Әт-Тәбарани
| Әт-Тәбарани | |
| ғәр. الطبراني | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1 декабрь 873[1] |
| Тыуған урыны | Акә[d], Фәләстин |
| Вафат булған көнө | 971[2] |
| Вафат булған урыны | Исфаһан, Иран[3] |
| Һөнәр төрө | Мөхәддис, Мөфәссир, Фаҡиһ |
| Эшмәкәрлек төрө | Фиҡһ, Хәҙис ғилеме һәм тәфсир |
| Кемдә уҡыған | Абу Авана аль-Исфараини[d], Абу Яла аль-Мавсили[d] һәм Абу Зура ад-Димашки[d] |
| Уҡыусылар | Абу Нуайм аль-Исфахани[d] һәм Аль-Баззар[d] |
| Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Әбү әл-Ҡасим Сөләймән ибн Әхмәт әт-Тәбарани (ғәр. أبو القاسم سليمان بن أحمد الطبراني; 873, Тәбария (Тверия), хәҙ. Израиль — 970, Исфаһан, хәҙ. Иран) — Мөфәссир — Ҡөрьән тәфсирсеһе, ислам хоҡуҡ белгесе — фаҡиһ һәм хәҙис белгесе — мөхәддис.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уның тулы исеме Әбү әл-Ҡасим Сөләймән ибн Әхмәт ибн Әйүп ибн Мотаййир әл-Ләхми әл-Шәми әт-Тәбарани. Тәбарияла (Тверия) тыуған (Фәләстин), йәшәгән һәм Исфаһанда вафат булған. 13 йәшендә ғилем эҫтәй башлаған; үҙ заманының билдәле дин белгестәрендә белем алған[4].
Эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әт-Тәбараниҙың хәтере бик яҡшы булған һәм тапшырғыстар сылбыры менән Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең 3000-дән ашыу хәҙистәрен яттан белгән. Хәҙистәр йыйыу һәм өйрәнеү өсөн ул Сүриә, Ираҡ, Хижәз, Йемен һәм Мысыр буйлап күп сәйәхәт иткән[4].
Сөләймән әт-Табараниҙың билдәле уҡыусылары араһында Ғәмер ибн Ғабдул-Халиҡ әл-Басри һәм Әбү Бәкер әл-Бәззәр.
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «әл-Мүғжәм әл-Кәбир»
- «әл-Мүғжәм әл-Әүсәт»
- «әл-Мүғжәм әс-Сәғир»[5]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Sulaymān ibn Aḥmad Ṭabarānī // Faceted Application of Subject Terminology
- ↑ (unspecified title) — OpenITI.
- ↑ Али-заде А. Табарани Сулейман (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007.
- ↑ 4,0 4,1 Maribel Fierro, 2000
- ↑ Али-заде, 2007
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. Табарани Сулейман // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- al-Ṭabarānī / Maribel Fierro // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
| Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |