Эстәлеккә күсергә

Магнит (тау)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Әтәс тауы битенән йүнәлтелде)
Магнит
Рәсем
Тау һырты Урал тауҙары
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 616 метр
Карта
 Магнит Викимилектә

Магнит тауы — (рус. Магнитная, устаревшее название Атач (Атачи)) — Көньяҡ Уралдағы тимер мәғдәне сығанағы булараҡ файҙаланылған тау. Башҡорт телендә Әтәстау тип яҙыу ҡабул ителгән, әммә атама буйынса бәхәстәр дауам итә.

Тауҙың боронғо исеме урыҫ телендәге сығанаҡтарҙа Атач, Атачи[2], Улу-Утассе-Тау, Маячная тип яҙып алынған[3].

«Магнитная гора по башкирскому названию Атачи именуется», — тип яҙған П. И. Рычков «Топографии Оренбургской губернии» тигән китабында[4].

Немец этнографы, тәбиғи фәндәр ғалимы Гмелин И. Г. (рус. Иога́нн Гео́рг Гме́лин нем. Johann Georg Gmelin) 1743 йылда үҙенең яҙмаларында был тауҙы Улу-Утассе-Тау тип яҙып алған, был атаманы уға юл күрһәтеп йөрөгән башҡорттар әйткән. Атаманың килеп сығышын һораған.

Они (местные жители) не могут объяснить происхождение слова Утассе и полагают, что оно происходит от имени бывшего башкирского вождя, который жил в этой местности, потому что многие другие горы этих мест названы таким образом[5].

Силәбелә йәшәп киткән, тау сәнәғәте буйынса ғилми хеҙмәттәр яҙған, крайҙы өйрәнеүсе белгес М. И. Альбрут[6] оронимдың Әтәс (рус. петух) тигән вариантын ҡырҡа кире ҡаға һәм тауҙың бөтөнләй әтәскә оҡшамауын яҙа. Ул тау атамаһын «ас ат» тигәндән килеп сыҡҡан тип һанаған, сөнки тау, ысынлап та, үҫемлектәргә ярлы булған. Шулай уҡ ул тау башына ерләнгән Атач исемле башҡорт ҡаһарманы тураһында легенданы килтерә[5].

Әйткәндәй, ул батырҙың Әтәс түгел, Атас тигән ҡушамат менән йөрөгән булыуы ла ихтимал. Атас — төҫө, ҡылыҡ-фиғеле, холҡо менән атаһына ныҡ оҡшаған кеше[7].

Әтәс исемле батыр исеменән сыҡҡан тигән фаразды иһә Әбйәлил районы уҙаманы Ғилманов Илдар Ғүмәр улы кире ҡағып, «Ватандаш» журналында былай тип яҙа:

Магнит тауының боронғо исемен хәҙер Әтәс (Атач) тауы тип, туҙға яҙмаған легендалар (Әтәс исемле батыр булған, йәнәһе) уйлап сығарыусы «тарихсылар» күп булды. Был тау тураһыдағы иң беренсе тарихи яҙмаларҙа рус телендә исеме «гора Атачи» тип иҫкә алына. «Атачи» — тауҙың башҡортса исеме "Отасы"ның русса әйтелеше! Беҙҙең халыҡ тауҙы «Отасы тау» тип, магнитлы тимер рудаһын «отасы таш» тип атаған. Һүҙлектәрҙә «отасы» һүҙен таба алманым, минеңсә, был ҡаҙаҡсанан алынған һүҙ булырға тейеш. Ҡаҙаҡса «от тасы» — ут ташы, утлы таш. Атайым был тауҙың да ысын исемен тергеҙеү өсөн тырышты[8]

.

1901 йылғы яҙмаларҙа «Маячная» тигән атама килеп сыға[9].

Көньяҡ Уралдың көнсығыш битләүендә, Яйыҡ (Урал) йылғаһының һул (Азия) ярында урынлашҡан. Административ йәһәттән Силәбе өлкәһе Магнитогорск ҡалаһына ҡарай. Бейеклеге 616 м. Географик координаттары: оҙонлоғо — 53° 26′ 8″ N, киңлеге — 59° 8′ 32″ E. 53,435556°, 59,142222°

1747 йылда тау сәнәғәтсеһе И. Б. Твердышевтың мәғдән белгестәре Магнит тауында шурфтар ҡаҙып, эргәлә мәғдән заводы төҙөү өсөн мәғдән етеү-етмәүен асыҡлаған[10].

Магнит тауы эргәһендәге 1743 йылда ҡәлғә булараҡ казак станицаһы барлыҡҡа килә — ул Ырымбур төбәгенең сик һәм оборона линияһы терәк пункты булып тора.

