Эстәлеккә күсергә

Вәхитова Әлфинур Зариф ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Әлфинур Зариф ҡыҙы Вәхитова битенән йүнәлтелде)
Әлфинур Вәхитова
Исеме:

Әхмәлетдинова Әлфинур Зариф ҡыҙы

Тыуған көнө:

20 ноябрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Мәләүез районы Килтәй ауылы

Вафат булған көнө:

20 май 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (89 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Наградалары:

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986)

Вәхитова Әлфинур Зариф ҡыҙы (20 ноябрь 1931 йыл20 май 2021 йыл — башҡорт балалар шағиры, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986).

  • Әлфинур Зариф ҡыҙы Вәхитова (Әхмәлетдинова) 1931 йылдың 20 ноябрендә Мәләүез районы Килтәй ауылында тыуған.
  • Һарыш, Йомағужа ауылдары мәктәптәренә белем ала
  • 1953—1956 йылдарҙа Мәләүез районының Әбет, Түбәнге Таш, Әлемғол ауылдары мәктәптәрендә уҡыта.
  • 1958—1959 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзите хеҙмәткәре.
  • 1959—1993 йылдарҙа «Йәншишмә» гәзитендә эшләй.

Әҙип һәм журналистика ветераны 2021 йылдың 20 майында Өфө ҡалаһында вафат булды[1].

Әлфинур Вәхитова башҡорт балалар шиғриәте өлкәһендә ижад итә. «Күстәнәс» (1966), «Кем ғәйепле?» (1975), «Хат яҙа беләм» (1983) һ. б. шиғри йыйынтыҡтарында хеҙмәткә, тәбиғәттең һәм тормоштоң матурлығына дан йырлай.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986).
  • Күстәнәс. — Өфө, 1966.
  • Кем ғәйепле? — Өфө, 1975.
  • Хат яҙа беләм. — Өфө, 1983.
  • Ғәли бабай баҡсаһы: әкиәттәр. — Өфө, 1986.
  • Дуҫлыҡ утрауы: хикәйәләр, тәржемәләр, инсценировкалар һәм әкиәттәр. — Өфө, 2006.