Әрмәнстандың Милли картиналар галереяһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әрмәнстандың Милли картиналар галереяһы
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1921
Дәүләт Flag of Armenia.svg Әрмәнстан
Административ-территориаль берәмек Ереван
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Ереван
Число посетителей в год 65 000
Адрес 375010, Արամի փողոց 1 (մուտքը Հանրապետության հրապարակից)
Рәсми сайт gallery.am
Страница учреждения на Викискладе National Gallery of Armenia
Commons-logo.svg Әрмәнстандың Милли картиналар галереяһы Викимилектә

Әрмәнстандың Милли галереяһы (әрм. Հայաստանի Ազգային Պատկերասրահ) — Әрмәнстандың төп һынлы сәнғәт музейы. Ул БДБ территорияһында иң ҙур музейҙарҙың береһе булып тора[1].

Галерея 1921 йылда нигеҙләнә һәм Ереванда Республика майҙанындағы Музей комплексының бер өлөшөн тәшкил итә. Милли галерея комплекстың өсөнсө — һигеҙенсе ҡаттарын биләй, ә аҫҡы ике ҡатта Әрмәнстандың Милли тарихи музейы урынлашҡан. Әрмән һынлы сәнғәте тупланмаһы буйынса — донъялағы иң ҙур коллекция. Музейҙа Айвазовский картиналары коллекцияһының иң тулы коллекцияһы ҡуйылған (Феодосиялағы И. К. Айвазовский исемендәге Милли картиналар галереяһынан ҡала). Әрмәнстандың Милли галереяһы фондында 35 меңдән ашыу[2] һаҡлау берәмеге иҫәпләнә, Көнбайыш Европа фондында 350-нән ашыу һүрәт бар.

Әрмән сәнғәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яҡынса 700 сәнғәт өлгөһө бар[3]. Әрмән классик сәнғәте экспозицияһы урта быуат фрескаларының һәм миниатюраларының дөрөҫ күсермәләре өлгөләренән башлана. XVIII быуат әрмән сәнғәте нигеҙҙә Овнатаняндар династияһының һынлы сәнғәт мираҫынан баш ала. О. Овнатанян әҫәрҙәренән тыш, бында XIX быуат башында ижад иткән, әрмән һынлы сәнғәтендә портрет жанрына нигеҙ һалған А. Овнатанян ижады тулыраҡ бирелгән. Музейҙа әрмән милләтле рус рәссамы, әрмән мотивтарына күп әҫәрҙәр яҙған И. Айвазовскийҙың 62 картинаһы һаҡлана[4]. Галереяның әрмән экспозицияһының билдәле өлөшө XIX быуатта — XX быуат башында йәшәгән әрмән сәнғәте классиктары — В. Суренянц, С. Агаджанян, Е. Тадевосян, Ф. Терлемезян, Г. Башинджагян, М. Сарьян, А. Коджоян, А. Фетваджян һ. б. ижадына арнала.

Көнбайыш Европа сәнғәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яҡынса 170 картина һаҡлана[5]. Нигеҙҙә, төп дүрт — итальян, фламанд, голланд һәм француз коллекциялары, шулай уҡ испан, немец һ. б. һынлы сәнғәт мәктәптәре картиналары ла бар. XVIXVII быуаттарҙағы Европа графикаһы тупланмаһында 180-дән ашыу әҫәр иҫәпләнә[6].

Итальян коллекцияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тинторетто, «Аполлон һәм Пан»

Музей тупланмаһында итальян сәнғәте XIV быуат әҫәрҙәре менән асыла[7]. Боттичелли мөхитендәге билдәһеҙ рәссамдың «Рождество» картинаһы иғтибарға лайыҡ. Абруйлы Тинтореттоның «Аполлон и Пан» картинаһы — Юғары Яңырыу осороноң сағыу миҫалы. XVII йөҙ йыллыҡтың итальян портрет сәнғәте музей коллекцияһында Б. Строцциҙың «Никола Куччи портреты» һәм Болон мәктәбенең сағыу вәкиле Гверчиноның ике портреты менән кәүҙәләндерелә. Портрет жанрының иртә осорона Понтормо эше тура килә. Коллекция Библия сюжеттарына бик бай. Бында Я. Бассаноның «Рождение Христа и поклонение пастухов» (күптән түгел галерея Бассаноның тағы бер әҫәренә эйә була) һәм Л. Бассаноның «Добрый самарянин», Л. Джордано, П. Кортона, С. Риччи, Л. Синьорелли, П. Батони[8], Л. Бернардино, П. Фаринати, Сассоферрато, А.Турки, Дж. Каведоненың Библия темаһына яҙған эшиәре ҡуйылған. Шулай уҡ Б. Гарофало[9], С. Конка, Э. Сирани һ.б. Богородица портреттары ла иғтибарға лайыҡ. и др. Пейзаж төшөрөүсе рәссамдарҙан музейҙа Ф. Дзуккарелли, Дж. Гизольфи һәм XVIII быуаттың билдәһеҙ оҫталарының картиналар тупланмаһы бар. Шул уҡ осорға дәүерҙең иң билдәле итальян оҫталарының береһе — Ф. Гвардиҙың «Дворик» картинаһы ҡарай.

