Эстәлеккә күсергә

Әхмәҙиева Гөлназ Ғафир ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхмәҙиева Гөлназ Ғафир ҡыҙы
Тыуған көнө

1960({{padleft:1960|4|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Ишембай районы Ғүмәр ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

педагог

Наградалары һәм премиялары

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы

Әхмәҙиева Гөлназ Ғафир ҡыҙы (6 апрель 1960 йыл) — педагог. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2000).

Гөлназ Ғафир ҡыҙы Әхмәҙиева 1960 йылдың 6 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Ғүмәр ауылында тыуған.

1977 йылда Өфөләге 1-се интернат-мәктәпте (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) алтын миҙалға тамамлай.

1982 йылда Башҡорт дәүләт университетының физика факультетын тамамлағандан һуң Ишембайҙағы 2-се инернат-мәктәптә физика уҡытыусыһы булып эшләй башлай.

1992—1994 йылдарҙа — ошо уҡ мәктәптә директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары.

1992-се йылда мәктәп 2-се Башҡорт республика гимназия-интернаты статусын ала.

1994 −2003 йылдарҙа — Гөлназ Әхмәҙиева Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты директоры . 1994 йылда гимназия-интернатҡа Әхмәтзәки Вәлиди исеме бирелә. Гимназияла Әхмәтзәки Вәлидиҙең туғандары, улы Субидәй менән ҡыҙы Иҫәнбикә Туған (Вәлиди) менән осрашыуҙар ойошторола.

Гөлназ Әхмәҙиева эшләгән осорҙа гимназия-интернаттың үҙ йөҙө, үҙ стиле барлыҡҡа килә. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар республика юғары уҡыу йорттары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа йыш ҡатнаша. Профилле уҡытыу тәбиғәт фәндәре, гуманитар һәм медицина йүнәлешендә алып барыла. Уҡыуҙы тамамлағанда уҡыусылар башланғыс медицина белеме, шулай уҡ секретарь-референт һәм тегеүсе һөнәре алып сыға. Салауат ҡалаһындағы медицина училищеһы, республиканың юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Мәктәптә ғәрәп телен Ҡөръәнде башҡортсаға тәржемәләгән белгес Нурмөхәмәт Әлебай улы Сөйәрғолов уҡыта. Гимназияны тамамлағандарҙың ҡайһы берҙәре Египет, Иордания, Төркиә, Сирияға уҡырға китә. БДУ, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты, Өфө дәүләт сәнғәт институты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусылары гмназияның педагогтарына методик ярҙам күрһәтә. Уҡыусылар өсөн математика, физика, химия, журналистика, тарих фәндәренән айырым курстар ойошторола.

Был осорҙа гимназия — интернатта Ишембай ҡалаһы һәм районы балалары ғына түгел, ә Башҡортостандың 27 районынан, Себер өлкәләренән килгән уҡыусылар ҙа белем ала.

Гөлназ Ғафир ҡыҙы тәҡдиме буйынса билдәле спортсы — шашка уйынсыһы Тамара Танһыҡҡужина гимназияға уҡырға килә. Ишембайҙа эшләгән шашка клубы тренерҙары менән берлектә гимназияла башланғыс кластарҙа шашка дәрестәре уҡытыла башлай. Оҙаҡламай гимназия уҡыусыларының исеме Башҡортостан, Рәсәй, Европа, шашка буйынса донъя кимәлендәге ярыштарҙа билдәлелек яулай. Гимназия уҡыусылары араһында «Ишембайнефть» ойошмаһының биатлон буйынса йыйылма командаһында уңышлы сығыш яһаусылар була (мәҫәлән, Европа чемпионы Данил Аҫылғужин).

1998 йылда гимназия — интернатҡа «Матур мәктәп» Бөтә Рәсәй конкурсында икенсе урын бирелә.

Уҡытыу-тәрбиә эше "Башҡорт гимназия-интернаты шарттарында тәрбиә биреү концепцияһы"на ярашлы алып барыла, «Етәксе тәрбиәләү» программаһы, уҡыусылар Парламенты эшләй. Уҡыусыларға үҙ һәләттәрен, бигерәк тә ойоштороу һәләтен асыу һәм үҫтереү өсөн мөмкинлек бирелә.

2003—2005 йылдарҙа Гөлназ Ғафир ҡыҙы Ишембай ҡалаһы һәм районының мәғариф бүлеген етәкләй.

2005—2008 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 7-се мәктәбе директоры.

2008 йылдан Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы директоры. Мәғариф өсөн ябай булмаған шарттарҙа гимназия директоры педагогтар коллективы менән берлектә, Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһында кешелеклелек принциптарына таянып, балаларҙа донъяға асыҡ ҡараш, милли үҙаң тәрбиәләүгә тос өлөш индерә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1997 — Башҡортостан Республикаһы мәғарифы отличнигы
  • 2000 — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы
  • Почетлы гимназист

Ике ҡыҙы бар. Аэлита Фиҙәрис ҡыҙы Миңнейәнова — ғәрәп теленән тәржемәсе, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың һирәк осрай торған китаптар бүлеге хеҙмәткәре, ӨДНТУ-ның (сервис институты) ғәрәп теле уҡытыусыһы. Динә — башҡорт һәм инглиз теле белгесе. Ейәндәре бар.