Эстәлеккә күсергә

Әлибаев Шайкамал Әлибай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әлибаев Шайкамал Әлибай улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1906
Тыуған урыны Тирмән, Салауат районы
Хәрби звание Капитан
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Әлибаев Шайкамал Әлибай улы (1906 йыл — ?) — капитан. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының эскадрон командиры. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1942)[1]. «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1944)[1].

Әлибаев Шайкамал Әлибай улы 1906 йылда хәҙерге Салауат районының Тирмән ауылында тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың авгусында Ҡыҙыл Армия сафына Өфө ҡалаһының Сталин район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 8-се кавалерия корпусының легендар 112-се кавалерия дивизияһы 294-се кавалерия полкының 1-се ҡылыссылар эскадроны командиры булып хеҙмәт итә. 1928—1945 йылдарҙа сәйәси хеҙмәткәр була. ? йылда яуыз уйлы кешеләр ҡулынан Өфө ҡалаһында һәләк була.

1942 йылдың 3-11 июлендә Борки ауылы (әлеге Липецк өлкәһе Тербуны районы) эргәһендә дошмандың бер нисә һөжүмен кире ҡаға, эскадронын контрһөжүмгә күтәреп, 100-ҙән ашыу дошман һалдатын юҡ итә.

Габановка районындағы алышта ла эскадронын бер нисә тапҡыр алышҡа алып инә, 100-ҙән ашыу фашисты юҡ итә, ҡулға 8 ат һәм ҡорал төшөрә, яралана. Уны наградаға тәҡдим иткәндә: «Артынан кешеләрҙе эйәртә белә, дошманға һөжүм итеп уға ҙур зыян килтерә, шул уҡ ваҡытта үҙ подразделениеһының личный составын һаҡлап алып ҡала», — тигән ҡылыҡһырлама бирелә. Ошо арауыҡтағы тәүәккәллеге өсөн 31 июлдә Ҡыҙыл Йондоҙ орденына тәҡдим ителә[1].