Эстәлеккә күсергә

Әсфәндиәрова Гөлсөм Жафар ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гөлсөм Әсфәндиәрова
ҡаҙ. Гүлсім Жафарқызы Аспандиярова
Исеме

Өммөгөлсөм

Тыуған көнө

12 ноябрь 1880({{padleft:1880|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})

Тыуған урыны

Ташкент

Вафат булған көнө

1941({{padleft:1941|4|0}})

Вафат булған урыны

Ташкент

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге

Врач, гинеколог, уҡытыусы, йәмәғәт эшмәкәре

Атаһы

генерал-майор Сәйет Джафар Әсфәндиәров

Әсәһе

Гөләндәм Ҡасымова

Әсфәндиәрова Гөлсөм Жафар ҡыҙы (12 ноябрь 1880 йыл — ноябрь 1941 йыл) — юғары белемле беренсе ҡаҙаҡ ҡатын-ҡыҙ-табибы, Төркөстан крайында һаулыҡ Һаҡлау системаһын ойоштороусы, табип-педагог.

Төркөстан генерал-губернаторлығы янында хәрби тәржемәсе булып хеҙмәт иткән Сейетжафар Әсфәндиәровтың (Кесе Урҙала идара Иткән Ашуаҡ хандың бүләһе) һәм Гөләндәмдең (ҡыҙ фамилияһы Ҡасымова) өсөнсө ҡыҙы. Гөлсөм башланғыс белемде, ир туғандары кеүек үк, өйҙә ала.1890 йылда ун йәшендә Ташкент ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһына уҡырға инә, уны 1899 йылда уңышлы тамамлай.

1897 йылда Петербургта Европала беренсе Ҡатын-ҡыҙҙар медицина институты асыла, унда ҡатын-ҡыҙҙар юғары медицина белеме алыу мөмкинлегенә эйә була. Төркөстан Крайының ҡайһы бер чиновниктары ҡыҙҙарын бында билдәләргә ашыға. Әммә, баш ҡаланың алыҫ урынлашыуы арҡаһында, уҡыу ярайһы уҡ ҡатмарлыҡтар тыуҙыра һәм ул бөтәһенә лә мөмкин булмай.

1902 йылда Төркөстанға институтты тамамлаусы бер юлы ике профессиональ табип әйләнеп ҡайтҡас, генерал-губернатор ҡарамағындағы Совет ошо институтҡа уҡырға инеүсе Төркөстан крайынан ҡыҙҙарға тәғәйенләнгән 10 стипендия булдыра. Рус чиновниктарының ҡыҙҙары менән бер рәттән, шул уҡ йылда ике ҡаҙаҡ ҡыҙы — Зәйнәб Әбдрәхмәнова һәм Гөлсөм Әсфәндиәрова ла стипендия ала. 1908 йылда институтты тамамлап, тыуған иленә ҡайтҡас, ул күптән түгел ойошторолған губернаның ерле халҡы араһынан беренсе ҡатын-ҡыҙ-табип була[1].

Зәйнәб Абдрахманова, бер нисә йыл эшләп, кейәүгә сыға һәм китә[1]. Гөлсөм Әсфәндиәрованың, киреһенсә, яҙмышы һәм карьераһы Төркөстан менән тығыҙ бәйле була — һәм «беренсе» тигән исем ғәҙәттәгесә уға нығына.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Институтты тамалағас, Әсфәндиәрова император Николай Икенсегә Төркөстан хәрби округына участка табибы итеп ҡабул итеүҙәре буйынса үтенес ҡағыҙы яҙа. Был үтенес Шымкентта атаһы менән күрешеү мөмкинлеге менән бәйле була, күрәһең. Бер айҙан һуң (05 июндә) үтенесе ҡәнәғәтләндерелә, һәм уны рәсми рәүештә үҙе һораған вазифаға рәсми рәүештә ҡабул ителә[2].

