Әхмәтшин Марат Радик улы (1980)
Әхмәтшин Марат Радик улы (1980) | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Хеҙмәт итеүе | Рәсәй |
Тыуған көнө | 27 июнь 1980 |
Тыуған урыны | Елизово[d], Камчатка өлкәһе[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 3 июнь 2016 (35 йәш) |
Вафат булған урыны | Пальмира, Тадмор[d] |
Үлем сәбәбе | яраларҙан вафат була[d] |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Хәрби звание | Капитан |
Һуғыш/алыш | военная операция России в Сирии[d] |
Ғәскәр төрө | Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәре һәм артиллерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Марат Әхмәтшин, Радик Марат улы Әхмәтшин, рус. Ахметшин Марат Радикович (1980 йылдың 27 июне, Камчатка крайы, Елезово – 2016 йылдың 3 июне, Сүриә, Пальмира) – Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре офицеры, капитан (2005). Сүриәләге хәрби бәрелештә ҡатнашыусы. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2016, вафатынан һуң). Сүриәлә һәләк булғаны рәсми танылған 24-се Рәсәй Федерацияһы хәрби хеҙмәткәре[1]
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1980 йылдың 27 июнендә Камчатка өлкәһенең (хәҙерге Камчатка крайы) Елизово ҡалаһында хәрби гарнизонда һөнәри хәрби (осоусы) ғаиләһендә тыуған. Ҡаҙандың 113-сө урта мәктәбен (1997), Ҡазан юғары артиллерия команда-инженерлыҡ институтын (1998 йылдан Хәрби артиллерия университетының Ҡазан филиалы) (2002) тамамлаған.
2002 йылдың июнендә Төньяҡ Кавказ хәрби округы 58-се армияға (Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы) гаубицалы үҙйөршлө артиллерия взводы командиры итеп ебәрелә. 2003 йылдың июнендә рота командиры итеп билдәләнә. 2005 йылда «капитан» дәрәжәһе ала. 2009 йылдың декабрендә батальон командирының артиллерия буйынса ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә.
2005-2009 йылдарҙа күп мәртәбә Көньяҡ Осетияға Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең тыныслыҡ урнаштырыусы контингентына ебәрелә.
2009-2010 йылдарҙа Әрмәнстандың Ғөмрә ҡалаһында урынлашҡан гаубицалы артиллерия батареяһы командиры. Хәрби округ тарҡатылғас, хәрби хеҙмәттән запасҡа китә.
2010-2015 йылдарҙа Осиново ҡалаһында йәшәй, Ҡаҙанда төрлө ойошмаларҙа (ПАТП-2 лә инженер булып) эшләй.
2015 йылдың декабрендә хәрби хеҙмәткә кире ҡайта. Көнбайыш хәрби округының гаубицалы үҙйөрөшлө артиллерия дивизионына (Владимир өлкәһе) разведка начальнигы итеп билдәләнә.
2016 йылдың яҙында Сүриәгә РФ Ҡораллы Көстәре контингентына ебәрелә. 3 июндә ИГИЛ хәрби көстәре менән Пальмира ҡалаһы өсөн барған һуғышта ҡаты яралана, госпиталдә үлә. 6 июндә Татар Республикаһының Лайыш районы Атабай ауылынана ҡайтарылып ерләнә.
2016 йылдың 23 июнендә Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелә. 31 августа Рәсәй Федерацияһы Геройының «Алтын йондоҙ» миҙалы Ҡазанда ғаиләһенә тапшырыла.
Бүләктәре, маҡтаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2016 Рәсәй Федерацияһы Геройы (вафатынан һуң) — «махсус бурысты үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн».
- 2008 Рәсәй Федерацияһы оборона министрлығының 3-сө дәрәжә «Хәрби хеҙмәттәге батырлығы өсөн» миҙалы
- 2006 Рәсәй Федерацияһы оборона министрлығының «Хәрби хеҙмәттәшлекте нығытҡан өсөн» миҙалы.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атаһы Радик Вәғәз улы Әхмәтшин, әсәһе Римма Ғариф ҡыҙы.
- Туғандары Рәмис Радик улы, Лилиә Радик ҡыҙы.
Ҡатыны Гүзәл Рауил ҡыҙы (1981), балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2016 Ҡаҙандың Яңы Савин районында 1988 йылда асылған айырым фәндәрҙе тәрән өйрәнеүсе 113-сө татар-урыҫ урта мәктәбенә (420137 Ҡаҙан, Адоратский урамы, 36А йорто) Рәсәй Федерацияһы Геройы Марат Әхмәтшиндың исеме бирелә [2][3].
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Антон Бочаров. Герой Российской Федерации Ахметшин Марат Радикович : [арх. 02.11.2017] // Герои страны. — Дата обращения: 01.12.2018.
- Ирина Плотникова. Подвиг казанского капитана в Сирии: «Марат Ахметшин остался один против 200 игиловцев и дал бой» : [арх. 12.01.2017] // Реальное время. — 2017. — 11 ғинуар. — Дата обращения: 12.01.2017.
- 9 декабря — День воинской Славы Российской Федерации, День Героев, День георгиевских кавалеров и кавалеров Солдатской Славы (ордена) : [арх. 12.01.2017] // Республиканская общественная организация ветеранов (инвалидов) «Союз ветеранов Республики Татарстан». — 2016. — 9 декабрь. — Дата обращения: 12.01.2017.
- Школа № 113 получила право называться именем Героя России Марата Ахметшина : [арх. 12.01.2017] : [татар.] // Республиканская общественная организация ветеранов (инвалидов) «Союз ветеранов Республики Татарстан». — 2016. — 13 декабрь. — Дата обращения: 12.01.2017.
- Дарья Ходик. Неземная любовь. Жизнь и подвиг капитана Ахметшина, погибшего в Сирии : [арх. 03.04.2017] // Еженедельник «Аргументы и Факты» № 3. — 2017. — 17 ғинуар. — Дата обращения: 03.04.2017.
- Федоров М.И. Герои Сирии. Символы российского мужества / Михаил Федоров. – М. : Вече, 2020. – 432 с. : ил. – (Войны XXI века) ISBN 978-5-4484-1908-9
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Подвиг капитана разведки в Сирии: «Марат Ахметшин против 200 ИГИЛовцев»). putinrossiya.ru сайты, 15.01.2017 2017 йыл 19 июль архивланған.
- ↑ 113нче мәктәпнең «Татарстан Республикасы электрон мәгарифе» порталындагы сәхифәсе 2017 йыл 25 февраль архивланған.
- ↑ Казанской школе присвоили имя погибшего в Сирии Марата Ахметшина
- 27 июндә тыуғандар
- 1980 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 3 июндә вафат булғандар
- 2016 йылда вафат булғандар
- «За укрепление боевого содружества» (Рәсәй оборона министрлығы) миҙалы менән наградланыусылар
- Рәсәй Федерацияһы Геройҙары
- Михайлов хәрби артиллерия академияһын тамамлаусылар
- Сүриәлә вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр