Ән-Нәсәйи
Ән-Нәсәйи | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге |
Тыуған көнө | 829 или 830[1] |
Тыуған урыны | Ниса (ҡала), Гиркания[d] |
Вафат булған көнө | 28 август 915[2][3] |
Вафат булған урыны | Фәләстин |
Ерләнгән урыны | Иерусалим |
Һөнәр төрө | Мөхәддис, Фаҡиһ |
Эшмәкәрлек төрө | Хәҙис ғилеме һәм Фиҡһ |
Уҡыусылар | Ибн Хиббан[d] |
Кемдә уҡыған | Әбү Дауыт, Исхак ибн Рахавейх[d], Абдуллах ибн Ахмад ибн Ханбаль[d], Абу Яла аль-Мавсили[d] һәм Али ибн Харб[d] |
Префикс титула | Имам |
Кунья | Абу Абдуррахман[d][4] |
Ән-Нәсәйи Викимилектә |
Әбү Ғабдрахман Әхмәт ибн Шөғәйеп ән-Нәсәйи (ән-Нәсәи) (ғәр. أحمد بن شعيب النسائي; 829, Нәса — 915, Рамлә; рус. Абу́ Абдуррахма́н А́хмад ибн Шуа́йб ан-Наса́и) — фарсы сығышлы мосолман ғалимы, атаҡлы мөхәддистәрҙең береһе. Алты иң абруйлы хәҙистәр йыйынтығының береһенең авторы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ән-Нәсәйи хәҙерге көндә юҡҡа сыҡҡан Нәса (уның нисбәһе шунан килеп сыҡҡан) ҡалаһында тыуған, ул Төркмәнстандың хәҙерге баш ҡалаһы Ашхабадтан көнбайыштараҡ урынлашҡан булған.
Ғүмеренең икенсе яртыһын Ән-Нәсәи Мысырҙа үткәрә, үлер алдынан ғына Фәләстингә юллана һәм шунда вафат була. Мысырҙан китеүенә башҡа кешеләрҙең уның тәрән белеменә көнләшеүе сәбәп була. Фәләстингә килеп төшкәс, уға хәрижиҙәр төркөмө һөжүм итә, һәм ул алған яраларынан вафат була. Әл-Хәкимдән риүәйәт ителә: «Әбү Ғабдрахмандың барлыҡ кешелек дәрәжәләре өҫтәүенә ул шәһит үлеме менән китте». Мосолман биографтары уның үлеме сәбәбе буйынса бер фекерҙә.
Библиографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ән-Нәсәйи бер нисә хәҙистәр йыйынтығы һ. б. хеҙмәттәр авторы:
- «Әс-Сүнән әл-Ҡубра».
- «Әл-Мөжтәбә» йәки «әс-Сүнән әс-Сүғра». Шулай уҡ «Сүнән ән-Нәсәйи» булараҡ билдәле.
- «Әд-Дуафа үәл-мәтруҡун» («Көсһөҙ һәм кире ҡағылғандар (хәҙистәрҙе тапшырыусылар)») — был китапта 2679 кеше бар, улар ышанысһыҙ һәм көсһөҙ хәҙистәрҙе тапшырыусылар категорияһына ҡарай.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Али-заде А. Насаи Ахмад (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #11946263X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Aḥmad ibn Shuʻayb Nasāʼī // LIBRIS
- ↑ https://www.alukah.net/culture/0/100646/
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Имам ан-Насаи — пятый среди самых авторитетных ученых-хадисоведов // Muslimpress.ru
- Сунан ан-Насаи // Хәҙистәр энциклопедияһы.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |