Эстәлеккә күсергә

Әнүәрбек Турлыбек улы Әлимжанов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әнүәрбек Турлыбек улы Әлимжанов
ҡаҙ. Әлімжанов Әнуар Тұрлыбекұлы
 
Тыуған: 2 май 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) или 1930[1]
Карлыгаш[d], Алакольский район[d], СССР
Үлгән: 9 ноябрь 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) или 1993[2]
Алматы, Ҡаҙағстан
Ерләнгән: Алматы
Партия: Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Белеме: Ҡаҙаҡ дәүләт университеты[d]

Әнүәрбек Турлыбек улы Әлимжанов (ҡаҙ. Әнуар Тұрлыбекұлы Әлімжанов; 2 май 1930 йыл, Ҡарлығаш ауылы, Талдыҡорған өлкәһе, Ҡаҙаҡ АССР-ы, РСФСР, СССР, — 9 ноябрь 1993 йыл, Алматы, Ҡаҙағстан) — совет һәм ҡаҙаҡ яҙыусыһы, билдәле публицист, йәмәғәт эшмәкәре. 1991 йылдың 29 октябрь-26 декабрендә СССР Юғары советының Республикалар Советын етәкләй, унда рәсми рәүештә « № 142-Н Декларацияһы» ҡабул ителә һәм уға ярашлы СССР йәшәүен туҡтата.

1930 йылдың 2 майында Талдыҡорған өлкәһенең Ҡарлығаш ауылында тыуған.

1949-1954 йылдарҙа — Алма-Атала Ҡаҙаҡ Дәүләт университетында уҡый.

1953 йылда КПСС-ҡа инә. 1991 йылдан алып «Ҡаҙағстан социалистик партияһының» рәйесе [3]

Журналистика факультетын тамамлағас, Үҙәк Азия һәм Ҡаҙағстан буйынса «Литературная газета» (Мәскәү) гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләй.

1963-1967 йылдарҙа «Казахфильм» киностудияһының баш мөхәррире булып эшләй. 1968 йылда Мәскәүгә «Правда» гәзитенең Ҡаҙағстан буйынса үҙ хәбәрсеһе итеп саҡырыла. 1969 йылда «Ҡаҙаҡ әҙәбиәте» аҙналыҡ гәзитенең баш мөхәррире була. 1970-1979 йылдарҙа Ҡаҙағстан Яҙыусылар союзының беренсе секретары итеп һайлана. Бер үк ваҡытта, тик 1986 йылға тиклем СССР Яҙыусылар союзында идараның сәркәтибе булып тора.

1986 йылдан алып Ҡаҙаҡ мәҙәниәт фонды рәйесе, Ҡаҙағстан Республикаһының Тыныслыҡ һәм татыулыҡ советы рәйесе итеп һайлана. Ҡаҙаҡ ССР-ы Юғары Советы депутаты. Ҡаҙаҡ ССР-ының халыҡ депутаты[4][5](1990-1993). Ҡаҙаҡ ССР-ы Юғары советы президиумы ағзаһы итеп күп тапҡырҙар һайлана, КПСС-тың 24 һәм 25 съездары делегаты

1959 йылдан алып Азия һәм Африка илдәре яҙыусылары менән бәйләнештәр буйынса Совет комитеты рәйесе урынбаҫары, шулай уҡ Афро-Азия һәм Европа мәҙәниәте яҙыусылар берләшмәләре ассоциацияһының әүҙем ағзаһы.

1981-1991 йылдарҙа Ҡаҙаҡ авторлыҡ хоҡуғын һаҡлау агентлығы рәйесе.

Март — октябрь 1991 йыл. Ҡаҙаҡ ССР-ы коммерция телевидениеһы һәм радиотапшырыуҙар ассоциацияһы президенты.

1991 йылдың 29 октябрь-26 декабрендә СССР Юғары советының Республикалар Советын етәкләй, унда рәсми рәүештә «Декларация № 142-Н Декларацияһы» ҡабул ителә һәм СССР йәшәүен туҡтата. Рәсәй Федерацияһының Юғары дәүләт органы — Халыҡ депутаттары съезы — БДБ ойоштороу тураһында килешеүҙе ратификациялай.[6].

1991 йылдан алып «Ҡаҙағстан социалистик партияһының» рәйесе .

1993 йылдың 9 ноябрендә Алматыла вафат була һәм ерләнә.

Флүрә Байнетоваға өйләнгән була. Улы - Аскар (тыуған 1964).[7]

  • 1962 — «Пятьдесят тысяч миль по воде и суше»;
  • 1963 — «Караван идет к солнцу»;
  • 1964 — «Синие горы» — повесть о современности;
  • 1966 — «Сувенир из Отрара»;
  • 1969 — «Степное эхо»,
  • 1967 — «Стрела Махамбета»,
  • 1973 — «Гонец»
  • 1974 — «Трон Рудаки», историческая повесть;
  • 1979 — «Возвращение учителя»,
  • 1992 — «Познание».

Алматы, Астана, Талдыҡорғандағы урамдарға билдәле яҙыусының исеме бирелгән, шулай уҡ Алматы өлкәһендәге мәктәп уның исеме менән аталған .[9]

  1. Library of Congress Authorities (ингл.)Library of Congress.
  2. Identifiants et Référentiels (фр.)ABES, 2011.
  3. Из истории Социалистической партии Казахстана по документам Архива Президента Республики Казахстан 2020 йыл 29 июль архивланған.
  4. Верховный Совет СССР (XIII созыв), октябрь — декабрь 1991
  5. Алимжанов, Ануарбек Турлубекович (Ануар) в новостях и прессе — 20066. Дата обращения: 14 май 2015. Архивировано 18 май 2015 года. 2015 йыл 18 май архивланған.
  6. Леонид Млечин. «КГБ. Председатели органов госбезопасности. Рассекреченные судьбы». // books.google.ru
  7. Архивированная копия. Дата обращения: 22 февраль 2015. Архивировано 22 февраль 2015 года. 2015 йыл 22 февраль архивланған.
  8. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 8 мая 1980 года № 2064—Х «О награждении писателя Алимжанова А. Т. орденом Дружбы народов» // «Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик». — № 20 (2042) от 14 мая 1980 года. — Ст.392.
  9. Ануарбек Алимжанов — биография. Дата обращения: 22 февраль 2015. Архивировано 22 февраль 2015 года. 2015 йыл 22 февраль архивланған.