Галерея тупланмаһында Дж. Тьеполо, Дж. Панини, Ф. Цуккаро, Я. Эмполи, Л. Камбьязо, С. делла Белла кеүек авторҙарҙың графика эштәре бар.

Фламанд һәм голланд коллекцияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

А. В/ Дейк, «Тәренән төшөрөү»

1982 йыл мәғлүмәттәре буйынса галереяла 30-ға яҡын[10] фламанд һәм 60 голланд[11] һынлы сәнғәте әҫәре күргәҙмәгә ҡуйыла. Музей коллекцияһының Нидерландтарҙың голланд һәм фламанд һынлы сәнғәт мәктәбенең күпселек эштәре XVII быуатҡа ҡарай[12].

Музей тупланмаһында фламанд һынлы сәнғәте беренсе дәрәжәле оҫталарҙың картиналары менән күрһәтелә. Улар араһында П. Рубенстың «Шествие Силена» һәм Ван Дейктың «Снятие с креста» эштәре бар. Г. Вербрюген менән Я Фейт натюрморттары ҡыҙыҡлы. Фламанд портреттары бер нисә картинанан ғибәрәт[13], шуларҙың иң күренеклеһе П. Пурбустың һәм XVII быуаттың билдәһеҙ оҫтаһының ҡатын-ҡыҙ портреты. Фламанд жанр һынлы сәнғәте Д. Тенерис-Кесенең ике рәсеме һ.б. аша кәүҙәләндерелә. Сағыштырмаса билдәһеҙ рәссам Я. Коссирстың «Фавн в гостях у крестьян» картинаһы тиңһеҙ реализм менән башҡарылған. Галереяла фламанд пейзажисы Й. Момперҙың «Горный пейзаж» тигән әҫәре бар.

Голланд коллекцияһы алтын быуаттың билдәле оҫталарының эштәрен тәшкил итә. Атап әйткәндә, жанр һынлы сәнғәте төрлө сағылышта К. Нештерҙың «Урок пения», П. Кодденың «Общество за столом», И. Дрохслоттың «Праздничный день», К. Дюсарттың «Игра в кегли» әҫәрҙәре, трактир мотивтарын һүрәтләгән картиналары һ.б. аша күрһәтелә. Х. Гольциустың «Война и мир» портрет композицияһы иғтибарға лайыҡ. К. Йостың «Рождение Христа» эше Библия сюжетына ҡарай. Шулай уҡ голланд пейзажсыларының һүрәттәре лә экспозицияға ҡуйыла, улар араһында Я. В. Гойендың «Вид Дордрехта» эше бигерәк тә әһәмиәтле. Шулай уҡ Л. бакхейзендың диңгеҙ пейзажы һәм А. Эвердингендың «Пейзаж со сломанным деревом» картинаһы ҡыҙыҡлы. «Итальчнлаштырылған пейзаж» тип аталған һәм Голландияла киң таралған алым Н. Берхем, К. Пуленьург, К. Дюжарден һәм Ф. Мушерон әҫәрҙәре аша күрһәтелә. Галереяла шулай уҡ голланд натбрморты оҫталары П. Клас, Я. Веникс һәм А. Бейерендың эштәре бар. Голланд портретын М. Стоммерҙың «Обменник» эше һәм К. нетшерҙың ҡатын-ҡыҙ портретында күрергә мөмкин. Һуғыш күренештәрен һүрәтләүсе жанрға Ф. Вауэрмандың «Война поляков против шведов», Э. Вельденың «Битва» композицияларын һ.б. индерергә була.

Галереяла А. Остаде, Я. Ливенс, Я. Ван дер Хейден, М. Хемскерк, Г. Схалкен, А. Дипенбек, А. Вельде, Я. Бот. һ. б. график эштәре һаҡлана.

