Әхмәтйәнов Дмитрий Альберт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әхмәтйәнов Дмитрий Альберт улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Flag of Bashkortostan.svg Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 7 июль 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (46 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы, ғалим
Эш биреүсе Өфө дәүләт авиация техник университеты
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d] һәм профессор[d]

Әхмәтйәнов Дмитрий Альберт улы (7 июль 1975 йыл, Өфө ҡалаһы) — инженер‑механик. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы профессоры (2016), техник фәндәр докторы (2007), профессор (2012)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дмитрий Альберт улы Әхмәтйәнов 1975 йылдың 7 июлендә Өфө ҡалаһында тыуған.

1997 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетын «Авиация двигателдәре һәм энергетика ҡоролмалары» һөнәре буйынса ҡыҙыл дипломға тамамлай. Техник фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһе 2000 йылда бирелә (диссертацияһының темаһы «Автоматизация термогазодинамического расчета переходных режимов работы авиационных ГТД»); техник фәндәр докторы ғилми дәрәжәһе 2007 йылда бирелә (диссертацияһының темаһы «Имитационное моделирование неустановившихся режимов работы авиационных ГТД с элементами систем управления»). Профессор ғилми дәрәжәһе 2012 йылда бирелә[2].

Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлағас, унда эшләргә ҡала: 2007 йылдан авиация двигателдәре кафедраһы профессоры, 2014 йылдан авиация двигателдәре, энергетика һәм транспорт факультеты деканы. Өфө дәүләт авиация техник университетының Ғилми советы ағзаһы. Шулай уҡ ул Башҡортостан Фәндәр академияһы профессоры (2016 йылдан).

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы техник объекттарҙың, авиация двигателдәрен автоматлаштырылған проектлау системаларының моделдәрен әҙерләү менән бәйле. Уның 208 баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре бар, шуларҙың 10-һы — Рәсәй Федерацияһы Роспатент электрон хисаплау машиналары өсөн программаларҙы рәсми теркәү тураһында таныҡлыҡ, 1 уйлап табыу патенты, 23-ө уҡыу-методик (шуларҙың бишәүһе Рәсәй Федерацияһы юғары уҡыу йорттарының авиация, ракета төҙөү һәм йыһан өлкәһендәге уҡыу-методик берләшмәһе грифы менән уҡыу ҡулланмаһы) һәм 135 ғилми хеҙмәт (шуларҙың илле бише Юғары аттестация комиссияһы тәҡдим иткән журналдарҙа), 9 мәҡәлә Scopus индексацияланған базала[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[3][үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

— Фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт республика йәштәр премия лауреаты (2005). .

Хеҙмәттәре[4][үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Концепция инновационного развития технических вузов России, Өфө, 2009 (авторҙашлыҡта);
  • Методы и средства для автоматизации отладки форсажных режимов при испытаниях ТРДДФ в серийном производстве. Өфө, 2013 (авторҙаш);
  • Методология создания интегрированной информационной системы для автоматизации бизнес-процессов имитационного моделирования, технической подготовки и оперативного управления авиационным и машиностроительным производством. Мәскәү, 2015 (авторҙаш).
  • Термогазодинамическое моделирование авиационных ГТД : учебное пособие для студентов очной формы обучения, обучающихся по направлению 160300 "Двигатели летательных аппаратов" специальность 160301 "Авиационные двигатели и энергетические установки, специализация 160301.65 Информационная поддержка жизненного цикла продукции (двигателей и энергоустановок)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]