Ниғмәтуллин Әкрәм Әғзәм улы
Ниғмәтуллин Әкрәм Әғзәм улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 16 февраль 1946 |
Тыуған урыны | 1-се Эткол, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 2007 |
Һөнәр төрө | агроном |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Ниғмәтуллин Әкрәм Әғзәм улы (рус. Нигматуллин Акрам Агзамович; 16 февраль 1946 йыл — 5 март 2007 йыл) — хужалыҡ һәм муниципаль хеҙмәт эшмәкәре, 1990 йылдан Баймаҡ районы халыҡ депутаттары Советы рәйесе, район хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының ун беренсе (1985—1990) Юғары Советы һәм 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Ҡатын-ҡыҙҙар эше, ғаиләне һаҡлау, әсәлек һәм балалыҡ буйынса комиссия ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әкрәм Әғзәм улы Ниғмәтуллин 1946 йылдың 16 февралендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы 1-се Этҡол ауылында тыуған. Милләте - башҡорт, юғары белемле — 1969 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай.
Хеҙмәт юлын шул уҡ йылда Баймаҡ районы колхозында баш агроном булып башлай, ВЛКСМ-дың Баймаҡ районы комитетында секретарь була.
1975—1990 йылдарҙа «Таналыҡ» совхозы директоры, Сибай совхозы директоры, Йылайыр совхоз-техникумы директоры вазифаларында эшләй.
1990 йылдан — Баймаҡ районы халыҡ депутаттары Советы рәйесе — Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы[1].
Баймаҡ районы 163-сө Зауралье һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана Юғары Советтың Ҡатын-ҡыҙҙар эше, ғаиләне һаҡлау, әсәлек һәм балалыҡ буйынса комиссия ағзаһы.[2].
Әкрәм Әғзәм улы Ниғмәтуллин 2007 йылдың 5 мартында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2016 йылдың февралендә Баймаҡ районы хакимиәте бинаһына Әкрәм Ағзам улы Ниғмәтуллин хөрмәтенә таҡтаташ ҡуйылды[3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34
- ↑ В районе состоялись мероприятия памяти А. А. Нигматуллина. Администрация муниципального района Баймакский район. Официальный сайт. 25 Февраля 2016 года(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2021)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирская энциклопедия — НИГМАТУЛЛИН Акрам Агзамович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 март 2021)
- 12 созыв (БАССР)
- 16 февралдә тыуғандар
- 1946 йылда тыуғандар
- Баймаҡ районында тыуғандар
- 2007 йылда вафат булғандар
- Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаусылар
- 12-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Баймаҡ районы башлыҡтары
- Баймаҡ ҡалаһы башлыҡтары
- Шәхестәр:Баймаҡ районы
- Шәхестәр:Баймаҡ
- Халыҡ депутаттарының район Советы башҡарма комитеты рәйестәре