Әмирханова Лилия Риф ҡыҙы
| Әмирханова Лилия Риф ҡыҙы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 18 июнь 1960 (65 йәш) |
| Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
| Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы, ғалим |
| Эш урыны | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
| Уҡыу йорто | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
| Ғилми дәрәжә | иҡтисад фәндәре докторы[d] һәм профессор[d] |
Әмирханова Лилия Риф ҡыҙы (18 июнь 1960 йыл, Өфө ҡалаһы) — инженер-системотехник, ғалим, педагог. Иҡтисад фәндәре докторы (2007), профессор (2007).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лилия Риф ҡыҙы Әмирханова 1960 йылдың 18 июнендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1982 йылда Өфө дәүләт авиация институтын тамамлай. Шул уҡ йылдан Өфө авиация институтында эшләй: автоматлаштырылған идара итеү системалары кафедраһы инженеры, техник кибернетика кафедраһының кесе ғилми хеҙмәткәре, аспирант, өлкән уҡытыусы, иҡтисад һәм производство менән идара итеү кафедраһы доценты, доцент, социаль-иҡтисади системаларҙа идара итеү кафедраһы профессоры[1]. 2006 йылда «Экономико-математические методы исследования устойчивости и экономичности производства» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының менеджмент кафедраһы профессоры[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Идаралыҡтың ойоштороу структураһын камиллаштырыу өлкәһендә белгес. Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — предприятиелар менән идара итеү системаһының ойоштороу структураһын проектлау алымдарын эшләү, прогнозлау ысулдарын эшләү. 180-дән ашыу ғилми хеҙмәт баҫтырып сығарған. Ғилми хеҙмәттәре предприятиелар эшмәкәрлегенең иҡтисади күрһәткестәрен прогнозлау ысулдарын, ресурстарҙы һөҙөмтәле файҙаланыу моделдәрен эшләүгә арналған. 2 иҡтисад фәндәре кандидаты әҙерләгән[1].
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]— Активные формы обучения : Учебно-методич. пособие : Для студентов всех спец. ун-та, преподавателей, науч. сотрудников, аспирантов. Өфө, 1997 (авторҙаш)
— Обеспечение устойчивости и экономичности производственной деятельности предприятия. М., 2005;
— Современный инструментарий оценки конкурентоспособности вуза на основе процессно-ориентированного подхода: Монография. Өфө, 2015 (авторҙаш)[3].
— Об одном подходе к оптимизации количества предприятий в составе холдинга // Вестник Уфимского государственного авиационного технического университета. — 2005. — Т. 6, № 2. Амирханова Лилия Рифовна.
— Оптимизация структуры капитала компании. Амирханова Лилия Рифовна. Өфө, 2017[4]
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- УГАТУ(недоступная ссылка)
- Әмирханова Лилия Риф ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Амирханова Лилия Рифовна
- НЭБ
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 УГАТУ(недоступная ссылка)
- ↑ Амирханова Лилия Рифовна
- ↑ Әмирханова Лилия Риф ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ НЭБ