Француз коллекцияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Француз һынлы сәнғәте коллекцияһы галереяла көнбайыш һынлы сәнғәте өлгөләре араһында һан буйынса иң ҙуры[14]. Тупланма XVII быуат һүрәттәре менән асыла. Бында Францияның XVIII быуаттың «Ринальдо и Армида» әҫәре менән Ж. Фрагонар, «Голова девушки» картинаһы менән Ж.-Б. Грез кеүек һынлы сәнғәт оҫталары, шулай уҡ Ж.-М. Натье, Н. Ларжильер, Ф. Друэ, Ш. Ван Лоо, Ж. Куртуа һ .б. кеүек рәссамдар әҫәрҙәре ҡуйыла. Күптән түгел музейға рококо стилендә ижад итеүсе иң билдәле вәкилдәрҙең береһе булған Ф. Бушеның[15] «Девушка с цветком»[16] полотноһын бүләк итәләр. Н. Ланкреның «Итальянские комедианты» һәм Ф. Лемуандың «Спящее дитя и ангелы» эше лә шул уҡ стилгә ҡарай. Сентименталлек һәм классицизм стилендә Э. Виже-Лебрёндың портрет эштәрен күрергә мөмкин. Француз һынлы сәнғәтендә пейзаж жанрының үҫешен XVII быуаттан башлап күҙәтергә була. Г. Дюгеның эштәре ошо дәүергә ҡарай. XVIII йөҙ йыллыҡтың пейзаж жанры галереяла Ю. Роберҙың һәм К. Верненың өсәр картинаһы аша сағылдырыла. Француз сәнғәтендә реалистик традицияларҙы үҫтереүҙә барбизон мәктәбе ҙур урын алып тора. Уларҙың вәкилдәренән музейҙа Т. Руссоның «Сумерки в лесу» һүрәте, Диастың ике картинаһы, шулай уҡ Ф. Зимдың диңгеҙ пейзажы ҡуйылған. Галереяла XIX быуат француз реализмының билдәле вәкилдәренең береһе Г. Курбеның «Портрет девушкаи» картинаһы бар[17]. Ошо уҡ йөҙ йыллыҡҡа музей коллекцияһындағы О. Верне, А. Декан, Ж.-А. Гюдендың һ.б. әҫәрҙәре ҡарай. Яңы замандың француз һынлы сәнғәтен Э. Буден, Л. Анкетен, Б. Бюффе, А. Монтичелли картиналары аша күрергә була.

Галереяла А. Ватто[18], Ж. -Б. Грез, Ж. Белланж, Ж. Паскин, О. Роден һ.б. кеүек рәссамдарҙың график әҫәрҙәре, А. Канов һәм Э. Фальконе кеүек скульпторҙарҙың эштәре бар.

Испан, немец һ. б.[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Испанһынлы сәнғәте галерея тупланмаһында бер нисә полотно аша күрһәтелә, улар араһында испан маньеризмының күренекле вәкилдәренең береһе Л. Моралестың «Снятие с креста» картинаһы бар. Музейҙа романтизм осоро һынлы сәнғәт оҫталарының иң сағыу ижадсыһы Ф. Гойяның «Быки» һәм романтик ориентализм лидерҙарының береһе М. Фортуниҙың «Чтение» картиналары һаҡлана. Шулай уҡ яңыраҡ галереяға С. Далиҙың д-рт график эше бүләк итеп тапшырыла[19]. Немец һынлы сәнғәте пейзаж төшөрөүселәр Я. Гаккерт, Г. Роос һ.б. полотнолары аша күрһәтелә. Музей коллекцияһында билдәле немец рәссамы А. Дюрерҙың 9 график әҫәре, гравюр Г. Бехамдың, «Христос перед народом», шулай уҡ XIX—XX быуат сигендәге ижад иткән рәссам Ф. Штуктың һ.б. картиналары бар. Испан һәм немец һынлы сәнғәт мәктәбе рәссамдарының эштәре тыш, музей Шфейцария рәссамдары А. Калам, Л. Робер, Д Ходовецкий, Я. Суходольский, Й. Андрееску, Ш. Димитреску һ.б. эштәренә эйә.

