Альбрут Моисей Исаакович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Альбрут Моисей Исаакович
Заты ир-ат
Тыуған көнө 1906
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Херсон губернаһы[d], Херсонский уезд[d], Кривой Рог[d]
Вафат булыу көнө 27 сентябрь 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Силәбе ҡалаһы
Һөнәр төрө иҡтисадсы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы

Альбрут Моисей Исаакович - (1906, Кривой Рог, Украина27 сентябрь 1984, Силәбе) -иҡтисад белгесе, тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмәғәт эшмәкәре, иҡтисад фәндәре кандидаты (1948), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры.

Биографияһынан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1921 йылда Кривой Рог социаль-иҡтисади техникумының 1-се курсын тамамлаған.

Кривой Рогта ҡулланыусылар йәмғиәтендә эшләгән, 1923 йылдан — Бөтә Украина акционерҙар сауҙа йәмғиәте бүлексәһендә бухгалтер.

1929 йылдан Һаҡлаусылар коллегияһы ағзаһы.

1932 йылда Днепропетровск дәүләт университетының иҡтисад факультетына уҡырға инә. Факультет һуңғараҡ Харьковҡа күсерелә. 1937 йылда Харьков университетын «иҡтисади география» һөнәре буйынса отличие менән тамамлай.

1937-41 йылдарҙа Днепропетровск металлургия институтында иҡтисади география һәм политэкономия уҡыта.

1941-42 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында ҡатнаша. Днепропетровск янында ауыр яралана; һауыҡҡандан һуң хәрби хеҙмәттән азат ителә.

1942-45 йылдарҙа «Магнитострой» тресында юрисконсульт булып эшләй.

1945-52 йылдарҙа Магнитогорск дәүләт педгогия институтында (МДПИ) уҡыта: өлкән политэкономия уҡытыусыһы, тарих факультеты деканы була.

1948 йылда «Тау сәнәғәтендә ер рентаһы үҙенсәлектәре» тигән тема буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1952 йылда МДПИ-ның география кафедраһы доценты дәрәжәһенә раҫлана.

1952 йылдан Силәбелә йәшәй, Силәбе дәүләт педагогия институтында (1952-60) һәм Бөтә Рәсәй Ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисади институтының (ВЗФЭИ) Силәбе филиалында (1960-84) эшләй.

1971 йылда профессор вазифаһын башҡара.

1959-74 йылдарҙа Силәбе Рус география йәмғиәте бүлексәһенең ағзаһы, 1971 йылдан - йәмғиәттең рәйесе.

«Ученые записки» журналының мөхәрририәт ағзаһы итеп һайлана.

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Альбрут М.И. тыуған яҡты өйрәнеү буйынса төп темаһы башлыса Силәбенең революцияға тиклемге тарихына бағышлана.

Ул СССР Боронғо акттар дәүләт архивы үҙәгенә белешеү ебәрә. Белешеүгә яуап итеп ебәрелгән документ йәмғиәткә иғлан ителә. Был Силәбе ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуының аныҡ датаһын асыҡларға мөмкинлек бирә («Доношение Тевкелева Татищеву»).

Альбрут Силәбе һәм Көньяҡ Уралдың революцияға тиклемге 18-се быуат тарихы буйынса мәҡәләләр баҫтыра.

«Очерк социально-экономического развития дореволюционного Челябинска» тигән хеҙмәте баҫылмай ҡала, ҡулъяҙма ОГАЧО-ла һаҡлана (ф. Р-290, on. 1, д. 40). Альбруттың шәхси фонды ла шунда тапшырылған (ф. Р-290), унда биографик һәм ижади материалдары ингән.

Магнит тауы тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ККЦ, ЛПЦ 10, ЛПЦ 11 торбалары, алыҫта - Магнит тауы күренеше

Боронғо башҡорт ерҙәрендә магнитлы тимер ятҡылыҡтары табылған тауҙы әлеге заманда Магнит тауы тип атайҙар, башҡорт телендә уны Әтәс тауы тип тип яҙып йөрөтәләр. Әммә боронғо атамалар тураһында бер нисә фараз йәшәп килә. Тауҙың боронғо исемен тик урыҫ телендәге сығанаҡтарҙан ғына табырға була: Атач, Атачи, Улу-Утассе-Тау тип яҙып алынған варианттар бар. Маячная, Магнитная гора – ХХ быуатта килеп сыҡҡан атамалар. Тау әтәскә оҡшаған, Әтәс тигән башҡорт ҡаһарманы булған, атамалар шунан килеп сыҡҡан тигән фараздарҙы кире ҡағыусылар ҙа байтаҡ. Улар араһында Моисей Исаакович Альбрут та була[1] Ул оронимдың Әтәс (рус. петух) тигән вариантын ҡырҡа кире ҡаға һәм тауҙың бөтөнләй әтәскә оҡшамауын яҙа. Ул тау атамаһын «ас» һәм «ат» тигәндән килеп сыҡҡан тип һанаған, сөнки тау, ысынлап та, үҫемлектәргә ярлы булған. Шулай уҡ ул тау башына ерләнгән Атач исемле башҡорт ҡаһарманы тураһында легенданы телгә ала[2].

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • День рождения Челябинска: [Первое публ. доношение А. И. Тевкелева В. Н. Татищеву] // ЧР. 1956. 6 апр.;
  • Основание Челябинска и история его развития до Крестьянской войны 1773–1775 // Учен. зап. / Челяб. отд. Геогр. об-ва СССР. Ч., 1957. Вып. 2; *Челябинский тарифный перелом и его влияние на народное хозяйство в Зауралье и Западной Сибири // Учен. зап. / Челяб. гос. пед. ин-т. Ч., 1957. Т. 3, вып. 1.;
  • Экономическое развитие Челябинска в эпоху империализма // Краеведческие записки. Ч., 1962. Вып. 1. Лит.: Б о ж е В. Александровская слобода: за и против // ЧР. 1993 Альбрут Моисей Исаакович// Энциклопедия Челябинскаhttp://www.book-chel.ru/ind.php?what=card&id=163.
  • Экономическое районирование Челябинской области [Текст] / М. И. Альбрут. - [Челябинск] : [б. и.], 1961. - 5 с.; 20 см. - (Доклады Научно-краеведческой конференции. г. Челябинск. 1961 г./ Челяб. отд. Всесоюз. геогр. о-ва).

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Альбрут Моисей Исаакович[1]
  2. ВОСТОЧНАЯ ЧАСТЬ ЮЖНОГО УРАЛА (УРАЛ-ТАУ, ИРЕНДЫК И ВОСТОЧНЫЕ ПРЕДГОРЬЯ)[ttps://uralsky.info/geografiya/uralskie-gory/yuzhnyj-ural/vostochnaya-chast-gory-ural-tau-i-irendyk.html]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Южно-Уральский государственный гуманитарно-педагогический университет (ЧГПУ)[2]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Альбрут Моисей Исаакович[3]
  • ВОСТОЧНАЯ ЧАСТЬ ЮЖНОГО УРАЛА (УРАЛ-ТАУ, ИРЕНДЫК И ВОСТОЧНЫЕ ПРЕДГОРЬЯ)[ttps://uralsky.info/geografiya/uralskie-gory/yuzhnyj-ural/vostochnaya-chast-gory-ural-tau-i-irendyk.html]