәге беренсе цикл Милли диплом бирә.

Факультеттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ислами эҙләнеүҙәр һәм Ислам мәҙәниәте
  • Ислам хоҡуҡиәте
  • Илаһиәт (теология)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Хабибуллина Г.Ю. Модернизация образования на мусульманском Востоке
  2. Хасан ибн аль-Нуман [1]
  3. Мечеть Зитуна[2]
  4. Оксфордская энциклопедия современного исламского мира - Издатель = Оксфордский университет Пресс, 1995, автор = M.J. Deeb
  5. Абд-эль-Хафиз.Фихрис Махтутат эль-Мактаба аль-Ахмадия би Тунис. - Бейрут, 1969
  6. université Zitouna https://fr.wikipedia.org/w/index.php?title=Universit%C3%A9_Zitouna&action=edit
  7. université Zitouna https://fr.wikipedia.org/w/index.php?title=Universit%C3%A9_Zitouna&action=edit
  8. В Тунисе вновь заработал престижный исламский университет
  9. Глава СМР предложил ректору Аз-Зайтуна организовать обмен преподавателями между университетами
  10. Пол Делани, «Новый глава Туниса начинает демократические изменения», Нью-Йорк Таймс, 13 декабря 1987 года

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

http://www.uz.rnu.tn/