Тамерлановкалағы санитар пост һигеҙ меңгә яҡын кеше йәшәгән 24 км² участканы хеҙмәтләндерә[3]. Эш хаҡынан тыш, участка табибы «ашхана», «тәржемәсегә», «юл йөрөүгә» һәм «башҡа сығымдарға» компенсацияларын ала, — дөйөм алғанда йылына 2 680 һум; йыл һайын 10 көнлөк отпуск, ә дүрт йылға бер тапҡыр дүрт ай ял һәм «хеҙмәт өсөн» эш хаҡын яҡынса 10 процентҡа арттырыу ҡарала[1].

1910 йылда Әсфәндиәрова Наманған өйәҙенең Пап ауыл табибы участкаһына эшкә күсә, унда эш шарттары бер аҙ еңелерәк була[1].

1912 йыл алдынан атаһы Гөлсөмгә хиуа вәзиренең төҙөлөп ятҡан Хиуа ҡала дауаханаһында эшләй башларға тигән тәҡдимен еткерә. Гөлсөм уның эш хаҡы һәм тейешле пенсия гарантиялары Рәсәй медицина хеҙмәтендә ағымдағынан кәм булмаҫҡа тейеш тигән шарт менән ризалаша. 1913 йылда ул Хиуала баш табиптың акушер-ассистенты вазифаһын башҡара башлай. Бында, Азия крайы тарихында беренсе тапҡыр, ул Кесарь киҫелеше операцияһын үткәрә. Айына ҙур булмаған Хиуа ҡала дауаханаһы 3-4 мең кешене ҡабул итә.

1914 йылда тынғыһыҙ замандар башланыу менән Г. Әсфәндиәрова Ташкентҡа ҡайта. Бында ул атаһының ярҙамы менән 30 койкалыҡ бала табыу йортон аса. Аҡрынлап ижтимағи әүҙем, Төркөстанда патриотик һәм социаль «хәрәкәттәр» яҡлы атаһы, — уны үҙенең эшмәкәрлегенә ылыҡтыра. Февраль һәм Октябрь революцияһы ваҡытында ҡала бала табыу йорттарының береһендә мөдирҙең хәле, һис шикһеҙ, шулай уҡ Г.Д. Әсфәндиәрованың шәхси позицияһы һәм абруйы, 1918 йылда уны Ҡазанда Бөтә Рәсәй мосолмандар съезына делегат итеп тәҡдим итеүгә нигеҙ була, унда ул Ойоштороу бюроһының ағзаһы итеп һайлана.

Ташкентҡа ҡайтҡас Әсфәндиәрова ҡала бала табыу йорто директоры булып ҡала; ул замандағы дөйөм төрки баш ҡалаһының сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнаша, ағаһына, шулай уҡ медикҡа, Ҡаҙаҡ АССР-ының буласаҡ һаулыҡ һаҡлау министры Санжар Әсфәндиәровҡа —уның асығыусыларға һәм өйһөҙҙәргә ярҙам ойоштороу буйынса эшендә ярҙам итә.

1920 йылда, ТАССР Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары Т. Рыҫҡолов етәкселегендәге Мосолман бюроһы ҡушыуы буйынса һәм булышлығында, Ғ.Әсфәндиәрова «Ҡатын-ҡыҙҙарҙың акушерлыҡ курстарын» ойоштора, унда шәхсән «Йөклө ҡатын-ҡыҙҙар физиологияһы» дисциплинаһын алып бара. Һуңыраҡ курстар Ю.Ахунбабаев исемендәге Ташкент медицина техникумына буйһондорола, әммә Гөлсөм үҙенең вафатына тиклем бында уҡытыуын дауам итә.

1922 йылдан Әсфәндиәрова Балалар ҡала дауаханаһында эше менән бергә уҡытыуҙы ла алып бара, унда уның ярҙамсыһы — Ташкентта асылған Көнсығыш Азия университетының табип һөнәре буйынса тәүге сығарылыш уҡыусыһы А. Досжанова була (1922 йылдың көҙөндә). Досжанова Әсфәндиәрова менән Ҡазанда Рәсәй мосолмандарының Ойоштороу бюроһында эшләүе буйынса таныш була. Көнсығыш ҡатын-ҡыҙҙарының һөнәрҙәр өлкәһендә тиң хоҡуҡтар өсөн көрәш эстафетаһы шулай дауам итә.