Рус сәнғәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

230 һынлы сәнғәт өлгөһө ҡуйылған. Рус донъяуи сәнғәте галереяла XVIII быуат урталарынан башлана[20]. Музей тупланмаһында XVIII—XIX быуат башының һуңғы тиҫтә йылдары портреттары һәм скульптуралары, шул иҫәптән И. Аргунов, Д. Левицкий, Ф. Рокотов, В. Боровиковский, И. Матрос, Ф. Шубиндың эштәре бар[21]. Д. Левицкийҙәң өс портреты араһында уның билдәле эштәренең иң иртә яҙылғаны бар[22]. XVIII быуат рус пейзажы галереяла Ф. Матвеевтың һәм М. Ивановтың бер нисә картинаһы менән бирелгән. XIX быуаттың беренсе яртыһының рус һынлы сәнғәте О. Кипренский әҫәрҙәре, В. Тропининдың — 4, С. Щедриндың 3 полотноһы, К. Брюллов, П. Басин һ.б. эштәре ааш күрһәтелә. XIX быуаттың икенсе яртыһының академик йүнәлеше Г. Семирадский ижады аша бирелә. XIX быуаттың икенсе яртыһын С. Зарянко, И. Хруцкий, В. Серебряков һ.б. әҫәрҙәре кәүҙәләндерә. XIX—XX быуаттар сигендәге сәнғәт А. Бенуа, символик йүнәлеш оҫталары Б. Анисфельд, В. Борисов-Мусатов әҫәрҙәре, шулай уҡ рус авангарды эштәре менән сағылдырыла. Ошо осор коллекцияһы шедеврҙары араһында М. Шагалдың «Дача»һы һәм В. Кадринскийҙың 2 полотноһы бар. Музей тупланмаһында И. Шишкиндың — 5, И. Левитандың — 10, В. Суриков, И. Репин, В. Серов, А. Куинджи, В. Верещагин, К. Маковский, В. Поленов, М. Врубель, М. Нестеров, К. Петров-Водкиндың һ.б. күп һанлы әҫәрҙәре бар. Музейҙа И. Айвазовскийҙың 60-тан ашыу картинаһы һаҡлана.

Музейаколлекцияһы даими рәүештә яңы экспозициялар менән тулыландырыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Государственная картинная галерея Армении Ҡалып:Webarchive
  2. Архивный отдел
  3. Отдел армянской живописи
  4. Армянская живопись
  5. Отдел зарубежной живописи
  6. Коллекция европейской графики
  7. Р. Дрампян. Государственная картинная галерея Армении — М.: Искусство, 1982. — Б. 198.
  8. Р. Дрампян. Государственная картинная галерея Армении — М.: Искусство, 1982. — Б. 207.
  9. Р. Дрампян. Государственная картинная галерея Армении — М.: Искусство, 1982. — Б. 200.
  10. Р. Дрампян. Государственная картинная галерея Армении — М.: Искусство, 1982. — Б. 209.
  11. Р. Дрампян. Государственная картинная галерея Армении — М.: Искусство, 1982. — Б. 217.
  12. Европейская коллекция
  13. Р. Дрампян. Государственная картинная галерея Армении — М.: Искусство, 1982. — Б. 213.
  14. Р. Дрампян. Государственная картинная галерея Армении — М.: Искусство, 1982. — Б. 225.
  15. Большой дар Национальной картинной галерее Армении
  16. Дар американо-армянского коллекционера Национальной галерее Армении (әрм.)(арм.)
  17. [ Ереванская картинная галерея] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3 издание)
  18. Р. Дрампян. Государственная картинная галерея Армении — М.: Искусство, 1982. — Б. 228.
  19. Национальная картинная галерея Армении получила в дар работы Дали, Кандинского и Беллмера
  20. Р. Дрампян. Государственная картинная галерея Армении — М.: Искусство, 1982. — Б. 133.
  21. Русская коллекция
  22. Р. Дрампян. Государственная картинная галерея Армении — М.: Искусство, 1982. — Б. 135.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Р. Дрампян. У истоков музея // Наука и жизнь. — М., 1982. — № 4. — С. 116-122.
  • Р. Дрампян. Государственная картинная галерея Армении — М.: Искусство, 1982.
  • Национальная галерея Армении (альбом) — Ер., 2008. — 314 б.
  • Нидерландская и Фламандская живопись XVI-XVIII веков в Национальной галерее Армении (каталог) — Ер., 1999. — 56 б.
  • Голландская живопись XVII-XIX веков в Национальной галерее Армении (каталог) — Ер., 2003. — 73 б.
  • В. Бадалян. Два полотна Джулио Карпиони в собрании Картинной галереи Армении. // Ист.-филол. журн. — 1984. — № 4. — С. 239-242.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]