Эстәлеккә күсергә

Әхмәт Ниязи бей

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхмәт Ниязи бей
төр. Resneli Ahmet Niyazi Bey
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Ғосман империяһы
Тыуған көнө 1873[1][2]
Тыуған урыны Ресен[d], Ресен[d], Төньяҡ Македония
Вафат булған көнө 17 апрель 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Вафат булған урыны Влёра[d], Влёра[d]
Үлем төрө һомицид[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Уҡыу йорто Монастирская военная высшая школа[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Единение и прогресс[d]
 Әхмәт Ниязи бей Викимилектә

Әхмәт Ниязи бей Реснели (төр. Resneli Ahmet Niyazi Bey, 187317 апрель 1913) — Ғосман империяһының хәрби хеҙмәткәре һәм сәйәсмәне. 1908 йылда Йәш төрөктәр революцияһын ойоштороусыларының береһе.

Әнүәр паша һәм Әхмәт Ниязи бейҙың икәүле фотоһүрәте. Салоники фотоательеһы, 1908 йыл.

Сығышы менән албан. Ниязи бей 1873 йылда Ғосман империяһы (хәҙерге Төньяҡ Македонияның) Ресен ҡалаһында тыуған һәм шуғала Реснелы ҡушаматын йөрөткән. Әрме хеҙмәте барышында подполковник званиеһын (кол-агасы) ала. «Берләшеү һәм прогресс» партияһының Битола комитеты менән бәйле була һәм Македонияның йәш төрөктәр хәрәкәте вәкилдәре араһында абруйлы шәхес була[3]. 1908 йылдың 3 июлендә Ниязи бей үҙенең бүлеге менән бергә ғосман солтаны Әбделхәмит II хөкүмәтенә ҡаршы сыға, шулай итеп Йәш төрөктәр революцияһы башлана[3].

Йәш төрөктәр хәрәкәте вәкилдәре менән. Әхмәт Ниязи бей — алғы рәттә һулдан икенсе ултыра

5 июлдә Ниязи бей Дебар, Преспа, Струга, Ресен һәм Охрид ҡалаларының христиан халҡына прокламация нәшер итә, унда йәш төрөктәр менән берләшеп солтан абсолютизмына ҡаршы көрәшергә саҡыра. Яне Санданский македондарҙан беренсе булып Ниязи бейҙы хуплай.

1909 йылда Ниязи бей Босниянан мосолман ҡасаҡтарға ярҙам итеү маҡсатында төрөк ауылдарында мөхәджир һалымын йыя[4].

1911 йылда Ниязи бей Триполитанияла Итальян-төрөк һуғышында ҡатнаша.

1913 йылдың 17 апрелендә Ниязи бей Истанбулға юл тотҡанда солтан һаҡсылары тарафынан Влёра ҡалаһында үлтерелә. Ихтимал булған заказсылар буйынса төрлө версиялар бар.

Ресен һарайы (конак) — Ниязи бейҙың 19041912 йылдарҙа төҙөлгән күренекле архитектура ҡомартҡыһы, һуңыраҡ мәҙәниәт йорто.

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #158902483 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Ahmet Niyazi // CONOR.Sl
  3. 3,0 3,1 Skendi, Stavro (1967). The Albanian national awakening. Princeton: Princeton University Press. p. 355. ISBN 9781400847761.
  4. Дебърски глас, година 1, брой 35, 28 ноември 1909, стр. 4.