1920 йылдарҙа Гөлсөм Әсфәндиәрова бер нисә тапҡыр ҡала Советы ағзаһы итеп һайлана, матбуғатта социаль өлкәне төҙөкләндереү, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау мәсьәләләре буйынса сығыш яһай.

Г.Ж. Әсфәндиәрованың һуңғы яҙмышы билдәһеҙ. 1930-сы йылдарҙағы репрессия йылдарында Гөлсөмдөң ағаһы, Санжарҙы атып үлтерәләр, ә уның ҡатынын һәм ҡыҙын ҡулға алалар һәм Себергә һөрәләр. Гөлсөмдең, батша генерал-майорының ҡыҙы, «халыҡ дошманы» апаһының ғүмере, ҡыл өҫтөндә була. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, «ышанысһыҙҙар» ҙың әсе яҙмышын үткәреп, Гөлсөм Әсфәндиәрова террор кисерә һәм 1941 йылда Ташкентта үҙ үлеме менән вафат була[1]. Уның ерләнгән урыны билдәһеҙ.

  • Жүнісбаев А. «Санжар Асфендиаров: өмірі мен қызметі» (1889—1938 жж.). Т. І (1889—1918 жж.). — Алматы: «Елтаным баспасы», 2014. — Б. 45.
  • Личное дело Умми-Гульсум Асфендаровой (находится в Центральном государственном историческом архиве Санкт-Петербурга).
  • Послужной список участкового лекаря Умми-Гульсум Асфендиаровой. 22 августа 1908 г. // ЦГА РУз. Ф. И-17. оп. 1. д. 34836. л. 79;
  • Умми-Гульсум Асфендиярова — первая врач-казашка // «Медикер». — Алматы, 2002, июнь. — С. 58-59.
  • Центральный Государственный архив Республики Узбекистан (ЦГА РУз.). — [ www.kungrad.com›history/doc/gulsum/ Ф. И-125, оп. 1, д. 2, лл. 11-12].
  • Письмо на имя Начальника Амударьинского отдела, от 22 февраля 1914 г. // ЦГА РУз. Ф. И-2, оп. 1, д. 309, л. 15.
  • Персоны в мусульманском женском движении 1917 г.
  • Әлжанов А. «Алғашқы қарлығаштар». — Алматы: «Арыс», 2007. — 106 б.
  • Исмаилов А. «Из истории семьи Санжара Асфендиарова». — «Қазақстан мұрағаттары». — Астана. — 2008. — № 1. — Б. 105.
  • Кенжеахметов С. «Қазақтың тұңғыш дәрігер қыздары». — «Денсаулық». — Алматы, 1996. — № 3. — Б. 7.
  • Махмудов М. «Первая больница в Хорезме». — «Советское здравоохранение» — Москва, 1984. — № 1. — С. 67-69.
  • Махмудов М. «Первые женщины-врачи в дореволюционном Туркестане». — «Советское здравоохранение» — Москва, 1988. — № 8. — С. 68-70.
  • Эльжанов А. Г., Чокин А. Р., Досханов А. Х. «Первые казахские врачи» (на казахс. яз.). — Алма-Ата: «Казахстан», 1984. — 60 с.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Мадирим Махмудов. Гульсум Асфендиарова — первая врач-казашка. Библиотека Хуршида Даврона (18 сентябрь 2015). Дата обращения: 28 октябрь 2017. Архивировано 28 октябрь 2017 года.
  2. В письме к отцу 2017 йыл 15 март архивланған. в 1913 году Гульсум косвенно подтверждает эту мысль.
  3. В источнике 2017 йыл 15 март архивланған. указываются невероятные 24 000 м² и 84 000 человек (Умми-Гульсум Асфендиярова — первая врач-казашка // «Медикер». — Алматы, 2002, июнь. — С. 58-59)