Эстәлеккә күсергә

Әлфирә

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әлфирә

Әлфирә — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.

Әлфирә исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе мәңге йәшел тигәнде аңлата[1].

Баҡыева Әлфирә Миңнулла ҡыҙы (1966 йыл) — ғалим-табип, муниципаль хеҙмәткәр. 1993 йылдан Өфө һәм республика дауаханалары табибы, бүлек мөдире; 2006 йылдан Өфөләге 36-сы поликлинканың баш табибы; 2007 йылдан Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары, хакимиәттең эштәр идарасыһы. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы.

Шәйәхмәтова Әлфирә Биктимер ҡыҙы (1951 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны. 1986—2001 йылдарҙа Салауат ҡалаһының 54-се мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тәрбиәсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1996), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1995).

Ғәлләмова Әлфирә Хәләф ҡыҙы (1966 йыл) -Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры артисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.

Мәжитова Әлфирә — философия фәндәре кандидаты.

Йоносбаева Әлфирә — Башҡортостандың Баймаҡ районы Мәҙәниәт йорто янында 1983 йылда ойошторолған, Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары һәм фестивалдәре дипломанты, лауреаты һәм еңеүсеһе, Б. Вәлид исемендәге район премияһы лауреаты «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе.

«Әлфирә» — Ринат Камал әҫәре.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