Әртуғрул мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әртуғрул мәсете
төркм. Ärtogrulgazy metjidi
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1998
Хөрмәтенә аталған Әртуғрул
Дәүләт Flag of Turkmenistan (1997-2001).svg Төркмәнстан
Административ-территориаль берәмек Ашхабад
Архитектура стиле Османская архитектура[d]
Вместимость 5000

Әртуғрул мәсете йәки Азади мәсете (төркм. Ärtogrulgazy metjidi) — Ашхабадтың иң матур мәсеттәренең береһе, төрөк стилендә тѳҙѳлгән, ҡалала иң ҙур мәсет булып тора[1]. Мәсеттең дүрт манараһы бар. 1990 йылдар башында, Төркмәнстан бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң төҙөлгән мәсеттәрҙең береһе. Төрөк хакимы Әртуғрул хөрмәтенә аталған.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1992 йылда Төркиә премьер-министры Сөләймән Демирель мәсет төҙөү идеяһы тәҡдим итә. 1993 йылдың 12 ғинуарында мәсеткә нигеҙ һалына[2]. Төҙөлөш ваҡытында бер нисә осраҡлы үлем була, һөҙөмтәлә ҡайһы бер диндарҙар мәсет уңышһыҙлыҡ килтерә тип инана[3]. Мәсет 1998 йылда асыла, һәм Ғосман солтаны Әртуғрул хөрмәтенә атала. Әртуғрул (1198—1281) — төрки (уғыҙҙарҙың ҡайы ҡәбиләһе вәкиле) хакимы, Ғосман династияһын башлап ебәргән Ғосман I-нең атаһы. 1227 йылдан алып Ғосман бейлеге хакимы була. Әртуғрул мәсетенең Истанбулдағы Зәңгәр мәсет менән тышҡы оҡшашлығы бар, сөнки классик ғосман стилендә төҙөлгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]