Әл-Баҡый
Әл-Баҡый | |
ғәр. مقبرة البقيع | |
Нигеҙләү датаһы | 622 |
---|---|
Дәүләт | Сәғүд Ғәрәбстаны |
Административ-территориаль берәмек | Мәҙинә |
Тасуирлау биттәре | openstreetmap.org/way/65… |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Әл-Баҡый зыяратында ерләнгәндәр |
Әл-Баҡый Викимилектә |
Әл-Ба́ҡый (ғәр. البقيع) йәки Йәннәт әл-Ба́ҡый — Мәҙинәләге (Сәғүд Ғәрәбстаны) зыярат. Пәйғәмбәрҙең Ән-Нәбәүи мәсететенән көньяҡ-көнсығышҡа табан урынлашҡан. Зыяратта Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең бик күп туғандары, ансарҙар һәм сәхәбәләр ерләнгән[1].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөхәммәт Пәйғәмбәр 622 йылдың сентябрендә Мәккәнән Мәҙинәгә килгән сағында сәнскәк ҡаплаған ер киҫентеһе була. Ән-Нәбәүи мәсетен төҙөгән мәлдә Мөхәммәт Пәйғәмбәр был ерҙе ике етем балаға инселәп һатып ала. Әл-Баҡыйла беренсе ерләнгән кеше ансар Әсәәд ибн Ҙәрәрә була.
624 йылда Бәҙер һуғышында Рәсүлдең ҡыҙы Руҡая ауырып үлә[2]. Бәҙерҙән ҡайтыуына зыяратта Усман ибн Мәзүн ерләнә[3].
Өсөнсө хаҡ хәлифә Усман ибн Әффан башта әл-Баҡый эргәһендәге йәһүд зыяратына ҡуйылған була. Өмәүиҙәр хәлифәһе Мүәвиә I ике зыяратты ҡушырға һәм Усмандың ҡәбере өҫтөнә яңы көмбәҙ ҡуйырға ҡуша.
1925 йылда король Ғабдул-Әзиз ибн Сәғүд бойороғо менән зыяраттағы барлыҡ кәшәнәләр алып ташлана[4].
Зыяратта ерләнгән билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәббәс ибн Ғәбдел-Моталлип — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең туғаны.
- Ғәйшә бинт Әбү Бәкер — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең өсөнсө хәләл ефете, беренсе хаҡ хәлифә Әбү Бәкер ҡыҙы.
- Сафия бинт Һүәй — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең хәләл ефете, Бәнү Нәдир ҡәбиләһенән.
- Хәсән ибн Али — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ейәне.
- Зәйн әл-Ғәбидин — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең бүләһе, дүртенсе шиғый имамы.
- Мөхәммәт әл-Бәкир — бишенсе шиғый имамы.
- Йәфәр (Джәфәр) әс-Садиҡ]] — алтынсы шиғый имамы, имам әш-Шәфиғи, Мәлик ибн Әнәс һәм Әхмәт ибн Хәнбәлдең уҡытыусыһы.
- Әнәс ибн Мәлик — мәлики мәҙһәбкә нигеҙ һалыусы[5].
- Имам Шамил — Дағстандың һәм Чечняның имамы[6].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Textual Sources for the Study of Islam By Knappert, Jan, Andrew Rippin
- ↑ Али-заде, А. А. Рукаййа бинт Мухаммад (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
- ↑ History оf the cemetery of Jannat al-Baqi at Medina . duas.org. Дата обращения: 25 февраль 2015.
- ↑ HISTORY OF THE CEMETERY OF JANNAT AL-BAQI(недоступная ссылка)
- ↑ Ludwig W. Adamec. Baqi, Jannat al- // The A to Z of Islam. — Second Edition edition. — Scarecrow Press, September 2, 2009. — 520 с. — ISBN 978-0810871601.
- ↑ Ислам в центрально-европейской части России: энциклопедический словарь / Нижегородский исламский институт им. Х. Фаизханова. — Н.-Новгород : ИД "Медина", 2009. — С. 345. — 403 с.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Bahramian, Ali and Gholami, Rahim, «al-Baqīʿ», Encyclopaedia Islamica, Editors-in-Chief: Wilferd Madelung and, Farhad Daftary.
- Bakrī, Muḥammad Anwar and Ṭāhā, Ḥatim ʿUmar, Baqīʿ al-Gharqad (Medina, 1424/2004)
- Burton, Richard F., Personal Narrative of a Pilgrimage to Al-Madinah and Meccah, ed. Isabel Burton (London, 1865)
- Ende, Werner, ‘Steine des Anstoßes. Das Mausoleum der Ahl al-bayt in Medina’, in Differenz und Dynamik. Festschrift für Heinz Halm zum 70. Geburtstag, ed. Hinrich Biesterfeld and Verena Klemm (Würzburg, 2012), pp. 181—200
- Hājarī, Yūsuf, al-Baqīʿ (Beirut, 1411/1991)
- al-Madanī (al-Afandī), ʿAlī b. Mūsā, ‘Waṣf al-Madīna al-munawwara’, in Rasāʾil fī taʾrīkh al-Madīna al-munawwara, ed. Ḥamad Jāsir (Riyadh, n.d.), pp. 6-22
- Rutter, Eldon, The Holy Cities (London, 1928)
- al-Shīrāzī, Muḥammad, al-Baqīʿ al-gharqad (Beirut, 1999)
- Baḳīʿ al-G̲h̲arḳad / Wensinck, A.J. and Bazmee Ansari, A.S. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)