1922 йылда Оло Башҡортостан

1922 йылдың 22 июненән 17 авгусына ҡәҙәр Башҡортостан АССР-ы (Оло Башҡортостан) составында булған.

Совет власы йылдарында уның янында, тәбиғи байлыҡтарын файҙаланыу маҡсатында, ҙур металлургия комбинаты һәм Магнитогорск ҡалаһы төҙөлгән.

Комсомолдар төркөмө (Магнитогорск, 1932)

Был тауҙы сеймал сығанағы сифатында ҡулланалар (Магнитогорск ятҡылыҡтары). Хәҙер тауҙың күп өлөшө ҡаҙып төшөлгән.

Магнит тауы ғәмәлдә бер нисә тауҙан тора — Аташ (Утташы), Йыраҡтау (Дальняя), Үҙән (Узянка, шулай уҡ Магнитная тип тә атала), Ежовка, Ҡайынлытау (Березовая). Майҙаны яҡынса 25 кв. км.

Магнит тауы ултырма тоҡомдар (эзбизташ, ҡомташ) һәм эффузив тау тоҡомдары һыҙатында урынлашҡан. Түбән ташкүмер күмер осоро ҡатламдары гранит, диабаз һәм башҡа тоҡомдар менән сыбарланған. Ултырма һәм ер аҫтынан урғылып сыҡҡан тоҡомдарҙың бәйләнештәренән эре магнит тимере ятҡылыҡтары барлыҡҡа килгән.

XVIII быуаттың 30-сы йылдарына тиклем Аташ тауының мәғдәне менән башҡорттар файҙаланған:

«…До последнего большого мятежа (Башкирские восстания (1735—1740)), башкирцы весьма простым способом добывали из этой горы железо, и в особенности отличную сталь; но при начале мятежа, в 1735 году, (Указы от 11 февраля 1736 года) разработка им воспрещена…»

Атачи // Энциклопедический Лексиконъ. Т.3. Ара—Афо. С.-Пб., 1835. С.383.

1747 йылдың 24 декабрендә Ырымбур губерна канцелярияһына заводсы И. Б. Твердышев тимер ятҡылыҡтары табылыуы тураһында иғлан итә: «близ реки Яика по примеру расстоянием от оной в восьми верстах, так же и от устья речки Верхнего Кизилу в восьми верстах в горе, именуемой Атачи в трех местах».

Иван Борисович Твердышев кейәүе һәм компаньоны Мясников Иван Семёнович менән, Берг-коллегияның 1719—1734 йылғы положениеларына һәм Магнит тауы бер кем милке лә итеп яҙылмауы менән файҙаланып, үҙҙәренә «на вечные времена» тип һорап алалар.

1752 йылдың 27 октябрендә Ырымбур губерна канцелярияһы Твердышевҡа һәм Мясниковҡа мәғдән сығарырға һәм Әүжән һәм Тирлән заводтарын төҙөргә рөхсәт ҡағыҙҙары бирә. Буласаҡ Белорет металлургия комбинатына руданы Магнит тауынан ташыйҙар.

Тау түбәһендәге антенналар
Беренсе палаткаға бағышланған һәйкәл. Унда ошондай юлдар уйылған: «Мы жили в палатке с зелёным оконцем, промытой дождями, просушенной солнцем, Да жгли у дверей золотые костры На рыжих каменьях Магнитной горы» (Б.Ручьев, «Песня о брезентовой палатке»)

1971 йылдың 15 майында Үҙән тауы һыртында «Рудниктың 40 йыллығына» тип аталған монумент асылған. Аҫҡуйманың алғы йөҙөндә мемориаль таштаҡта ҡуйылған булған, хәҙер ул юҡ. Арт яғында яҙма: 40 йыл, 1971. Алғы яҡта һәйкәл нигеҙендә ике ҙур мәғдән киҫәге ҡуйылған.

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Энциклопедический лексикон. Санкт-Петербург, 1835 г.
  3. Легенды Магнитки
  4. П. И. Рычков «Топографии Оренбургской губернии» — 1762 г.
  5. 5,0 5,1 ВОСТОЧНАЯ ЧАСТЬ ЮЖНОГО УРАЛА (УРАЛ-ТАУ, ИРЕНДЫК И ВОСТОЧНЫЕ ПРЕДГОРЬЯ)[ttps://uralsky.info/geografiya/uralskie-gory/yuzhnyj-ural/vostochnaya-chast-gory-ural-tau-i-irendyk.html]
  6. Альбрут Моисей Исаакович
  7. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 88-се бит
  8. [1] 2019 йыл 23 апрель архивланған. («Ватандаш» — 2015, № 12, 174—189 бб.)
  9. Названия горы Магнитной
  10. Твердышевы, Иван Борисович и Яков Борисович // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.М., 1896—1918.